Бөтә яңылыҡтар

Тол ҡатындар, имеш, иламай...

Орден - миҙалдарын ялтыратып,Үткән саҡта сафта ағайҙар,Күҙкәйҙәрен ниңә мөлдөрәтепҠаранылар икән апайҙар? Алтмыштарҙы үткән апайҙар...Иҫтәренә төштө микән әлләИюнь таңы ҡәһәр ҡырҡ берҙең?Яуға китте шул көн күпме ир – ат, Именлеген ҡурсып йорт – ерҙең!Ҡапҡаларҙан оҙатып тороп ҡалдыБойоҡ йөҙлө йәнеш – йәнкәйҙәр:Килен булып төшкән йәш апайҙар, Һөйөп туя алмаған еңгәйҙәр...Биш тиҫтә йыл инде хат - хәбәр юҡ,Тик һүрелмәй өмөт – теләктәр:Һандыҡ төптәрендә көтөп ята Һөйөнсөгә тигән бүләктәр.Егермелә генә тол ҡалғандарИрҙәр ҡосағына һыуһаны.Тоғролоҡҡа мәңге тоғро ҡалып, Сабыр түҙемлеге һынманы.Шуға һеҙҙең менән ғорурланамҺәм ҡыуанам һеҙҙең ныҡлыҡҡа,Яуҙа ятып ҡалған ағайҙарға Тамсылайҙа хилаф юҡлыҡҡа!..Тик бер һүҙгә ышанмайым һаман:Тол ҡатындар, имеш, иламай.Буш һүҙ! Тауҙай ауған ҡайғылырға Тимер тигәндәрең сыҙамай.Иламаған ҡайҙа! Ул һүҙҙәрҙеУйлап тапҡан йүнһеҙ шағирҙар.Һуң ҡайһылай өшөттөрҙе әле Йылан кеүек "ҡара ҡағыҙҙар"!Йөрәктәрҙе өттө, ут йотторҙоУл ҡәһәрле, шомло замандар.Шоморт сәстәренә еңгәләрҙең Иртә төштө көмөш ҡылғандар.Тол ҡатындар әле булһа һыҡтай,Тилмерәләр оҙон төндәрҙә,Үкһеп - үкһеп әсе йәш түгәләр, Юҡ ирҙәрен күреп төштәрҙә...Орден - миҙалдарын ялтыратыпҮткән саҡта сафта ағайҙар,Күҙкәйҙәрен мөлдөрәтеп кенәҠарап ҡалды ошо апайҙар:- Эх, өайҙа икән беҙҙең бабайҙар?Әмир Моратов

Орден - миҙалдарын ялтыратып,

Үткән саҡта сафта ағайҙар,

Күҙкәйҙәрен ниңә мөлдөрәтеп

Ҡаранылар икән апайҙар?

Алтмыштарҙы үткән апайҙар...

Иҫтәренә төштө микән әллә

Июнь таңы ҡәһәр ҡырҡ берҙең?

Яуға китте шул көн күпме ир – ат,

Именлеген ҡурсып йорт – ерҙең!

Ҡапҡаларҙан оҙатып тороп ҡалды

Бойоҡ йөҙлө йәнеш – йәнкәйҙәр:

Килен булып төшкән йәш апайҙар,

Һөйөп туя алмаған еңгәйҙәр...

Биш тиҫтә йыл инде хат - хәбәр юҡ,

Тик һүрелмәй өмөт – теләктәр:

Һандыҡ төптәрендә көтөп ята

Һөйөнсөгә тигән бүләктәр.

Егермелә генә тол ҡалғандар

Ирҙәр ҡосағына һыуһаны.

Тоғролоҡҡа мәңге тоғро ҡалып,

Сабыр түҙемлеге һынманы.

Шуға һеҙҙең менән ғорурланам

Һәм ҡыуанам һеҙҙең ныҡлыҡҡа,

Яуҙа ятып ҡалған ағайҙарға

Тамсылайҙа хилаф юҡлыҡҡа!..

Тик бер һүҙгә ышанмайым һаман:

Тол ҡатындар, имеш, иламай.

Буш һүҙ! Тауҙай ауған ҡайғылырға

Тимер тигәндәрең сыҙамай.

Иламаған ҡайҙа! Ул һүҙҙәрҙе

Уйлап тапҡан йүнһеҙ шағирҙар.

Һуң ҡайһылай өшөттөрҙе әле

Йылан кеүек "ҡара ҡағыҙҙар"!

Йөрәктәрҙе өттө, ут йотторҙо

Ул ҡәһәрле, шомло замандар.

Шоморт сәстәренә еңгәләрҙең

Иртә төштө көмөш ҡылғандар.

Тол ҡатындар әле булһа һыҡтай,

Тилмерәләр оҙон төндәрҙә,

Үкһеп - үкһеп әсе йәш түгәләр,

Юҡ ирҙәрен күреп төштәрҙә...

Орден - миҙалдарын ялтыратып

Үткән саҡта сафта ағайҙар,

Күҙкәйҙәрен мөлдөрәтеп кенә

Ҡарап ҡалды ошо апайҙар:

- Эх, өайҙа икән беҙҙең бабайҙар?

Әмир Моратов

Читайте нас: