Бөтә яңылыҡтар

Хәбәрһеҙ юғалған яугир табылды!

Хәбәрһеҙ юғалған яугир табылды!“Һаҡмар” редакцияһына Мәскәүҙән килеп төшкән хат шунда уҡ бар иғтибарыбыҙҙы ялмап алды. Шулай булмай ни – баш ҡалала йәшәгән милләтәшебеҙ хәбәрһеҙ юғалған яҡташ яугир тураһында тапҡан мәғлүмәтен ебәргән. Һалдаттың туғандары беҙҙең менән бәйләнешкә инер, тип ышанабыҙ. Хөрмәтле редакция!Үҙемдең тыуған ауылым – элекке Йомағужа, хәҙерге Күгәрсен районының Бикес ауылының – һуғыштан ҡайтмаған ауылдаштарымдың хәрби яҙмыштарын эҙләгәндә Баймаҡ районынан Иҫәнғолов Бикмөхәмәт Абдулла улы исемле һалдат тураһында мәғлүмәттәргә тап булдым. Әлеге көндә ул “хәбәрһеҙ юғалған” тип иҫәпләнә. Ысынында иһә Көнбайыш фронттың 26-сы армияһы 41-се атлы дивизияһының 170-се атлы полктың рядовойы 15.10.1941 йылда яралана (иптәштәре яҙған хат буйынса). Дивизия был ваҡытта Орел өлкәһенең Мценск ҡалаһы янында оборонала була. Алынған яраһынан ул 1941 йылдың 30 ноябрендә Рязань ҡалаһында 1881-се эвакогоспиталдә вафат була. Рязань ҡалаһының Октябрьский районында урынлашҡан Скорбященское ҡәберлегенең хәрбиҙәр участогында күмелә. Уның исеме списокта (персональные сведения о захороненных) бар, ә таҡтаташтарҙа бармы икән – уныһын асыҡлай алманым. Бәлки, был мәғлүмәт һалдаттың туғандарына, нәҫелдәренә файҙалы булыр. Уның улы Рафаилдың адресы бер урында: Түбә, Нариманов урамы, 47, икенсе урында Темәс, Ҡуштүбә тип яҙылған.Ихтирам менән: Вадим Хәйри улы Әбсәләмов.Мәскәү ҡалаһы[email protected]

Хәбәрһеҙ юғалған яугир табылды!

Һаҡмар” редакцияһына Мәскәүҙән килеп төшкән хат шунда уҡ бар иғтибарыбыҙҙы ялмап алды. Шулай булмай ни – баш ҡалала йәшәгән милләтәшебеҙ хәбәрһеҙ юғалған яҡташ яугир тураһында тапҡан мәғлүмәтен ебәргән. Һалдаттың туғандары беҙҙең менән бәйләнешкә инер, тип ышанабыҙ.

Хөрмәтле редакция!

Үҙемдең тыуған ауылым – элекке Йомағужа, хәҙерге Күгәрсен районының Бикес ауылының – һуғыштан ҡайтмаған ауылдаштарымдың хәрби яҙмыштарын эҙләгәндә Баймаҡ районынан Иҫәнғолов Бикмөхәмәт Абдулла улы исемле һалдат тураһында мәғлүмәттәргә тап булдым. Әлеге көндә ул “хәбәрһеҙ юғалған” тип иҫәпләнә. Ысынында иһә Көнбайыш фронттың 26-сы армияһы 41-се атлы дивизияһының 170-се атлы полктың рядовойы 15.10.1941 йылда яралана (иптәштәре яҙған хат буйынса). Дивизия был ваҡытта Орел өлкәһенең Мценск ҡалаһы янында оборонала була. Алынған яраһынан ул 1941 йылдың 30 ноябрендә Рязань ҡалаһында 1881-се эвакогоспиталдә вафат була. Рязань ҡалаһының Октябрьский районында урынлашҡан Скорбященское ҡәберлегенең хәрбиҙәр участогында күмелә. Уның исеме списокта (персональные сведения о захороненных) бар, ә таҡтаташтарҙа бармы икән – уныһын асыҡлай алманым.

Бәлки, был мәғлүмәт һалдаттың туғандарына, нәҫелдәренә файҙалы булыр. Уның улы Рафаилдың адресы бер урында: Түбә, Нариманов урамы, 47, икенсе урында Темәс, Ҡуштүбә тип яҙылған.

Ихтирам менән: Вадим Хәйри улы Әбсәләмов.

Мәскәү ҡалаһы.

[email protected]

Читайте нас: