Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мин йәшәгән төбәк
2 Июнь 2023, 11:10

БАБИЧ ЭҘҘӘРЕ БУЙЛАП…

Ш.Бабич әҫәрҙәре лә, шағирҙың үҙе һымаҡ уҡ, фажиғәле һәм ҡатмарлы яҙмышҡа дусар була. Шуныһын да билдәләп үтәйек. “Башҡортостан” шиғырын башҡорт ғәскәре яугирҙәре бик оҡшатҡан һәм көйгә һалып йырлағандар. Үҙенә күрә уларҙың ғәскәр гимны булған ул: Башҡортостан, нурбостан- Сөнбөлостан, гөлбостан, Шунда тыуған, шунда үҫкән- Башҡорт атлы арыҫлан! Ошо шиғырҙың яҙылыуына 105 йыл тулды...

БАБИЧ ЭҘҘӘРЕ БУЙЛАП…
БАБИЧ ЭҘҘӘРЕ БУЙЛАП…

Шәйехзада Бабичтың “Башҡортостан” шиғыры яҙыуына 105 йыл тулыуға ҡарата

БАБИЧ ЭҘҘӘРЕ БУЙЛАП…

Шәйехзада Бабичтың изге һәм бөйөк исеме башҡорт халҡының тарихы, барлыҡ булмышы һәм яҙмышы менән тығыҙ бәйле. Бабичтың ижады һәм тормошо ифрат ҡатмарлы осорға – XX быуат башына тура килә. Ошо быуаттың егерме йылы эсендә генә лә бөтә донъяны тетрәткән ниндәй ҙур ваҡиғалар булып үтә: Рус-япон, Беренсе бөтә донъя, Граждандар һуғыштары, Беренсе рус, Февраль, Октябрь революциялары… Бына ошондай ҡатмарлы осорҙа йәшәгән, ижад иткән Ш.Бабич туған халҡының милли-азатлыҡ хәрәкәтенә шағир һүҙе менән генә түгел, ә теүәл эштәре менән ҡушылып китә һәм ирек яулау юлында ҡорбан була.

Йылдар үткән һайын бөйөк шағирыбыҙҙың ошоға тиклем билгеле булмаған тормош юлы биттәре, ижадының тулыраҡ асыла барыуы ҡыуаныслы. Беҙ уны нығыраҡ аңлай, уның тураһында күберәк белә барабыҙ.

Беҙҙең Баймаҡ яҡтарында бигерәк тә ҡанлы, ҡапма- ҡаршылыҡлы осор-1917-1919 йылдар, Башҡорт автономияһы өсөн барған көрәш мәле тәрән эҙ ҡалдырған.
1917 йылғы Октябрь түңкәрелеше шауҡымы Баймаҡҡа ла тиҙ арала килеп етә. Халыҡ тарафынан был ваҡиға төрлөсә ҡабул ителә. Ошо йылдың ноябренән үк Баймаҡта Советтарға һайлауҙар үткәрелә.
29 ноябрҙә Башҡорт Мәркәз Шураһы үҙ аллы Башҡорт республикаһы төҙөлөүе тураһында хәбәр итә. Тиҙҙән башҡорт милли ғәскәре төҙөлә башлай. Яңы ойошторолған ғәскәргә төрлө яҡлап ярҙам кәрәк була. Бындай ярҙам Кесе Башҡортостандың 13 кантонынан, бигерәк тә хәлле кешеләренән йыйыла. Ошо эштә Ш.Бабич ҙур роль уйнай. Ул Бөрйән ырыуы башҡорттарының да күп ауылдарында була, кешеләр менән осраша, аңлатыу эше алып бара, ғәскәргә ярҙам итеү юлдарын эҙләй, килешеүҙәр төҙөй. Шағирҙың тынғыһыҙ хеҙмәтен күп дәлилдәр менән раҫларға мөмкин.

Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләгән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Абҙаҡов Әхмәт Ибраһим улы ауыл, район тарихы менән ҡыҙыҡһынып, киләһе быуынға был турала шаҡтай бай мәғлүмәттәр ҡалдырҙы. Уның хәтирәләрендә түбәндәге юлдар бар:

1918 йылдың йәйендә Ш.Бабич, ауылдарҙа З.Вәлиди хөкүмәтенә ярҙам итеүҙе һорап, ауыл байҙары һәм муллаларына бара торған булған. Ҡабыҡҡыуыш (Йәрмөхәмәт) ауылына барып, муллаһы менән һөйләшкәндән һуң шулай тип яҙып китә…(Ошо урында яҙма өҙөлөп, буш урын ҡалдырылған).

Ш.Бабичтың Ҡабыҡҡыуышҡа килеүе мине ныҡ ҡыҙыҡһындырҙы, өлкәндәрҙән һорашып, шул осор тураһында яҙылған әҫәрҙәр менән таныша башланым. Эҙләнеүҙәрем бушҡа булманы. Бөйөк шағир ысынлап та Ҡабыҡҡыуыш ауылына килгән, тик унда мулла менән түгел, ә ауылдың икенсе кешеһе менән осрашҡан. Был хәл 1997 йылда Баймаҡ районы Йылым ауылында йәшәүсе Йәрмөхәмәтов Мәхтүм Нөғәмән улы (1927-2009) менән әңгәмәләшкәс асыҡланды.

Йәрмөхәмәтов Мәхтүм (Мәхмүт) Нөғәмән улы 1927 йылда Йәрмөхәмәт (Ҡабыҡҡыуыш) ауылында тыуған. Уның атаһы Йәрмөхәмәтов Нөғәмән Сабит улы 1895 йылда тыуған, ауылдың бай кешеһе була. Байлығының күп өлөшө уға атаһы Сабиттан ҡалған. Әйтеүҙәренсә, байҙың малдары бик ишле булып, йылҡылары ғына бер нисә тиҫтә баш иҫәпләнгән.
Нөғәмән Йәрмөхәмәтовтың 2 ҡатыны була. Беренсе ҡатыны Зарифанан улдары Ғәбделбарый (1912), икенсе ҡатыны Гөлйәүһәрҙән Мөхтәр (1922), Дауыт (1923) һәм Мәхтүм тыуа. Бабичтың Йәрмөхәмәткә килеүе тураһында Мәхтүм олатай әсәһе Гөлйәүһәрҙең (1902-1986) һәм атаһының туғандары һөйләүе буйынса хәтерләй.

1918 йылдың йәйендә Ш.Бабич ике кеше менән Йәрмөхәмәткә-ошо ауыл байы Йәрмөхәмәтов Нөғәмән Сабит улына килгән. Улар аттарын урманда ҡалдырып, ауылға йәйәүләп, кеше күҙенә салынмаҫҡа тырышып, барып инәләр. Бабич һәм уның юлдаштары Нөғәмән байҙың өйөндә, тәҙрәләрҙе кейеҙ менән ҡаплап, ике көн буйына һөйләшеүҙәр алып бара. Гөлйәүһәр уларға аш-һыу яраштырып йөрөгән.
Нөғәмәндең ҡустылары Мөхәмәт менән Сәлимгәрәй ҙә Бабич менән осрашыуға килгәндәр. Мөхәмәт заманына күрә уҡымышлы кеше була, яҙыу-һыҙыу эшенә лә маһирлығы билдәле. Бабич та, Нөғәмән дә бер осорҙа тыуғандар.. Бәлки, шуғалыр ҙа, уларҙың һөйләшер һүҙҙәре күп булып, әңгәмәләре бик йәнле, күңелле үтә. Шағир ҡағыҙ биттәренә яҙып шиғырҙарын да ҡалдыра. Нөғәмән бай Вәлиди ғәскәренә аттар,ҡорал вәғәҙә итә, ҡуш көбәкле мылтыҡ та биреп ебәрә.

