Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Май һынамыштары

Майҙа ямғыр йыш яуып, томан йыш төшһә, йыл уңышлы булыр...

Май һынамыштары
Май һынамыштары

Беренсе торналар күренгәс, борсаҡ сәсергә була.

Май айында ҡуңыҙҙар күп булһа, шулай уҡ ҡоролоҡ көтөлә.

Майҙың 21-ендә ямғыр яуһа, көҙ ямғырлы булыр.

Иртә күк күкрәһә, йыл ямғырлы булыр.

Май һалҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр.

Болот юлланып торһа – ямғырға.

Ҡайын һыуы күп булһа, йәй ямғырлы булыр.

Ҡуҙғалаҡ күп булһа, алдағы ҡыш йылы булыр.

Сыйырсыҡ бала сығарғанда һоло, ҡарабойҙай сәс.

Торна бейеһә, һауа йылыныр.

Бүҙәнә ҡысҡырһа, бойҙай уңа.

Май икмәк булдырһа, июнь бесән өлгөртә.

Майҙа ямғыр йыш яуып, томан йыш төшһә, йыл уңышлы булыр.

Май ямғырлы булһа, июнь ҡоро булыр

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: