Мин йәшәгән төбәк
12 Июня 2023, 05:00

Помидор тик буйға үҫһә...

-Помидорым буйға үҫеп тик ултыра. Сәскәләре күренеп ҡала, ә помидорҙары юҡ. Йыл һайын ике-өс метр булып үҫәләр, ә йәшелсәһен ашап ҡыуанған юҡ. Нимә кәңәш итер инегеҙ? -Помидорҙар, айырыуса теплицала үҫкәндәре, буйға үҫеүсән була. Был тейешле ашламаларҙың етмәүе, һыуҙы артыҡ ҡойоуҙан була. Йәшелсәнән мул уңыш алыу өсөн уға ашлама индерергә кәрәк... 

Добавить в предпочтительные источники Google
Помидор тик буйға үҫһә...Помидор тик буйға үҫһә...
Помидор тик буйға үҫһә...

-Помидорым буйға үҫеп тик ултыра. Сәскәләре күренеп ҡала, ә помидорҙары юҡ. Йыл һайын ике-өс метр булып үҫәләр, ә йәшелсәһен ашап ҡыуанған юҡ. Нимә кәңәш итер инегеҙ?

-Помидорҙар, айырыуса теплицала үҫкәндәре, буйға үҫеүсән була. Был тейешле ашламаларҙың етмәүе, һыуҙы артыҡ ҡойоуҙан була. Йәшелсәнән мул уңыш алыу өсөн уға ашлама индерергә кәрәк. Ул былай әҙерләнә: 2-3 аш ҡалағы көлдөң өҫтөнә 5 литр ҡайнаған һыу ҡойоп һыуытабыҙ, унан тағы 5 литр һыу өҫтәйбеҙ. Ошо һыуға йод һәм бер пакетик бор кислотаһы өҫтәйбеҙ. Бер тәүлеккә ултыртып торабыҙ. 1 литр төнәтмә 10 литр һыу менән бутала. Артабан уны һәр помидор аҫтына 1 литр самаһы ҡойоп сығабыҙ. Был ашлама помидорҙы буйға үҫеүенән туҡтатып, уның йәшелсә биреүенә булышлыҡ итә һәм төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлай.

Автор:Гузель Салихова