Бабич Йәрмөхәмәттә булып аҙна-ун көн үткәндән һуң, Баймаҡтан ҡораллы ҡыҙылдар килеп, Нөғәмәнде ҡулға алып китәләр. Уға «бандиттар менән бәйләнеш тота, уларҙы йәшереп ята» тигән ғәйепләү тағалар. Нөғәмән бай: «Минең ҡустыларым, Шырмай утарында ҡәйнештәрем бар, һирәкләп шулар килеп торалар, башҡаларын белмәйем»,- тигән һүҙҙә тора. Шул китеүҙән ул күпмелер ваҡыт Йылайыр төрмәһендә һаҡ аҫтында ултырып ҡайта. Ҡайтҡас уның артынан күҙәтеү ойошторалар. Әммә тыныс тормошта оҙаҡ йәшәргә яҙмай. Тиҙҙән илдә башланып киткән репрессиялар шауҡымы Йәрмөхәмәтовтарға ла ҡағыла. 1930 йылдың 23 июлендә Йәрмөхәмәтов Нөғәмән ҡулға алына. Бер аҙ Өфөлә төрмәлә тотолоп, РСФСР Енәйәт кодексының 58-2, 58-10 статьялары буйынса ГПУ-ның өс кешенән торған комиссияһы тарафынан иң юғары язаға- атыуға хөкөм ителә. Хөкөм ҡарары 1931 йылдың 5 ғинуарында атҡарыла. 1989 йылдың 16 ғинуарында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Йәрмөхәмәтов Нөғәмәндең исеме аҡлана.

Бөтә мал-тыуары, йорт-ҡураһы тартып алынған Нөғәмәндең ғаиләһе лә (бөтәһе 6 кеше) Иркутск өлкәһенең Черемхово тигән еренә һөргөнгә ебәрелә. Мәхтүм олатайға был саҡта ни бары 3 йәш кенә була. Ағаһы Ғәбделбарый Черемховола күмер шахтаһында эшләй һәм, тиф менән ауырып китеп, шунда үлеп ҡала. Әсәһе Зарифа ла ошонда донъя ҡуя. Шулай итеп, аслыҡ-яланғаслыҡ, ҙур ауырлыҡтар кисерә уларҙың ғаиләһе сит ерҙәрҙә.

Нөғәмәндең ҡустылары Мөхәмәт менән Сәлимгәрәй, ағалары ҡулға алынғас, аттарына иң кәрәкле әйберҙәрен генә тейәп, мал-тыуар, йорт-ҡураларын ҡалдырып, ғаиләләре менән ауылдан сығып китергә мәжбүр булалар. Улар хәҙерге Силәбе өлкәһе Сыртинка ауылына барып урынлашалар. Бер аҙ шунда йәшәгәс, Ҡыҙыл баҙарына барғанда уларҙы I Этҡолдан бер кеше танып ҡала. Был хәлдән һуң Мөхәмәт, Сәлимгәрәй һәм ҡустылары Сөнғәт Силәбе өлкәһенең Пласт ҡалаһына юлланалар. Унда күсеп барғас та Мөхәмәт Себергә ебәрелгән туғандарын ҡайғырта, уларҙы нисек булһа ла тыуған яҡтарына алып ҡайтыу уйы менән яна һәм үҙе лә Черемховоға барып эшкә урынлаша. Уның тырышлығына күрә генә, 1939 йылда Йәрмөхәмәтовтар тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайталар. Ҡайтҡас, Мәхтүм олатайҙың әсәһе Гөлйәүһәр Йылым ауылынан ҡатыны вафат булып ҡалған Кейекбирҙин Рамаҙан Әбделнасир улына кейәүгә сыға.

Мөхәмәт һәм Сәлимгәрәй Йәрмөхәмәтовтар ғаиләләре менән Пласт ҡалаһында йәшәгәндәр. Сөнғәт аҙағыраҡ Силәбе ҡалаһына күскән. Мөхәмәт 1968 йыл тирәһендә вафат була. Уларҙың ҡалдырған яҙмалары, шәжәрәләре бөгөн дә балалары Әйүп һәм Таипта һаҡланырға тейеш. Шулар араһында Бабичтың шиғырҙары юҡмы икән тип уйлай Мәхтүм олатай. Бер осоро уның үҙендә лә Бабич ҡулдары менән яҙылған ҡағыҙҙар булған. Улар әсәһе Гөлйәүһәрҙең ағаһы Мөхәмәтрәхим Исчуринда (Ғүмәр ауылы) һаҡланған. Үкенескә күрә, бөгөн ул ҡиммәтле ҡағыҙҙар табылманы. Бәлки был хаҡта Нөғәмәндең Баймаҡта йәшәүсе ҡустыһы Йәрмөхәмәтов Таһир олатай ниндәйҙер мәғлүмәт бирә алыр ине. Үкенескә ҡаршы, ул да 1999 йылдың июлендә вафат булып ҡалды. Репрессия ҡуласаһы Нөғәмән Йәрмөхәмәтовтың яҡындарын да аямай. Ҡустылары Әйүп (1898 йылғы), Хәйбулла (1902 йылғы) 1933 йылда ҡулға алына һәм икеһе лә 5-әр йылға хөкөм ителә. Улар тик 1989 йылда ғына аҡлана.

Бабичтың Буранбай ауылында булғаны Ш.Бабичтың 1918 йылдың яҙ аҙағы, йәй баштарында хәҙерге Баймаҡ районының күп кенә ауылдарында булыуы, ундағы күренекле, зыялы кешеләр менән осрашыуы күптәргә билдәле. Ошо турала әңгәмә ҡорғанда сығышы менән Таулыҡай ауылынан, хәҙерге ваҡытта Буранбай ауылында йәшәүсе Ишәлин Шәһит Зекериә улы Шәйехзада Бабичтың Буранбай ауылында булып китеүен раҫланы. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Бабич Буранбай ауылына Ғәйетбаев Закир Баҡый улына килә. Закирҙың өйө урынында әлеге ваҡытта ошоЗөбәир ағай йорт төҙөп йәшәп ята. Бабичтың Буранбайға килеүен ауылдың ололары һөйләп ҡалдырған, тыйылған осорҙа ла халыҡ был турала йәш быуынға һөйләп ҡалдыра килгән. Закирҙың атаһы Әбделбаҡый Сәхипкирәм улы Ғәйетбаев (1829-1892) хәҙрәт, әүлиә, халыҡ араһында абруйлы кеше булған. Шуныһын да билдәләп китәйек, Закир билдәле драматург Наил Ғәйетбаевтың ҡартатаһы Шакир менән бер туған булғандар. Зыялы Әбделбаҡыйҙың улы Закир ҙә заманына күрә уҡымышлы, абруйлы була, Бабичтың уның менән осрашып, бер нисә көн буйы Буранбай ауылында булыуы юҡҡа булмағандыр. Әңгәмәләре нимә тураһында булыуын фараз итергә генә ҡала. Әммә һүҙ башҡорт иленең яҙмышы, башҡорт ғәскәренә ярҙам итеү тураһында булыуына шигем юҡ. Сөнки ололарҙың хәтирәләре буйынса Закир Ғәйетбаев З.Вәлиди ғәскәре сафына ҡушылып, шунда хеҙмәт итә. Уның был эше тиҫтә йылдан һуң яҙмышын хәл итә. Кинйәбулат (хәҙерге Буранбай) ауылында йәшәгән, 1888 йылда тыуған Закир Ғәйетбаев 1929 йылдың 17 октябрендә власть органдары тарафынан ҡулға алына һәм 58-2, 58-8, 58-10 статьялары буйынса иң юғары язаға хөкөм ителә. 1930 йылдың 21 майында атып үлтерелә, 1989 йылда ғына аҡлана. Закир Ғәйетбаевтың ҡатыны Таулыҡайҙан Сапаровтар араһынан була. Улы Бәшир, уның ҡыҙы Сәкинә, Сәкинәнең балалары Йыһаннур, Фәрзәнә. Бабичтың Таулыҡай ауылында булғаны Таулыҡайҙан әсәйем Хәлиҙә Сөләймән ҡыҙының бер туған ағаһы Имелбаев Әнүәр Сөләймән улы (1926-1994) ауыл, кешеләр яҙмышы менән ҡыҙыҡһынған шәхес булды. Имелбаевтар шәжәрәһен Морат Ҡашҡанан башлап (Пугачев яуында ҡатнашҡан билдәле Морат Абталов, Абуталипов) яҙған ҡалын дәфтәре әле һаҡлана беҙҙә. Ошо Әнүәр олатайым әсәйемә Шәйехзада Бабичты 1918 йылдың йәйендә Буранбайҙан Таулыҡай ауылына Мусин Зәйнулла Хөббихужа улының (1883-1958) ат менән барып алып ҡайтыуын һөйләгән.

Абҙаҡов Әхмәт олатайҙың хәтирәләрен артабан уҡыйбыҙ: ”1918 йылдың йәйендә Зәки Вәлиди кешеләре Урал аръяғы башҡорттары араһында була. Шәйехзада Бабич та бер нисә мәртәбә Таулыҡайға килеп, Вәлиулла мулла Шоңҡаровтың йәйләүендә булып киткән. Үҙенең шиғырҙарын ҡулдан яҙып ҡалдыра йөрөгән. Вәлиулла Шоңҡаровтың ҡалын бер дәфтәренән Бабичтың үҙ ҡулы менән яҙылған бер нисә шиғырын ҡырҡып алып, 1935 йылда мин уларҙы Д. Юлтыйға тапшырҙым. Ул ваҡытта Дауыт Юлтый яҙыусылар Союзының рәйесе булып эшләй ине...”

Үкенескә күрә, Дауыт Юлтый 1938 йылда репрессияға дусар ителеп һәләк була. Уның йылдар буйына йыйылған ҡиммәтле архив материалдары ла юғалып ҡала. Бабичтың ҡулъяҙмалары ла шулар араһында ғәйеп булғандыр, күрәһең (Был юлдарҙы мин 1997 йылда теркәп ҡуйған инем-Ғ.Ф.). 2001 йылдың 10 февралендә “Аҙна” гәзитенең 6-сы һанында күренекле яҙыусы Йыһат Солтановтың “Бабич ҡулъяҙмаһы. Шағирҙың “Башҡортостан” шиғыры Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында яҙылған” исемле мәҡәләһе донъя күреүе оло ваҡиға булды. Мәҡәләнән өҙөк: “...

Мулла дәфтәренән алынған шиғыр. Игелек, тигәндән, бынан 82 йыл әүәл бөйөк шағирыбыҙ ҡулы сыбарлаған мөҡәддәс ҡағыҙҙарҙы, юҡҡа сығыу яҙмышынан йолоп алып, бынан 64 йыл элгәре беҙҙең өсөн бүләк итеп биреп ҡалдырған игелекленең (Әхмәт Абҙаҡовтың- Ғ.Ф.) аңлатмаһын уҡыйыҡ. “Ошоноң менән,- тип яҙа ул,- Ш.Бабичтың үҙ ҡулы менән 1918 йылдың 2 июнендә яҙылған “Башҡортостан” һәм “Ҡан шәүләләре” тигән ике яҙмаһын ебәрәм. Был яҙмалар быға тиклем дә матбуғатта яҙылып сыҡты булһа кәрәк. Ҡиммәте- быларҙың үҙ ҡулы менән яҙылыуында. Был ике шиғырҙы ул 1918 йыл ниндәйҙер сәбәп менән үтеп барышлай хәҙерге Баймаҡ төбәге Таулыҡай ауылы Вәлиулла Шоңҡаров тигән мулланың төрлө иҫтәлектәр яҙа торған “мәжмүғә”һенә (общая тетрадь) яҙып киткән. Шунан ҡырҡып алынды. 1917 йыл Октябрь революцияһы булғас та ( 8. 12.1917) сыҡҡан шул ваҡыттағы гәзиттәрҙә баҫылғанын (“Истиҡбал” шиғыры. Оло Башҡортостан ҡоролтайына килгән вәкилдәргә”) ваҡытында ҡыҙыҡһынып күсереп алғанмын. Быны ла ебәрәм. Баймаҡ төбәге, Таулыҡай ауылы башланғыс мәктәп уҡытыусыһы Абҙаҡов Исмәғил һәм Абҙаҡов Әхмәт. 1.1-1936 йыл”.

P.S. Был шиғыр (“Истиҡбал”- Октябрь революцияһынан һуң Ырымбурҙа ҡоролтайға йыйналыусыларға арнап яҙылған ине. Шул йылда Ырымбурҙа сыға торған “Башҡорт” гәзитендә баҫылып, шунан күсерелгән. Баймаҡ төбәге, Таулыҡай ауылы: Абҙаҡов. 1/1-1936 йыл”.

Ш.Бабич ҡулъяҙмаһын Өфөгә ебәреүсенең хаты
Ҡиммәтле ҡулъяҙма башындағы өҫкө мөйөшкә: “Был яҙма мәшһүр башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың үҙ ҡулы менән яҙылған бер шиғыры булыр. 14/3- 34 й.”- тип аңлатып, “Аб...” ҡултамғаһы ла ҡуйылған. Был дата, тимәк, ҡомартҡы-ҡағыҙҙың мөхтәрәм Вәлиулла Шоңҡаров дәфтәренән ҡырҡып алыныу ваҡыты...”
Ш.Бабич әҫәрҙәре лә, шағирҙың үҙе һымаҡ уҡ, фажиғәле һәм ҡатмарлы яҙмышҡа дусар була. Шуныһын да билдәләп үтәйек. “Башҡортостан” шиғырын башҡорт ғәскәре яугирҙәре бик оҡшатҡан һәм көйгә һалып йырлағандар. Үҙенә күрә уларҙың ғәскәр гимны булған ул:

Башҡортостан, нурбостан-

Сөнбөлостан, гөлбостан,

Шунда тыуған, шунда үҫкән-

Башҡорт атлы арыҫлан!

Тарихи ҡулъяҙманы архив кәштәләренән табып халыҡҡа еткереүсе Йыһат Әҙеһәм улы Солтановҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, уға ныҡлы һаулыҡ теләйем. Шоңҡаров Вәлиулла Рамаҙан улы 1872 йылда Таулыҡай ауылында тыуған, мәғрифәтсе, дин әһеле. Рәмиевтарҙың алтын приискаларында эшләй, Троицк ҡалаһындағы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә уҡый. 1917 йылда Ырымбурҙа үткән 1-се Бөтә башҡорт ҡоролтайында вәкил булып ҡатнаша. 20 быуат башында ауылында йәҙитселек ысулына нигеҙләнгән мәҙрәсә астыра. Зәки Вәлиди, Ш.Бабич менән яҡындан таныш була, аралаша. 1920 йылдар аҙағында дин әһелдәрен эҙәрлекләү башланғас, Иҙелбай (хәҙерге Баймаҡтың Кәкрәуыл өлөшө) ауылына, бер аҙҙан Магнитогорск ҡалаһына күсенә. Ошо ҡалала, 1931 йылда, сәйер шарттарҙа вафат булып ҡала. Улы Шоңҡаров Әмир Вәлиулла улы (1930-1991) тарих фәндәре кандидаты, “РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы”. Райондың 1 Этҡол мәктәбендә уҡыта, мәғариф бүлеге мөдире була, 1961-1966 йылдарҙа “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы редакторы вазифаһын башҡара. Вәлиулла Шоңҡаровтың ҡыҙы Гәүһәрҙең улы Таһир Хабрахман улы Ишкинин билдәле журналист, Ш.Хоҙайбирҙин премияһы лауреаты. Данлыҡлы ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ишбулды улы Ғәйнетдиновтың нәҫел тамырҙары ла Шоңҡаровтарға барып тоташа.

Абҙаҡов Әхмәт Ибраһим улын мин бала саҡтан беләм, сөнки ул атайымдың апаһы Зәһерә Фәйзрахман ҡыҙының ире, олатайым. Ул 1915 йылда Таулыҡай ауылында тыуған. Ата-әсәһенән иртә етем ҡалып, уҡытыусы Исмәғил ағаһының ғаиләһендә үҫә. Ырымбурҙағы Ҡаруанһарайҙа педагогия техникумын, аҙаҡ Өфөлә пединститут тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Офицер Абҙаҡов Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, хәрби миҙалдар менән наградлана. 1 Этҡол, Таулыҡай мәктәптәрендә уҡыта, Татлыбай, Ниғәмәт мәктәптәре директоры була. Педагогик хеҙмәте юғары баһалана- ул БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы исемдәренә лайыҡ була. 1973 йылда вафат булды.

2005 йылдың декабрь айында Таулыҡай ауылында үҙенсәлекле ваҡиға булды- бында Вәлиулла Шоңҡаровтың яҡты иҫтәлегенә арналған һәм Ш.Бабичтың тап ошо ерҙә атаҡлы шиғыр ижад итеүен мәңгеләштергән таҡтаташ-стела асылды. Халҡыбыҙҙың тарихы-ул милли байлыҡ. Һәр кем үткәндәрҙе белергә, тарихты хөрмәт итергә тейеш.

Ғәли Фәхретдинов.

Баймаҡ ҡалаһы.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: