Бөтә яңылыҡтар

Тәбиғәт сере һәм мөғжизәһе - Ғәҙелша

Беҙ – район гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре, Ғәҙелша шарлауығын сүп-сарҙан таҙартып эстафетаны унда барасаҡ һәр ял итеүсегә тапшырабыҙ! Тәбиғәтебеҙҙең матурлығына һоҡланып ҡына ҡалмағыҙ, ә уны яҡлау-һаҡлауға ла ҙур өлөш индерерһегеҙ, тип ышанабыҙ. Сит яҡтан килгән туристарға ла был урындарҙы ҡыйларға ярамауы тураһында аңлатыу эштәре алып барығыҙ. Шул саҡта ғына көмөш һыулы Ғәҙелшабыҙ мәңге йәшәр һәм киләсәк быуындар ҙа был тәбиғәт мөғжизәһенән көс алыр...

Тәбиғәт сере һәм мөғжизәһе - Ғәҙелша
Тәбиғәт сере һәм мөғжизәһе - Ғәҙелша

Тәбиғәт сере һәм мөғжизәһе – Ғәҙелша

Әҙәм балаһы үҙенә йәшәү көсө биргән Ер-Әсәнән айырылған, ситләшә барған, уға ҡарата хаслыҡ ҡылған һайын, планетабыҙҙың климаты ла хәүефлегә әйләнә бара. Күпме генә алға китешкән замана технологияларыбыҙ менән маҡтанһаҡ та, тәбиғәт алдында беҙ көсһөҙ. Быны бер нисә секунд эсендә ер аҫтына убылып төшкән күп ҡатлы йорттар, һыу аҫтында ҡалған йорттар, баҫыуҙарҙы ҡара көйҙөргән ҡоролоҡ та дәлилләй. Быйыл 14 апрелдә район-ҡалабыҙ кисергән көслө дауылға ҡаршы кем сыға алды? Дөрөҫ, бер кем дә. Тәбиғәт үҙе ҡуптарҙы был ғәрәсәтте һәм, һис ни булмағандай, ҡапыл туҡтатты. Шуға күрә беҙгә Ер-әсәгә ҡарата һаҡсыл һәм ихтирамлы ҡарашта булып өйрәнергә кәрәк. Кире осраҡта, төрлө тәбиғәт ғәрәсәттәре беҙҙе һынауынан туҡтамаясаҡ...

Районыбыҙҙа тарихи урындар ҙа, тәбиғи ҡомартҡылар ҙа бик күп. Шуларҙың береһе – данлыҡлы Ғәҙелша шарлауығы.

Иң бейек булып һанала

Ғәҙелша шарлауығы - районыбыҙҙың Ирәндектең көнсығыш тармағы булған Яманташ тауында, Төйәләҫ йылғаһындағы шарлауыҡ. Диңгеҙ кимәленән 800 м бейеклектә. Өс киртләсле. Юғары киртләсенең бейеклеге 1,2 м, икенсе һәм өсөнсө киртләсе етешәр метр. Шарлауыҡ Башҡортостанда иң бейеге һанала.

Тирә–яғында йәшмә таралған. Шарлауыҡ 1965 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән һәм дәүләт тарафынын һаҡлана. Был тәбиғәттең гидрологик, гидроморфологик, ботаник ҡомартҡыһы ғына түгел, ундағы тәбиғәт һирәк осрай торған үҫемлектәргә бай.

Шарлауыҡ буйында Башҡортостандың “Ҡыҙыл китабы"на индерелгән үләндәр: йомшаҡ әрем (полынь шелковистая), ҡаясатыр (бороздоплодник), казак артышы (можжевельник казацкий), ҡарға ҡуҙағы (чина Гмелина), Литвинов сырмалсығы (чина Литвинова), тау һарынаһы (горноколосник колючий), ебәк ҡаҙүлән (лапчатка шелковая), шиверекия үләне (шиверекия подольская), цицербита үләне (цицербита уральская), шырт еҙүлән (тонконог жестколистный), елемүлән (смолевка башкирская) үҫә.

Был ерҙәрҙең тағы бер үҙенсәлеге – ҡаяға йәбешеп үҫкән ағастарға ҡоштар оя ҡорған. Бындай күренеш бик һирәк осрай.

Ғәҙелша шарлауығы – туристарҙың яратҡан урыны. Шарлауыҡты ҡарарға республика ғына түгел, ә тотош илдән киләләр. Бында ҡояш нурҙарында һәр саҡ сағыу йәйғор уйнай, һалҡынса саф һауа.

Административ яҡтан Ғәҙелша шарлауығы Баймаҡ урман хужалығы биләмәһендә урынлашҡан. Шарлауыҡтан 6,5 км алыҫлыҡта Ғәҙелша исемле ауыл булған, хәҙер был ауыл бөткән. Ғәҙелшанан 9,5 км алыҫлыҡта Абҙаҡ ауылы бар.

Ғәҙелша шарлауығы Ирәндек тауының көнсығыш битләүендә Яманташ тау түбәһенә яҡын урынлашҡан. Был урындағы тауҙар Түбән һәм Урта Девон осорондағы, Ирәндек свитаһы тип аталған, вулкан (эффузия) тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән. Ғәҙелшаның һикәлтәләре кремний сланецтары, порфириттар, туф кеүек тау тоҡомдарынан тора.

Шарлауыҡ Яйыҡ йылғаһының ҡушылдығы Төйәләҫ йылғаһында барлыҡҡа килгән. Шарлауыҡ каскад тибындағы шарлауыҡтарға инә һәм өс каскадтан тора. Шарлауыҡтың дөйөм бейеклеге 15 метрҙан артыҡ. Был күрһәткес буйынса Көньяҡ Уралдағы иң бейек шарлауыҡ.

Шарлауыҡтың беренсе күтәрмәһе яҫы һәм бейеклеге 1,2 метрҙан артмай, һыу ялғаштан аҡҡан кеүек аға. Икенсе һәм өсөнсө күтәрмәләре 7-шәр метр бейеклектә һәм икеһе лә текә. Уларҙан ағып төшкән һыу айырым ағымдарға бүленә. Һыу ағымы йыл миҙгеленә ҡарап үҙгәрә. Ҡышын шарлауыҡ туңа. Яҙ көнө һыуҙың иң ҙур сығымы булған миҙгел. Был ваҡытта шарлауыҡ иҫ киткес матур була.

Шарлауыҡҡа – өмәгә!

Ғәҙелша тәбиғәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе булып тора. Эйе, шарлауыҡтың матурлығы, үҙенсәлеклеге күптәрҙе үҙенә тарта. Яҙҙан алып көҙгә тиклем Ирәндектең матур урынына килеүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Әммә бөтә туристар ҙа матурлыҡты күреп, уның гүзәллегенә һоҡланып ҡалмай, ә шарлауыҡ биләмәһен сүп-сар менән тултыра. Хатта ҡыш көнө лә уларҙың үҙҙәре артынан әллә күпме ҡый ҡалдырып китеүҙәре күңелде ҡыра. Быйыл ҡыш Башҡортостандың Экология министрлығының Сибай идаралығы һәм Баймаҡ урман хужалығы белгестәре Бөтә Рәсәй “Рәсәй һыуы” акцияһы сиктәрендә Башҡортостандың иң ҙур шарлауығында өмә үткәргәйне. Улар тирә-яҡты таҙартып, ҡоштарға тағараҡтар элде.

Беҙҙең Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге коллективы ла Ғәҙелша буйында өмә үткәреп, “Атайсал” проектына ҡушылды. Апрелдең һуңғы көндәре беҙҙе эҫе көндәре менән һөйөндөрҙө. Ғәҙелша шарлауығына яҡынлаша барған һайын үҙебеҙҙе икенсе донъяға барып ингәндәй хис иттек. Бындағы һауа! Ул бөтөнләй икенсе төрлө. Мең-мең хуш еҫтәр мейегә үтеп инә һәм үҙеңде осоп барғандай тояһың. Сағыу келәмдәй түшәлеп ятҡан сәскәләр! Ә умырзаяларҙың ниндәйе генә юҡ бында! Улар башҡа ерҙәге яҙ сәскәләренә ҡарағанда күпкә эре һәм матур. Күрәһең, дымлы һауа үҙенекен итәлер. Шарлауыҡтың шауын ишетеү менән күңелдәрҙе һиллек һәм тынысланыу тойғолары баҫып алды. Беҙҙең акцияға ҙур теләк менән ҡушылған, оҙайлы йылдар Роспотребнадзорҙың етәксеһе булған, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Замир Күсәбаевтың шарлауыҡтың Ғәҙелша тип аталыу тарихының бер нисә вариантын тыңлағандан һуң, үрләү яғына йүнәлдек. Беҙгә Әбйәлил районынан килгән ғаилә килеп ҡушылды. Улар был хозур ерҙәрҙе тәү мәртәбә күрә икән. Хәйер, беҙҙең коллективтан да ике хеҙмәткәр беренсе мәртәбә Ғәҙелшаға аяҡ баҫып, хайран ҡалды. Күршеләргә шарлауыҡҡа һоҡланырға ғына түгел, ә уны таҙартыуға ла ҙур өлөш индерергә кәрәклеге хаҡында белдереп, юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ.

Көндөң ныҡ йылытыуына ҡарамаҫтан, шарлауыҡ буйында ҡар иреп бөтмәгән ине әле. Һуҡмаҡтар ҙа кипмәгән, тайғаҡ. Шулай ҙа тирә-яҡтағы матурлыҡҡа, ғорур ҡаяларға, үҙенсәлекле үҫемлектәргә, эре-эре ҡырмыҫҡаларға һоҡланып, ныҡышмал рәүештә үрләүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Ҡулыбыҙҙағы моҡсайҙарға сүп-сар ҙа йыйыла башланы. Туристар шарлауыҡҡа күтәрелгәндә эсә-эсә барған шешәләрен аяҡ аҫтына йә таштар араһында бырғатып киткән. Ағастарға эленеп торғандары ла бар ине. Ошо гүзәллек донъяһында ҡара эшкә батырсылыҡ иткән шул кешеләрҙе күрер кәрәк ине. Тәбиғәткә ҡарата вәхшиҙәрсә ҡыланып, унан һуң нисек шарлауыҡ янында оялмай ял итәләр икән?

Тағы бер күңелһеҙ күренеш – икенсе киртләскә күтәрелеп барғанда, ҡая ситендә үҫкән ағасҡа теләһә нәмә элеп китеү. Кем башлағадыр был “йоланы”, әммә уның мәғәнәһеҙлеге башҡа һыймай. Ҡайһы бер “аҡыллы баштар” йәнәһе шул рәүешле ағас уларҙың теләген бойомға ашыра тип уйлай. Ә уға ситтән күҙ һалыу менән, күңел тула. Алама сепрәк-сапраҡ, салфеткалар, хатта ойоҡбаштар эленгән ағас, уларҙың ауырлығынан башын рәнйеү менән түбән эйгәндәй, “тағы ниндәй мәсхәрәгә юлыҡтырырһың мине, әҙәм балаһы?”-тип һорағандай. Теләһә нәмә ярпылдап торған ағасҡа бер ҡош та яҡынламаясаҡ. Тимәк, олоно буйлап шыуышҡан ҡорттар ағасты кимереп, уны юҡҡа сығарасаҡ. Ә кешеләргә нимә – улар артабан икенсе ағасты “теләк үтәүсе” тип иғлан итер һәм уның ботаҡтарына барлыҡ алам-һолам эленер. Урманы кибеү менән шарлауыҡ та юҡҡа сығасағын аңлау өсөн ғалим булырға кәрәкмәйҙер. Эйе, был фажиғәле хәл бер көн, хатта бер нисә йылда ла килеп тыумаҫ. Әммә тәбиғәткә ҡарашыбыҙҙы һаҡсыл яҡҡа үҙгәртмәһәк, эш шундай һәләкәткә китеп бара.

Шуға күрә ағастағы бар “теләк” сепрәк-сапраҡтарын (сираттағы мәртәбә!) йыйып алдыҡ. Ә бындағы мөғжизәле урындар һеҙҙең уй-хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырһын өсөн, улар иң тәүҙә яҡты булырға тейеш. Артабан шарлауыҡ һәм уның янындағы тәбиғәткә ҡарата яҡшылыҡ ҡылыр кәрәк. Шунан инде теләгегеҙҙе, шаулап атылған һыу янында, шарлауыҡҡа ғына һөйләп бирегеҙ.

Эстафетаны һәр ял итеүсегә тапшырабыҙ!

Ғәҙелша шарлауығына күтәрелеп, уның шат тауыш менән урғылыуына ҡарап, һоҡланып туя алманыҡ. Шаян һыуҙар сәсрәп өҫтөбөҙҙө сылатты. Әйткәндәй, был шифалы һыу кешене бер ҙә өшөтмәй, ауырытмай ҙа. Был яҡтан да Ғәҙелшаның үҙ хикмәте һәм сере бар. Тирә-яҡҡа һоҡлана-һоҡлана, сүп-сарҙы йыйып, аҫҡа төшәбеҙ. Әйтергә кәрәк, был ваҡытта шарлауыҡҡа күтәрелеүе һәм төшөүе бик үк еңелдән түгел. Әммә мауыҡтырғыс юл уның бар ауырлығын юҡҡа сығара.

Аҫҡа төшөүгә унда туристарҙың өҫтәлеүен күрәбеҙ. Ғәҙелша шарлауығын ҡарарға Силәбе, Ырымбур өлкәләренән кешеләр килгән ине. Уларға ла арттарынан йыйыштырып, сүп-сар ҡалдырмай китергә кәрәклекте белдерәбеҙ. Туристар барыһын да аңлап һәм ыңғай ҡабул итте. Ә беҙгә шарлауыҡ битләүегендә, туристар туҡтап ял иткән яланды таҙартырға кәрәк ине. Шуны ла билдәләп китергә кәрәк, быйыл, унан алдағы йылдарға ҡарағанда, был урында ҡый әҙерәк булыуы һөйөндөрҙө. Тимәк, кешеләр аҡылына килә бара. Әммә тынысланырға иртә әле.

Ҡайһы бер туристар ҡыйын ҡайҙа итергә тип “аптырап” ҡалмаған, яҙғы ташҡын ваҡытында барлыҡҡа килгән соҡорға ташлағандар. Уны таҙартыу өсөн байтаҡ көс һалырға тура килде. Сөнки пластик, быяла шешәләр һәм башҡа сүп-сар, тупраҡ менән уҡмашып, ер аҫтына китә башлаған ине. Шулай ҙа ихлас тотонған эш үҙенекен итте. Туристар үҙ иткән ялан “ялт” итеп ҡалды. Беҙ ҡыйлы моҡсайҙарҙы машинабыҙҙың тағылмаһына тултырҙыҡ. Бында ҡый ташларға контейнер юҡ. Хәйер, уларҙы бында урынлаштырыуы ла мөмкин түгелдер. Сөнки йыл һайын ташҡын юлдарҙы йыуып, юҡҡа сығара. Бында йөк машинаһының менеп етере икеле. Шуға күрә Ғәҙелшаға килгән һәр кемгә үҙенең сүп-сарын йыйып алырға кәрәк. Өҫтәмә моҡсайҙар ҙа алығыҙ. Әгәр кемдер ҡыйын ҡалдырып киткән булһа, уларҙыҡын да йыйып алығыҙ. Был һеҙгә сауап ҡынеа булып төшәсәк. Ә Ғәҙелша буйы тулыһынса сүп-сарҙан таҙарып, тәбиғәт еңел һулап ҡалыр, ҡош-кейек, “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән үҫемлектәр, ағастар юҡҡа сыҡмаҫ, шарлауыҡтың һыуы ла таҙа булыр.

Беҙ – район гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре, Ғәҙелша шарлауығын сүп-сарҙан таҙартып эстафетаны унда барасаҡ һәр ял итеүсегә тапшырабыҙ! Тәбиғәтебеҙҙең матурлығына һоҡланып ҡына ҡалмағыҙ, ә уны яҡлау-һаҡлауға ла ҙур өлөш индерерһегеҙ, тип ышанабыҙ. Сит яҡтан килгән туристарға ла был урындарҙы ҡыйларға ярамауы тураһында аңлатыу эштәре алып барығыҙ. Шул саҡта ғына көмөш һыулы Ғәҙелшабыҙ мәңге йәшәр һәм киләсәк быуындар ҙа был тәбиғәт мөғжизәһенән көс алыр.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: