Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мин йәшәгән төбәк
10 Август 2023, 10:15

Сүп-сарҙы кем сығара?

 Хәҙер был зонала сүп-сарҙы кем сығара?Эштәрҙе ваҡытлыса бер йылға килешеү нигеҙендә «Эко-Сити» компанияһы башҡара.

Башҡортостанда 2-се зонала сүп-сар сығарыу тураһында көнүҙәк мәғлүмәт

Ошо зонаны хеҙмәтләндергән элекке төбәк операторы статусынан мәхрүм. Сәбәбе - эштәге күп һанлы ҡағиҙә боҙоуҙар.

❓2-се зонаға ниндәй райондар инә?

Асҡын, Балтас, Бөрө, Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Яңауыл райондары, Ағиҙел һәм Нефтекама ҡалалары.

Хәҙер был зонала сүп-сарҙы кем сығара?
❓
Эштәрҙе ваҡытлыса бер йылға килешеү нигеҙендә «Эко-Сити» компанияһы башҡара.

❓2-се зонала йәшәүселәргә яңы төбәк операторы сүп-сар сығарһын өсөн махсус рәүештә нимә эшләргә кәрәк?

Килешеүҙәр оферта тәртибендә һәм ҡағыҙға ҡул ҡуймайынса төҙөлә, шуға күрә, халыҡҡа махсус рәүештә бер ҡайҙа ла йөрөргә һәм бер ниндәй документ йыйырға кәрәкмәй.

❓Элекке төбәк операторы менән килешеүҙәр төҙөгән юридик берәмектәргә нисек эш итергә?

Улар элекке төбәк операторы менән килешеүҙе тарҡатырға һәм «Эко-Сити» адресына [email protected] йәки 453126, Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Тыныслыҡ урамы, 18-се йорт адресына заказлы хат менән яңы килешеү төҙөү өсөн ғариза ебәрергә кәрәк. Ғаризаның формаһы түбәндәге сайттың «Юридик шәхестәр өсөн документтар» бүлегендә бирелгән: https://roecocity.ru/. Был мәсьәләлә ярҙам кәрәк булһа, эшҡыуарҙар район хакимиәтенә бизнес-шерифҡа мөрәжәғәт итә ала.

❓Яңы төбәк операторы килеү менән тарифтар үҙгәрерме?

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарған өсөн түләүҙең күләме элеккесә - раҫланған тариф буйынса ҡала.

❓2-се зонала 2023 йылдың июлендә сүп-сар сығарған өсөн халыҡ кемгә һәм нисек түләргә тейеш?

Эштә өҙөклөктәр булыу сәбәпле сүп-сар сығарған өсөн халыҡтан хаҡ алынмай. Был 2023 йылдың 17 июленән 1 авгусына тиклемге осорға ҡағыла.

❗Хәл-торошто аңлау һәм күберәк мәғлүмәт белеү маҡсатында Республика менән идара итеү үҙәгенең Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы эфирын ҡарағыҙ. Унда республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Шамил Фәррәхов әлеге көндә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында сүп-сарҙың ниндәй график буйынса сығарылыуы, күпме техника һатып алырға планлаштырыуҙары һәм халыҡҡа уңайлы булһын өсөн яңы клиент офистары асырға күҙаллауҙары хаҡында һөйләй.

Шулай уҡ, «Эко-Сити» компанияһының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау инженеры Азамат Назыров менән башҡорт телендәге эфирҙы ҡарағыҙ

Сүп-сарҙы кем сығара?
Сүп-сарҙы кем сығара?
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: