Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мин йәшәгән төбәк
7 Июнь 2023, 15:30

Юлдағылар! Һеҙҙең иғтибарға!

Башҡортостандың Транспорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, М-5 "Урал" юлын реконструкциялау участкаһында быраулау-шартлатыу эштәрен үткәреүгә бәйле 8 июндә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 1-гә тиклем Силәбе өлкәһенең Аша районында юл хәрәкәте ябыла...

Юлдағылар! Һеҙҙең иғтибарға!
Юлдағылар! Һеҙҙең иғтибарға!

Башҡортостандың Транспорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, М-5 "Урал" юлын реконструкциялау участкаһында быраулау-шартлатыу эштәрен үткәреүгә бәйле 8 июндә урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 1-гә тиклем Силәбе өлкәһенең Аша районында юл хәрәкәте ябыла. Был реконструкция участкаһын Әшә - Минйәр - Эҫем маршруты буйынса төбәк юлдары буйлап урап үтеү схемаһы еңел транспорт өсөн генә ҡаралған. Ауыр йөк транспорты (ҙур йөк, автобустар) өсөн быраулау-шартлатыу эштәре ваҡытында йөрөү тыйыла. 

Бындай сикләүҙәр 2023 йылдың 1 октябренә тиклем һәр кесаҙна аҙна һайын индерелә. Ведомство водителдәргә маршрутты билдәләгәндә ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алырға кәңәш бирә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: