Бөтә яңылыҡтар
Мин йәшәгән төбәк
30 Сентябрь 2021, 15:45

Таулыҡайҙар ағас ултыртты

25 сентябрҙә старт алған "Йәшел Башҡортостан" акцияһына Таулыҡай ауылы халҡы ла ихлас ҡушылды.

25 сентябрҙә старт алған "Йәшел Башҡортостан" акцияһына Таулыҡай ауылы халҡы ла ихлас ҡушылды. «Ҡоролтай аллеяһы»на, мәсет һәм клубтың баҡсаларына бөтәһе 240 төптән ашыу йәш үҫенте ултыртылды. Үҫентеләр менән ауылдаштары Дәүләкәнов Зөлфәт Тәлғәт улы тәьмин иткән. Быға тиклем ултыртылған ағастарҙы тәрбиәләп, уларға һыу ҡойолдо. Әйткәндәй, таулыҡайҙар эҫе, ямғырһыҙ йәй буйына ағастарға һыу ҡойоуҙы даими ойоштороп, үҫентеләрҙең ҡороуына юл ҡуйманы. Киләсәкте уйлап, изге эш башҡарған ауыл халҡына “Афарин!” тип әйтеп, уңыштар теләйбеҙ.

Таулыҡайҙар ағас ултыртты
Таулыҡайҙар ағас ултыртты
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: