Бөтә яңылыҡтар

Һуғыш балалары - тарих яралары

Икенсе Этҡол ауылында Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығына арналған "Һуғыш балалары - тарих яралары" исемле байрам булып үтте.Унда тыл ветерандары һәм һуғыш осоро балалары саҡырылды.

Икенсе Этҡол ауылында Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығына арналған "Һуғыш балалары, тарих яралары" исемле байрам булып үтте.
Унда тыл ветерандары һәм һуғыш осоро балалары саҡырылды. Ғүмер уҙған һайын ветерандарыбыҙ кәмей бара. Бөгөн тыл ветерандары ла ни бары дүртәү генә ҡалған. Улар: Вәлеева Зәбирә Хәйрулла ҡыҙы, Сирғәлина Миңлебикә Абдрахмән ҡыҙы,
Ишйәрова Венера Хизбулла ҡыҙы, Мәжитова Бибинур Уйылдан ҡыҙы.
Ауыл биләмәһе башлығы Булат Тайбугин ветерандарыбыҙға Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған юбилей миҙалы тапшырҙы.
Бөйөк Еңеүҙә уларҙың да өлөшө бик ҙур. Һкенескә күрә, байрамға барыһы ла килә алманы. Зәбирә инәй Валеева миҙалын күҙҙәре йәшләнеп, тулҡынланып ҡабул итеп алды. Һуғыш осоро балалары үҙҙәренең бала сағын, шул йылдарҙағы ауыр тормош тураһында һөйләнеләр. Улар залда ултырған балаларға изге теләктәрен еткерҙе.
Ҡунаҡтарға мәктәп уҡыусылары, "Ағинәйҙәр" тарафынан әҙерләнгән концерт ҡарап, тәмле сәйҙән ауыҙ итеп, бейеп , йырлап күңел асып ҡайттылар.
Читайте нас: