

Өмөтбай ауылында йәшәүсе, оҙон ғүмерле Вәкилә Нәсибулла ҡыҙы Аҡбулатова ошо көндәрҙә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә - бүләсәрҙәре менән оло юбилейын - 90 йәшен билдәләп үтте.
Уны тыуған көнө менән ҡотлап Билал ауыл биләмәһе башлығы Данис Иҫәньюлов, Билал, Өмөтбай ауылы ветерандар советы рәйестәре Зәйнулла Әминев, Ғәйнулла Зәйнуллин, Өмөтбай ауылы ағинәйҙәре Әнүзә Мәжитова, Миңлегөл Ҡужәхмәтова, Зилә Мәсәлимова бүләктәр тапшырып, изге теләктәр теләнек.
Ер йөҙөндә быуатҡа яҡын ғүмер кисергән кешенең яҙмыш китабы үҙе бер риүәйәткә тиң кеүек. Күпме һыуҙар аҡҡан, тормоштоң әсеһе-сөсөһө татылған ошо йылдар арауығында. Вәкилә апай – Шаран районы, Аҡбарс ауылы ҡыҙы. 1936 йылдың 27 мартында донъяға килгән. Бала - сағы Бөйөк Ватан һуғышы, йәшлек йылдары унан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Ауылда өс класс ҡына уҡып белем ала.
“Атай һуғышҡа киткәс, өлкән ҡыҙ булараҡ, бөтә эш миңә йөкмәтелде. Әсәй эштә, бәләкәй туғандарымды ҡарау, бәләкәй сана менән урмандан утын алып ҡайтыу һ.б. Аяҡҡа кейергә юҡ, ялан аяҡ йөрөйһөң. Күрмәгән нужа ҡалманы, - тип күҙ йәштәре аша хәтерләй инәй. - Ун йәш тулғас Свердловск тарафтарына торф сығарырға ебәрҙеләр. Ундағы күргән ауырлыҡ, төштәремә инһә, әле лә ҡурҡып уянам. Алай ҙа ғына төш икән тием”.
Илленсе йылдарҙа Туймазы, Шаран райондарынан халыҡ күпләп Баймаҡ районына күсенә. Вәкилә апайҙар ҙа ғаиләһе менән Комсомол, хәҙерге Күгиҙел ауылына күсеп килә. Бишҡайында һауынсы булып эшләй башлай. Төхвәт ағай Аҡбулатов менән сәстәрен сәскә бәйләп, тормош ҡоралар. Ғаилә артабан Өмөтбай ауылына күсенә. Фәрит, Фәнил, Әлфинә, Рәзинә, Фәнүс, Вәсилә исемле алты балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Төхвәт ағай йәшләй генә, ҡаты ауырыуҙан, мәрхүм була. 47 йәшендә тол ҡалған инәй балаларын уҡытып, туйҙар үткәреп, тормош юлына аяҡ баҫтыра. Ҡайҙа ғына эшләмәй ул. Һауынсы, ашнаҡсы, иген ырҙынында иген ағыулау һ. б. “Эш һайлап ултырманым, ҡайҙа әйтһәләр, шунда эшләнем. Бала сағым марый халҡы йәшәгән ерҙә үткәс, байрамдарҙа уларҙың бейеүҙәрен бейеп, йырҙарын йырланым. Аш - һыуҙарын әҙерләп күрһәттем, ҡомалаҡтан күпертеп икмәктәр бешерҙем. Мин бәхетлемен. Аллаһы Тәғәлә оҙон ғүмер бирҙе. Барығыҙға ла шундай оҙон, һаулыҡлы, ҡыҙыҡлы ғүмер кисерергә насип итһен”,-тине юбиляр.
Тормоштоң бар ауырлығын иңендә татыған, бала юғалтыу ҡайғыһын күтәргән, һуғыш йылы балаһы, хеҙмәт ветераны Вәкилә Нәсибулла ҡыҙы бөгөн балаларында йәшәй. Күршеләре менән аралаша. Инәйҙе унынсы тиҫтәне ваҡлай башлаған тимәҫһең дә, үҙ аллы гәзит уҡый, телевизор ҡарай, “Юлдаш” радиоһынан яңылыҡтар, йырҙар тыңлай, телефондан балалары менән һөйләшә. Үҙен яҡшы тоя, зиһенле, хәтере яҡшы. Оҙон ғүмерле инәй-апалар ауылдың ғорурлығы, йәш быуын өсөн батырлыҡ һәм сабырлыҡ өлгөһө ул.
Әнүзә Мәжитова, йәмәғәт хәбәрсеһе.