Бөтә яңылыҡтар

Еңеү килтергән инәй

Мәймүнә инәй бик йәшләй генә хеҙмәт юлын башлай. Торф ҡырҡыу, ағас ҡырҡыуҙа эшләй. Трактор ҙа йөрөткән, ә инде техника етмәй башлағас, үгеҙ егеп, ер һөрөү эшенә тотона.

Әхмәр ауылының данлыҡлы ағинәйе Мәймүнә Мәғәфүр ҡыҙы Байгузинаға 92 йәш. Ул 1927 йылдың 15 декабрендә Моҡас ауылында Алдархан Исәкәев тоҡомо ғаиләһендә тыуып үҫкән. 3 класс белем алған.
Бик йәшләй генә хеҙмәт юлын башлай. Торф ҡырҡыу, ағас ҡырҡыуҙа эшләй. Трактор ҙа йөрөткән, ә инде техника етмәй башлағас, үгеҙ егеп, ер һөрөү эшенә тотона.
1952 йылда Абҙаҡ ауылы егете Байгузин Фазуллаға кейәүгә сыға һәм матур ғаилә ҡороп 5 бала - ике ул һәм өс ҡыҙ үҫтереп, гөрләтеп донъя көтәләр. Уңған ғаилә Әхмәр ауылына өй төҙөп күсеп килә. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер йылдан 1963 йылда Фазулла ағай фажиғәле рәүештә һәләк була.
Мәймүнә Мәгәфүр ҡыҙы яңғыҙ биш баланы матур тәрбиә биреп үҫтереп, хәҙерге көндә дүрт балаһы ла иман юлына баҫҡан ҡартатай, ҡартәсәйҙәр, өлкән ҡыҙы Фәрзәнә – хажиә. Тик өлкән улы ҡайғыһын да күтәрергә тура килә Мәймүнә инәйгә.
Бәхетле ағинәйебеҙ 11ейән-ейәнсәре, 23 бүлә-бүләсәре менән ҡыуанып, ҡыҙҙарының матур тәрбиәһендә йәшәй.
Тыл ветеранының күкрәген юбилей миҙалдары биҙәй. Матур тормош, намыҫлы хеҙмәт, тәүфиҡлы балалар, бәхетле ҡартлыҡ үҙе бер ғорурлыҡ ул!
Земфира Кәримова.

Читайте нас: