Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мин йәшәгән төбәк
12 Август 2021, 13:20

БАЛАЛАРҘЫҢ ТЕЛӘГЕ ҠАБУЛ БУЛА

“Тәбиғәт ғәрәсәттәре артабан да буласаҡ әле. Сөнки беҙҙең күп изге ғәмәлдәребеҙ онотолоп бара. Һирәк саҡта ла ямғыр яуғанда, һеҙ күләүектәр буйлап йүгереп, һамаҡлаған балаларҙы күргәнегеҙ бармы? Юҡ бит. Сөнки беҙ өйрәтмәйбеҙ уларҙы. Ямғыр башланғанда балалар нисек телефонға текәлгән, шулай ҡымшанмай ҙа ултырыуын дауам итә. Ә беҙ нисек сығып йүгерә инек! “Ямғыр, яу, яу!..” тип башланған ниндәй генә һамаҡтарыбыҙ булманы. Ул бит быуындан-быуынға күсеп килгән аманат ине. Ә беҙ шуны оноттороп барабыҙ..."

Төплө ҡарашлы, аҡыллы кешеләр менән аралашыу күп күренештәргә яңы ҡараш ташларға мөмкинселек бирә. Алғаҙы ауылынан Хәбир Зәкирйән улы Мөхәмәтйәров менән һөйләшеп ултырғанда һүҙ тәбиғәт ғәрәсәттәренә, ҡоролоҡҡа барып тоташты. Сөнки был күренештәр һәр кемебеҙҙе борсой бит.

Тәбиғәт ғәрәсәттәре артабан да буласаҡ әле. Сөнки беҙҙең күп изге ғәмәлдәребеҙ онотолоп бара. Һирәк саҡта ла ямғыр яуғанда, һеҙ күләүектәр буйлап йүгереп, һамаҡлаған балаларҙы күргәнегеҙ бармы? Юҡ бит. Сөнки беҙ өйрәтмәйбеҙ уларҙы. Ямғыр башланғанда балалар нисек телефонға текәлгән, шулай ҡымшанмай ҙа ултырыуын дауам итә. Ә беҙ нисек сығып йүгерә инек! “Ямғыр, яу, яу!..” тип башланған ниндәй генә һамаҡтарыбыҙ булманы. Ул бит быуындан-быуынға күсеп килгән аманат ине. Ә беҙ шуны оноттороп барабыҙ. Бала – гонаһһыҙ. Уның теләктәре ҡабул була. Ямғырҙы балалар теләргә тейеш”,-тине Хәбир Зәкирйән улы уйға һалып.

Ысынында ла хаҡ һүҙҙәр бит. Ошо аҙнала беҙ йәшәгән урамда егерме минуттай ямғыр ҡойоп яуып алды. Йәшенһеҙ-ниһеҙ, инде йылы ямғыр. Мин тәҙрәне асып ебәрҙем дә: “Ямғыр, яу, яу, иген үҫһен тау-тау!”-тип һамаҡлап ҡысҡыра башланым. Өтөп алып барған эҫенән һуң һәр бүлмәгә килеп ингән саф һауаға ҡыуанып, янымда баҫып торған балаларым миңә аптырап ҡарап алып киткәненә иғтибар иттем. Әллә нисек булып китте. “Ямғыр яуғанда шулай тип әйтергә кәрәк, беҙ бала саҡта шулайта торғайныҡ”,-тигән булдым. Әммә ошо тәғлимәтте кескәй сағынан үҙләштереп үҫмәгән улым һәм ҡыҙым мине аңланымы икән ул? Хәбир Зәкирйән улы менән һөйләшеү бына шул уйға һалған минуттарға тағы алып ҡайтты.

Ямғыр һамағын мин әсәйемдән ишетеп үҫтем, ул – өләсәйҙән. Урыҫ балалары менән уйнаһаҡ, улар менән бергәләп: “Дождик, лей, лей, лей, вместе будет веселей”,-тип күләүек аша һикерер инек. Аҡ ямғырҙар бер туҡтауһыҙ яуһа, урамға йүгерешеп сығып: “Ҡояш апай, сыҡ, сыҡ!..”-тигән һамаҡлау китер ине.

Бер әсәнең биш һәм ете йәшлек улдарын күләүектә бысранғаны өсөн эт итеп әрләүен ишетеп аптырағайным. Эйе, хәҙер ата-әсәләргә баланың робот кеүек компьютерға текәлеп ултырыуы, бысранмауы, һыуланмауы бигерәк уңайлы шул. Әйтерһең, беҙҙең әсәй-өләсәйҙәр кеүек мунса яғып тороп, көнө буйы, ҡул менән кер йыуалар. Ана, автомат машинаға ырғыттың да, оноттоң.

Уйҙарыма кире ҡайтып һамаҡтарҙың береһен килтерәм. Әйҙәгеҙ, уны балаларға өйрәтәйек. Еребеҙгә шифалы ямғырҙар килеп, бар донъя рәхәтләнеп тын алһын

Ямғыр, яу, яу, яу!

Иген үҫһен тау, тау,

Ваба сире булмаһын,

Астан халыҡ үлмәһен,

Яу, ямғырым, яу, яу!

Ҡара тәкә һуйырмын,

Башын һиңә ҡуйырмын,

Майын үҙем ашармын,

Тояғын һыуға һалырмын,

Ямғырҡайым, яу, яу!

Майлы бутҡа бирермен,

Тәтәй ҡашыҡ бирермен,

Ямғырҡайым, яу, яу!

Беҙ булайыҡ һау, һау!

Бәрәмәстән, ҡоймаҡтан

Яу силәктән,

Яу иләктән! Яу! Яу!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: