Һаҡмар
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мин йәшәгән төбәк
15 Сентябрь 2021, 15:40

50 йыл спорт менән бергә

Уның тәрбиәләнеүселәренең бөтәһенең дә яҙмышы уңышлы, тип әйтергә мөмкин. Уҡыуҙа ла, эштә лә, шәхси тормошта ла – барыһы ла яҡшы. Ә бәхеттәренең сере ябай. Улар – сәләмәт тормош яҡлы. Һүҙебеҙ - Баймаҡ ҡалаһының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбен тренеры Зәбир Фәрит улы Әхмәтйәнов хаҡында. 8 сентябрҙә уның ошо өлкәлә эшләүенә теүәл 50 йыл тулды. Ысынлап та, был ваҡыт эсендә уның ҡарамағында бер нисә быуын спортсы үҫеп сыҡҡан.

Уның тәрбиәләнеүселәренең бөтәһенең дә яҙмышы уңышлы, тип әйтергә мөмкин. Уҡыуҙа ла, эштә лә, шәхси тормошта ла – барыһы ла яҡшы. Ә бәхеттәренең сере ябай. Улар – сәләмәт тормош яҡлы. Һүҙебеҙ - Баймаҡ ҡалаһының Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбен тренеры Зәбир Фәрит улы Әхмәтйәнов хаҡында. 8 сентябрҙә уның ошо өлкәлә эшләүенә теүәл 50 йыл тулды. Ысынлап та, был ваҡыт эсендә уның ҡарамағында бер нисә быуын спортсы үҫеп сыҡҡан.

- Мәктәпте миҙал менән тамамлаған уҡыусыларҙың барыһы ла минең тәрбиәләнеүселәрем, - тине оло ғорурлыҡ менән спорт мәктәбенең волейбол буйынса тренеры Зәбир Әхмәтйәнов. - Сөнки туп уйнағанда бармаҡтар менән эш итәһең. Шуның менән моторика үҫешә. Һөҙөмтәлә уҡыусыларҙың аң-кимәле үҫешә. “3” билдәһенә уҡыған балалар һуңғараҡ “4” һәм “5” билдәләренә өлгәшә башлай. Әйткәндәремде дәлилләп, бер генә миҫал килтереп үткем килә. Айгөл Йәнбәкова тигән тәрбиәләнеүсем бөгөн Гонконгта йәшәй. Бик уңышлы модель. Өфөлә уҡыған саҡта уҡ уның спорт формаһындағы кәүҙәһе агентлыҡтарҙы ҡыҙыҡһындыра. Бер үк ваҡытта уҡып та, эшләп тә йөрөй башлай. Әйткәндәй, тәрбиәләнеүселәрем Баймаҡҡа ҡайтҡан һайын беҙҙең менән осрашыуға килә. Кескәй дуҫтарына кәңәштәрен әйтеп, рәхмәттәрен белдерә. Ысынлап та, мәктәпте тамамлап, артабан уҡыуын колледж, университеттарҙа дауам иткән саҡта тренерҙар уларҙы башҡаларҙан бик тиҙ айырып ала. Артабан шул уҡыу йорто иҫәбенән төрлө спорт ярыштарында ҡатнаша башлайҙар. Был иһә улар өсөн айырым балл өҫтәй.

Хеҙмәт юлын Зәбир Әхмәтйәнов 1971 йылда Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булараҡ башлай. Ике йыл Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас та мәктәптә эшен дауам итә. Артабан Күмертау педагогия училищеһының физик культура бүлеген тамамлай һәм Баймаҡ ҡалаһының 39-сы техник училищеһына эшкә саҡыралар. 1979-1989 йылдарҙа 29-сы һөнәри белем биреү училищеһында башланғыс хәрби әҙерлек дәрестәре алып бара. Һуңынан 3-сө мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Бер үк ваҡытта балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә волейбол буйынса секция ла алып бара. Уның етәкселегендәге “Дарья” ҡыҙҙар волейбол командаһы бик күп уңыштарға өлгәшә. Республика ярыштарында улар даими рәүештә йә 2-се, йә 3-сө урындарға сыға. Тәүге еңеүҙе иһә улар оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарға ҡаршы уйнағанда яулай. Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙған Республика Ауыл уйындары спартакиадаһында район командаһы исеменән сығыш яһайҙар. “Ҡыҙҙарыңды үлтерәләр бит, ҡайҙа ынтылаһығыҙ”, - тип улар өсөн хафаланалар. Ләкин Баймаҡ ҡыҙҙары һынатмай, Стәрлетамаҡ физкультура техникумы командаһынан ғына ҡалышып, икенсе урынды яулайҙар.

Бөгөн Зәбир Фәрит улының өс төркөмө бар. Райондың “Өмөт бар” инвалидтар ойошмаһы етәксеһе Луиза Иванова үҫенсәлекле балалар менән дә шөғөлләнергә саҡырғас, риза була. Ләкин уның өсөн мәктәптәге бер төркөмөнән баш тартырға мәжбүр була.

- Физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн айырым программа бар, - ти Зәбир Фәрит улы. - Тәүҙә кәүҙәне яҙып алыу мотлаҡ. Спорт менән даими шөғөлләнеү үҙенең һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Ҡулдар, аяҡтар яҙыла. Шөғөлләнеүҙе туҡтатһаң, көс һалып, тир түгеп өлгәшелгән уңыш юҡҡа сыға. Шунлыҡтан хәлдәре бер аҙ яҡшырғаны өсөн күнегеүҙе туҡтатып, ташлап китеүселәр беҙгә кире килә. Улар, тимәк, спорттың үҙҙәре өсөн бик тә мөһим икәнен яҡшы аңлай.

50 йыллыҡ эш тәжрибәһе булған тренер Зәбир Фәрит улы әйтеүенсә, йәшлек энергияһы кешегә 30 йәштәргә тиклем генә етә. Артабан иһә организм ҡартая башлай. Үҙеңде формала тотоу өсөн даими хәрәкәттә булыу мотлаҡ. Бында иһә спорт менән шөғөлләнеү ҙур роль уйнай. Бөгөн балаларҙың күптәре буш ваҡытын телефон, компьютер артында уҙғара. Уларҙы гаджеттарын айырып, спортҡа биреү – ата-әсәләрҙең бурысы.

- Розалия ҡыҙымды беренсе тапҡыр Ҡуянтау – Баймаҡ марафонына сығарғанда уға ни бары 6 йәш ине, - тине Зәбир Әхмәтйәнов. - Артабан ул миңә эйәреп спорт секцияһына йөрөй башланы. Бөгөн уның балалары ла спортты үҙ итә. Шунан сығып әйтер инем: балаларыңды спортҡа йәлеп иттереү өсөн, тәү сиратта, ата-әсәйҙәр үҙҙәре өлгө күрһәтергә тейеш.

Зәбир Фәрит улының һүҙен ҡеүәтләп, үҙенең бөгөн дә спорт менән йәнәш атлауын әйтеп китергә кәрәк. Ул һәр ваҡыттағыса дәртле, шаян, маҡсатына ынтылыусан. Быларҙың барыһына ла өлгәшеү өсөн уға спорт ярҙам итә.

Һүҙ һуңында әңгәмәсем “Дарья” волейбол клубына даими бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуарҙар Ирина һәм Николай Жжоновтарға үҙенең һәм тәрбиәләнеүселәре исеменән рәхмәт белдереүҙе һораны. Улар йыл да спорт формалары, туптар алып бирә.

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор фотоһы.

50 йыл спорт менән бергә
50 йыл спорт менән бергә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: