Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мин йәшәгән төбәк
7 Февраль 2023, 10:25

Оператив кәңәшмәнән

Беҙҙең иртәбеҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙҙе хәстәрләү менән башлана һәм көнөбөҙ ҙә ошо мәсьәлә менән тамамлана...

Оператив кәңәшмәнән
Оператив кәңәшмәнән

Оператив кәңәшмәнән

Район башлығы Фәнис Әминев үткәргән оператив кәңәшмәлә бер аҙна эсендә район-ҡалала булған хәл-ваҡиғалар, бынан алдағы кәңәшмәләрҙә күтәрелгән мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды.

Берҙәм лиспетчер хәбәре биргән мәғлүмәт буйынса бер аҙна эсендә 118 шылтыратыу алынған. Уларҙың күбеһе торлаҡ-коммуналь хеҙмәтенә ҡағыла. Әлеге ваҡытта район-ҡалала хәүефле төркөмдәргә ингән граждандарға янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙы таратыу, рейдтар дауам итә.

Ҡала мэры Радмир Иҫәнбаев ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырып ташлау буйынса мәғлүмәти эш алып барыла. Был аҙнала халыҡҡа ҡый ни өсөн айырым ташланырға һәм ниндәй төҫтәге контейнер нимә өсөн тәғәйенләнгәнен аңлатыу өсөн брифинг үткәреләсәк.

Шулай уҡ күп ҡатлы йорттарҙың ҡыйыҡтарын боҙ-ҡарҙан таҙартыу буйынса ла эш башланған. Һауа торошоноң ошолай “уйнаҡлап” торған ваҡытында күп ҡатлы йорттар янынан үткәндә һаҡ булыуығыҙҙы һорар инек. Сөнки ҡыш дауамында ҡыйыҡҡа туңып ҡатып ҡалған боҙ ҡапыл ысҡынып, өҫтөгөҙгә төшөүе бар. Бындай ҡыйыҡтар аҫтына транспортығыҙҙы ла ҡуймағыҙ. Коляска менән саф һауаға сыҡҡан әсәләргә бигерәк иғтибарлы булырға кәрәк. Балаларҙы ла бындай урындағы хәүеф тураһында иҫкәртергә онотмағыҙ.

Радмир Фитрат улы Баймаҡ водоканалы эшселәренең икенсе аҙна һыу селтәре торбаларындағы тығын менән көрәшеүен белдерҙе. Шуныһы аяныслы, кемдеңдер хаслыҡ уйы менән һыу ҡоҙоҡтары эсенә эре әйбер (туп, кәстрүл һ.б.) ташлауы күҙаллана. Был йәһәттән Фәнис Ғәбдрәшит улы: “Үкенескә ҡаршы, тотош ҡала халҡына хаслыҡ ҡылырға теләүселәр булып ҡуя. Уларҙы бындай намыҫһыҙ аҙымға нимә этәрәлер, аңлауы ауыр, әммә беҙ барыбер эшебеҙҙе дауам итәбеҙ”,-тине.

Район башлығы шулай уҡ ҡаланы төҙөкләндереү эштәре дауам итәсәген, быныс өсөн махсус программала ҡатнашыуҙары хаҡында әйтеп үтте. Алдағы маҡсат – С. Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы.

Райондың баш табибы Таһир Мәүлетов бер аҙна эсендә үҙәк ҡала дауаханаһына 6162 кешенең мөрәжәғәт итеүен әйтеп үтте. Киҫкен вирус ауырыуҙарына дусар булғандар 13 процентҡа артҡан. Шуныһы ҡыуаныслы – был аҙнала биш бала донъяға килгән.

Был аҙнала район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Азат Шәрипов Йәрмәкәй районында эш сәфәре менән булған. Ауыл хужалығы тармағына ҡағылышлы кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Фәрит улы үҙе ҡатнашҡан. Азат Булат улы кәңәшмә барышында ҡаралған “ЭкоНива” мегафермаһының эше тураһында бай мәғлүмәт бирҙе. Әйткәндәй, беҙҙең Күлтабан мегафермаһына ла инвестор йәлеп итеү эштәре тамамлана. Район башлығы әйтеүенсә, А7-Агро агрохолдингы республикабыҙҙа уңышлы эшләй. Уның беҙҙең мегафермаға инеүе лә эште яйға һалыуҙы күҙаллай.

БТИ начальнигы Урал Заһир улы былтырға эштәренә йомғаҡ яһаны. Бөгөн был мөһим Баймаҡ хеҙмәте 7 район һәм Сибай, Межгорье ҡалаларын хеҙмәтләндерә. Фәнис Ғәбдрәшит улы БТИ-ның эше, халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәте һәм башҡа кәрәкле мәғлүмәттәрҙе район гәзиттәрендә баҫтырыу мөһимлеген әйтеп үтте.

Район башлығы: “Беҙҙең иртәбеҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙҙе хәстәрләү менән башлана һәм көнөбөҙ ҙә ошо мәсьәлә менән тамамлана. Әле уларға сираттағы ярҙам әҙерләнде. Был юлы беҙ яугирҙәребеҙгә техник саралар әҙерләнек. Был уларҙың үтенесе буйынса”,-тип һөйләп үтте.

10 февралдән 14 февралгә тиклем яугирҙәргә ярҙам тулыһынса йыйылып бөтәсәк. Район башлығы тепловизорҙар һ.б. техник сараларҙы алыуҙа ҙур өлөш индергән предприятиеларға, эшҡыуарҙарға, фермерҙарға ҙур рәхмәтен белдерҙе.

Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: