Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мин йәшәгән төбәк
26 Июнь 2022, 14:20

Таксиға ултырмайым хәҙер

Өс йыл эшләй ... праваһыҙ

Таксиға ултырмайым хәҙер
Таксиға ултырмайым хәҙер

Себергә барып эшкә урынлашҡас, машинаға “права” алырға уҡырға яҙылдым. Беренсе көн. төркөмдәр менән танышыу. кемдең руль артына ултырып ҡарағаны барлығы хаҡында һөйләшеп киттек. Күптәр ауылда, атаһы ҡарауы аҫтында йөрөгән, бәғзеләр минең кеүек бер ҡасан да рулде тотоп ҡарағаны ла юҡ. Шул саҡ бер егет: “Ә мин үҙ машинамда килдем. 3 йыл инде таксист булып эшләйем. Гаишниктарҙан ҡасып йөрөүе ялҡытты, шуға уҡырға килдем”,-тимәһенме! Иң ҡыҙығы, имтихан тапшырғанда ул “вождениены” тәүге мәртәбәнән тапшыра алманы. Белмәйем, башҡалар нисектер, ләкин мин хәҙер таксистарҙан ҡурҡа башланым.

Т.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: