Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мин йәшәгән төбәк
9 Август 2023, 17:25

Өс йәшендә һыбай ултырған

8 йәшлек Ибраһим Ғәлин “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестиваленә барырға йыйына. Ул беҙҙең милли батырыбыҙ Салауат Юлаев кеүек өс йәшендә генә атҡа һыбай ултыра. Ибраһим сәғәттәр буйы аттар янында булырға әҙер. Малай улар менән һөйләшә, ашата, эсерә, ялдарын тарай. Ә атҡа атланыу менән үҙен башҡорт әкиәттәре батыры итеп тоя...

Өс йәшендә һыбай ултырған
Өс йәшендә һыбай ултырған

Өс йәшендә һыбай ултырған

8 йәшлек Ибраһим Ғәлин “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестиваленә барырға йыйына. Ул беҙҙең милли батырыбыҙ Салауат Юлаев кеүек өс йәшендә генә атҡа һыбай ултыра. Ибраһим сәғәттәр буйы аттар янында булырға әҙер. Малай улар менән һөйләшә, ашата, эсерә, ялдарын тарай. Ә атҡа атланыу менән үҙен башҡорт әкиәттәре батыры итеп тоя. Ибраһим атта шундай ғорур ултыра!

Ибраһим быйыл 2-се класҡа бара. Ул Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында 1-се мәктәптә уҡый. Малай күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Ғаилә башлығы Наил Азамат улы туризм өлкәһендә эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Башҡорт тоҡомло аттар был эшендә уға ярҙамсы булып тора. Әле ғаиләнең биш баш аты бар. Ғаилә башлығы Ибраһим улының аттар менән мауығыуын яратып ҡабул итә. Улына Аят ҡушаматлы ат та бүләк иткән. Улар икәүләп атта йөрөп килә, хатта ярышып та ала.

Был фотоны ул Бөрйән районы гәзите “Башҡорт аты” фестиваленә арнап үткәргән конкурсҡа ебәрә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ был сара 11-12 августа Граф күле буйында үтә.

Ибраһимға бында бик оҡшаясаҡ. Сөнки 12 августа иртәнге ундан төшкө дүрткә тиклем бында балалар өсөн майҙансыҡ эшләйәсәк. Унда башҡорт милли уйындары, спорт ярыштары һәм “Ҡара юрға” бейеү флешмобы үтәсәк. Иң әүҙем малай һәм ҡыҙҙарҙы бүләктәр көтә!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: