Һыуһап-сарсап үтте бала сағым
"Атай" тигән һүҙгә тилмереп.
Атайым да китте дәү һуғышҡа,
Фашист ингәс сикте емереп.
Бөгөнгөләй әле хәтеремдә,
Шаулап-гөрләп торҙо ауылым.
Мин дә барам һинең менән-тинем,
Бәләкәсһең әле, ай, улым!
Кемдер, беҙҙең кеүек атайҙарын,
Кемдәрҙер оҙатты улдарын.
Аяманы ҡәһәр һуҡҡыр һуғыш,
Ҡай берәү оҙатты ҡыҙҙарын.
Ауыл осона бар халыҡ сыҡҡан,
Ылау-ылау китте атайҙар.
Ылауҙарға һыймай ҡалғандары,
Оло юлдан йәйәү атлайҙар.
Ҡатын-ҡыҙҙар сеңләй, әсәйҙәр ҙә
Яулыҡ осон терәп күҙҙәргә.
Атай киткәс мине кем күтәрер,
Кем сорғотор ихлас күктәргә?!
Хат ташыусы килһә хаттар көттөк,
Атайымдан һағыш сәләме.
Бер-нисәне алдыҡ, әле яҙмай,
Тупаҫландымы ни ҡәләме?!
Әсәй, атайымдан хәбәр юҡмы?
Ниңә хаты уның туҡтаны?
Әсәй ҡыҫа ҡуш ҡуллап йөрәген,
Ишетелгәндәй уның һуҡҡаны.
Яурын ғына һелкеп яуап бирә,
Әсәкәйем никтер өндәшмәй.
Ниндәй алсаҡ күңелле ине ул,
Әле никтер бер ҙә һөйләшмәй...
Шаулап-гөрләп ЕҢЕҮ яҙы етте,
Ҡайтты аҡһаҡ, сулаҡ һалдаттар.
Типһә тимер өҙөрлөк ағайҙар
Йә ҡулһыҙ, аяҡһыҙ, аҡһаҡтар.
Аҡһаҡ, ҡулһыҙ булһалар ҙа улар
Кемдәрҙеңдер һөйгән йәрҙәре.
Атайҙары, апай-ағайҙары,
Пар ҡанатлы ҡошо-ирҙәре.
Китһәләр ҙә ылау-ылау булып,
Ҡайттылар тик, бары һирәктәр.
Барыһына шаһит, барыһына
Ауыл осондағы тирәктәр...
Бала сағым уҙҙы һағыштарҙа,
Юҡһыныуҙан илап атайҙы.
Ғүмер буйы көтөп атайымды,
Әсәйем дә инде ҡартайҙы.
Тиңдәштәрем "атай" тигән саҡта,
Әйтәлманым "атай" һүҙен дә.
Тик күрмәһен етемлекте улым,
Атаймын мин хәҙер үҙем дә.
Хәлиҙә апай Абдуллина-Ишдәүләтова,
Ишей ауылы.