Бөтә яңылыҡтар
Мин йәшәгән төбәк
1 Апрель 2022, 15:45

Апрель һынамыштары

7 апрелгә тиклем ҡыйыҡ баштарында ҡар ятһа – 6 майға тиклем ул яланда ла буласаҡ...

Апрель һынамыштары
Апрель һынамыштары

 

7 апрелгә тиклем ҡыйыҡ баштарында ҡар ятһа – 6 майға тиклем ул яланда ла буласаҡ.

Яҙ 7 апрелгә тиклем килә икән, алда күп һалҡындар көтөлә.

9 апрель тирәһендә тәгәрлектәр (ҡыр турғайы) ҡайта.

14 апрель тирәһендә йылғаларҙа һыу таша башлай.

Айҙың егермеләрендә ныҡ һалҡын булып, көндәр ҡояшлы икән, уны иген уңыуға юрағандар.

24 апрелгә тиклем йылғаларҙа боҙ китмәһә, насар йәй көтөлә.

Аҡҡош иртә килһә, яҙ насар булыр.

Ҡайын һыуы күп аҡһа, йәй ямғырлы була.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: