Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мин йәшәгән төбәк
11 Июнь 2023, 15:00

Уңыш мул булһын өсөн

Помидор эргәһенә базилик сәсһәгеҙ, йәшелсәнең ни тиклем тәмле булыуына иҫегеҙ китер. Кәбеҫтә янына пәйғәмбәр тырнағы сәскәһен (ноготки) ултыртыу, уларға ҡорт төшөүҙән һаҡлай. Ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, картуфҡа сәскә атҡанға тиклем һыу ҡоймағыҙ. Сөнки бар һыу йәшелсәнең һабаҡтарын үҫтереүгә генә китәсәк. Ә бына картуф сәскә атҡандан һыу ҡойолған һыу, йәшелсәнең эре һәм күп булыуына булышлыҡ итәсәк. Кесерткән ашламаһы – тиреҫкә тиң. Ярты биҙрә кесерткәнгә һыу ҡойоп, бер аҙна төнәтәбеҙ. Унан һыу ҡушып (1:10) бар түтәлдәргә һибеп сығабыҙ...

Уңыш мул булһын өсөн
Уңыш мул булһын өсөн

Файҙалы кәңәштәр

Әгәр ҡыяр түтәленә көнбағыш ултыртһағыҙ, ҡыярҙары күберәк буласаҡ һәм ул йәшелсәне оҙағыраҡ бирәсәк.

Алмағас менән сейәне бер-береһенән алыҫта ултыртырға кәрәк. Сөнки уларҙың тамыры бер-береһенә насар тәьҫир итә.

Әгәр алмағас аҫтында әрем йәки гөлбаҙран (пижма) үҫтерһәгеҙ, ағасығыҙҙы күп төрлө ҡорттар урап үтер.

Әгәр ҡыярға бет төшһә, бер стакан көлдө 5 литрлыҡ һыуға төнәтегеҙ ҙә, ике сәғәттән һуң шуны япраҡтарына һиптереп сығығыҙ. Бархатцы сәскәһе, бәпембә үләндәре төнәтмәһе лә баҡсаға төшкән беттәрҙән ҡотолорға ярҙам итә.

Иң күп һыу тамырҙары бәләкәй, ә япраҡтары яҫы булған үҫемлектәргә кәрәк: ҡыяр, таш ҡабаҡ, кәбеҫтә, салат, редис.

Помидор эргәһенә базилик сәсһәгеҙ, йәшелсәнең ни тиклем тәмле булыуына иҫегеҙ китер.

Кәбеҫтә янына пәйғәмбәр тырнағы сәскәһен (ноготки) ултыртыу, уларға ҡорт төшөүҙән һаҡлай.

Ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, картуфҡа сәскә атҡанға тиклем һыу ҡоймағыҙ. Сөнки бар һыу йәшелсәнең һабаҡтарын үҫтереүгә генә китәсәк. Ә бына картуф сәскә атҡандан һыу ҡойолған һыу, йәшелсәнең эре һәм күп булыуына булышлыҡ итәсәк.

Кесерткән ашламаһы – тиреҫкә тиң. Ярты биҙрә кесерткәнгә һыу ҡойоп, бер аҙна төнәтәбеҙ. Унан һыу ҡушып (1:10) бар түтәлдәргә һибеп сығабыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: