Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мин йәшәгән төбәк
20 Сентябрь 2021, 14:52

"Бәхтейәр" ҡоҙоғо

-

Ишмырҙа ауылының "Ағинәйҙәр" ойошмаһы ағзалары һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән берлектә "Мәмбәт осҡан" һәм "Бәхтейәр" ҡоҙоҡтарының тарихы менән танышып, эргә - тирәһендәге сүп - сарҙан таҙартты.
Киләсәктә ағинәйҙәр "Мәмбәт осҡан" ҡоҙоғон үҙ ҡарамағына алырға вәғәҙәләште. Ошондай инәйҙәребеҙ булғанда тәбиғәтебеҙ таҙа, ҡарауһыҙ ҡалмаҫ, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
"Бәхтейәр" ҡоҙоғоның ҡыҫҡаса тарихы: Ишмырҙа ауылында колхозсы Ҡашҡаров Бәхтейәр Шәрифулла улы тәрбиәләп тотҡан ҡоҙоҡто хәҙер шулай тип атап йөрөтәләр. Был шишмә  һыуы менән колхоздың йәшелсә баҡсаһын һуғарып, юғары уңыш алғандар. Бәхтейәрҙе хөрмәтләү йөҙөнән уның исемен һыу сығанағына биргәндәр.

"Бәхтейәр" ҡоҙоғо
"Бәхтейәр" ҡоҙоғо
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: