Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мин йәшәгән төбәк
13 Сентябрь 2022, 17:00

Аҡсамды ҡайтарығыҙ!

Банкоматҡа туҡылдата башланым. Үҙем туҡылдайым, аҡсамды бирегеҙ тип ҡысҡырам. Ҡысҡырыуҙан туҡтап, тауыш ишетелмәйме икән эсенән тип тыңлап торам. Тауыш-тын юҡ...

Аҡсамды ҡайтарығыҙ!
Аҡсамды ҡайтарығыҙ!

Бер таныш апай ауыҙынан:

“Эшһеҙлек буйынса иҫәптә торҙом. Тап шул ваҡытта аҡса карточка менән бирелә башланы. Баймаҡҡа юл төшһә, бер нисә эште бер юлы эшләп ҡалырға тырышабыҙ. Был юлы ла шулай булды. Баҙарға һыйыр ағы һатырға барҙым, бер юлы карточканан аҡса ла алырмын тип уйланым. Баҙарҙа һатып бөтмәгән нәмәләремде, күҙ - ҡолаҡ булырға таныштарға әйттем дә, киттем аҡса артынан. Банкка килдем, аҡса карточкаһын ҡуйҙым, пинкод йыйҙым. Бына карточкам мин ҡуйған тишектән кире килеп сыҡты. Карточкамды ҡулға алдым. Хәҙер инде аҡсамды көтәм. Был ни хәл - банкомат эшләмәне лә ҡуйҙы! “Свет һүнде” тип аңлаттылар.

Минән һуң сиратҡа баҫҡан кешеләр, әле генә “свит янмай әле” тип берәм - һәрәм таралышып бөттө, мин һаман торам әле ана - бына килеп сығыр аҡсамды көтөп. Тора торғас арып киттем. Хәҙер уйлайым, мин ниңә бында сыҡмаған аҡсаны көтөп торам әле. Ҡуй, булмаһа, кире баҙарға барып, һатыу эшемде бөтөрөп киләйем тип шәп - шәп атлап киттем баҙарға. Унда эштәремде теүәлләп, теүәл бер сәғәттән аҡсамды алырға тип килдем баяғы таныш банкоматҡа. Бына һиңә - аҡсам юҡ! Минең уйымса, мин бер сәғәттән килеүгә шул банкоматта көтөп ятырға тейеш бит инде ул! Уны-быны уйлап торорға ваҡыт юҡ. Банкоматҡа туҡылдата башланым. Үҙем туҡылдайым, аҡсамды бирегеҙ тип ҡысҡырам. Ҡысҡырыуҙан туҡтап, тауыш ишетелмәйме икән эсенән тип тыңлап торам. Тауыш-тын юҡ. Мин бит банкоматтың эсендә кеше ултыра тип уйлайым. Яныма килеп торған кешегә ни өсөн банкоматтан аҡса таптырып ҡысҡырғанды аңлатам. Үҙемә лә ниҙер аңлаталар. Кем генә аҡсаһын килеп ала тип көтөп торһон инде, килеп сығыу менән тотоп киттеләр инде. Шулай итеп, аҡсаһыҙ ҡалдым”.

Райхана Булатова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: