Бөтә яңылыҡтар

Ветерандарға ҡәҙер һәм хөрмәт!

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев Билал ауыл биләмәһенең һуғыш һәм тыл ветерандарына Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы миҙалдарын тапшырҙы.

Еңеү көнөн яҡынайтыусылар!Һәмән ауылында йәшәүсе һуғыш ветераны Ишморатов Әбүзәр Әбүбәкир улына һәм тыл ветерандары Зөһрә инәй Әминева, Файза инәй Юламанова, Рәйлә инәй Әминева, Нәфисә инәй Мәхмүтова, Әминә инәй Әхмәтова, Хөмәйрә инәй Ҡаһарманова, Морат апа Айытбаев, Зөһрә инәй Һибәтуллина, Вәлиулла апа Боҫҡоновтарҙы район хакимиәте башлығы Әминев Фәнис Ғәбдрәшит улы Бөйөк Еңеүҙең 75 йылы уңайынан ҡотлап юбилей миҙалдары тапшырырҙы. Район мәғариф бүлеге начальнигы Зәйнуллин Илдус Әдиф улы, ауыл биләмәһе башлығы Саптаров Илдар Шәһәрғәзе улы, мәктәп директоры Садыҡов Фәнүр Фәрит улы ветерандарға изге теләктәрен еткерҙе. Ветерандар өсөн мәктәптең "Йәйғор" бейеү ансамбле (етәксеһе Әхмәтова Дилара Сәлимйән ҡыҙы) бейеүҙәре, йырҙары (етәксеһе Мәүлитов Вилюр Шәкирйән улы) матур тамаша булды.Райхана Булатова, китапханасы.
Читайте нас: