Таксист яҙмаларынан
Таксистарҙы һүкһәгеҙ ҙә...
Быйылғы ҡыштың ҡыҙыҡ ҡына булып килеүе руль артындағыларға ла, йәйәүлеләргә лә күп хәүеф тыуҙырҙы.
Көндәр бит ноябрҙә берсә йылытты, берсә һыуытты. Һөҙөмтәлә нимә? Дөп-дөрөҫ, юлдарҙа ла, уның ситендә лә боҙ ялтырап ята. Әле ике көн элек ҡар яуа башлағас ҡыуанылғайны, ялтырап ятҡан боҙҙо ябыр тип. Ҡайҙан инде? Баймаҡтағы мәңге өрөп торған ел ул ҡарҙы ла осороп бөттө.
Ошондай мәлдә йәйәүлеләр аптырата мине. Кешеләр таксистарҙы ғына һүгеп өйрәнгән, әммә үҙҙәре ни ҡылана һуң?! Ҡапыл пешеходный переходҡа йүгереп килеп сыҡҡандар аптырата мине. Ярай, көндөҙ уларҙы күреп өлгөрәһең. Ә күҙ бәйләнгәс, ҡараңғыла? Кейемдәрендә яҡтыртҡыс элементтары юҡ. Таксист хәҙер пешеходҡаға кеше килеп сығыуын алдан белергә күрәҙәсе булырға тейешме? Әкрен барһаң да, бынау тиклем боҙҙа машина ҡапыл туҡтамаясаҡ. Бер килке шыуып барасаҡ бит!
Ә йәйәүлеләрҙең юлды нисек үткәнен күргәнегеҙ бармы? Улар бит юлға ҡарамай. Башын юғары тотоп, эре генә, һуйырға алып барған мал кеүек, әкрен баҫып бара әле ул. Күптәре телефондан һөйләшә. Етеп килгән машина туҡтағанмы-юҡмы икәнлеген ҡарарға кәрәк бит тәүҙә! Төрлө хәлдәр була. Водитель знакты күрмәүе, онотоуы бар йәки шәп килә икән ти. Хәҙер бит йәштәр бигерәк тә шәп йөрөй. Ҡасан туҡтап өлгөрә ул бынау тиклем катокка әйләнгән юлда? Шул-шул. Кешене күреп, тормозға баҫһа ла, машинаһы уны тыңламай, шыуып барасаҡ әле.
Ә автомат машинала барған ҡатын-ҡыҙҙарҙың, юлға сыҡҡан кешене күреп, ҡаушап, газ менән тормозды бутап, йәйәүлене тапауы хаҡында быйыл республикала нисә мәртәбә ишетелде? Шуға күрә руль артындағылар ғына түгел, ә йәйәүлеләр ҙә юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тейеш. Бигерәк тә ошондай хәүефле мәлдә. Балаларға ла өйрәтһендәр. Сөнки балалар ҙа машиналарға ҡарамай юлға йүгереп сыҡҡан осраҡтары йыш була. Ҡаза гел булмай – бер була. Шуны онотмағыҙ, кешеләр! Имен-һау булайыҡ!
Ринат ағайығыҙ.
Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.