Мин йәшәгән төбәк
12 Апреля 2023, 10:15

Яҙ анһат ҡына булмаҫ әле

14 апрелдә, Башҡортостандың көньяҡ өлөшөндә — ҡар ҡатыш ямғыр. Урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар, боҙлауыҡ булыуы көтөлә...

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҙ анһат ҡына булмаҫ әлеЯҙ анһат ҡына булмаҫ әле
Яҙ анһат ҡына булмаҫ әле

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса 13 апрель яуым-төшөмһөҙ. Көндөҙ республиканың көньяҡ райондарында бер аҙ ямғыр яуа. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә 0, +5 градус, көндөҙ +14, +19 градус.

Йома, 14 апрелдә, Башҡортостандың төньяҡ өлөшөндә яуым-төшөмһөҙ, көньяҡ өлөшөндә — ҡар ҡатыш ямғыр. Урыны менән сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар, боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -2, +3, көндөҙ +1, +6 градус.

Автор:Гузель Салихова