Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мин йәшәгән төбәк
25 Апрель 2021, 11:15

Бәхеткә илткән юл…

Иҫке Сибайға үҙ йомошо менән килеп-китеп йөрөгән ҡыҙ киләсәк яҙмышының тап ошо ауыл менән бәйле булырын һиҙемләмәй ҙә хатта. Ул ғына ла түгел, дауахана янындағы икенсе бер ойошмала эшләп йөрөгән йәш егеттең үҙенә күҙ һалыуын да тойомламай башта. Ләкин, кем әйтмешләй, беҙ ҡапсыҡта ятмай – бер көн килеп егет ҡыҙға үҙенең хистәрен аса...

Бәхеткә илткән юл…
Иман башы – әҙәптә
Ысынлап та, әҙәпһеҙ кеше иманлы була алмайҙыр ул… Шуға ла борон-борондан ололар баланы бәләкәйҙән әҙәпкә, бүтәндәргә ҡарата миһырбанлыҡҡа, изгелеккә өйрәтергә тырышҡан. Был тәңгәлдә олатай-өләсәйҙәр мәктәбе айырыуса ихтирамға лайыҡ. Бөгөнгө ише махсус дәрестәр, лекторий-фәләндәр үткәрмәй тороп та бала ғаиләлә үк тейешле тәрбиә алған, олоно – оло, кесене – кесе итергә күнеккән. Урамда үҙеңдән өлкән берәйһе менән иҫәнләшмәй үтеү, кәрһеҙҙәргә ярҙам ҡулы һуҙмау, тәккәбберлек кеүек кире күренештәр бер ҙә генә хуплау тапмаған, ундайҙарға әйләнә-тирәләгеләрҙең өнһөҙ шелтәһе күҙ ҡараштарынан уҡ һиҙелеп торған…
Заманыбыҙҙы нисек кенә һүкмәйек, беҙҙең Иҫке Сибай ауылында әҙәп-иманлы, башҡаларға матур өлгө булырлыҡ ғаиләләр бик күп. Йәштәрҙең ата-әсә менән бер ҡыйыҡ аҫтында үҙ-ара килешеп, татыу-татлы йәшәүҙәре, динебеҙгә ихтирам, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, йолаларыбыҙҙың һаҡланыуы, шәриғәт ҡанундарын үтәргә тырышыу, мәсет юлында ололар менән бер ҡатарҙан йәштәрҙе лә күреү күңелдә әйтеп бөткөһөҙ хушһыныу, шатлыҡ тыуҙыра. Ап-аҡ яулыҡтарын яҙып ябынған апай-инәйҙәрҙең, түбәтәйле, аҡ һаҡаллы ағай-олатайҙарҙың йома һайын, йома намаҙына, тип мәсеткә ашығыуы матур күренеш беҙҙә. Ауыл өҫтөндә яңғыраған аҙан тауышы, дини байрамдарҙа һөйләнелгән вәғәздәр һәммәбеҙҙе лә асылыбыҙға ҡайтырға, иманға саҡыра…
Хөснулла ағай менән Ғәзимә хажиә Ерьесовтар ана шул күптәрҙең тик икәүһе генә. Ярты быуат ғүмерҙәрен ҡулға-ҡул тотоношоп, етәкләшеп үткән ихтирамлы һәм абруйлы кешеләр улар. Ғәзимә апай бынан тиҫтә йыл элек хаж юлын үтеп, күңелен паклап, изге урындарҙан онотолмаҫ тәьҫораттар һәм юйылмаҫ һабаҡтар алып ҡайтҡан хажиә. Һәр таңын изге доғалар менән ҡаршы алып, һәр эшенә “бисмилла” менән тотоноп өйрәнгән, дини ҡануниәтте урын-еренә еткереп үтәргә тырышҡан хажиәнең һөйләгәндәрен, мөмкин ҡәҙәр бүлдермәҫкә тырышып, йотлоғоп тыңланым һәм уның менән бергә алыҫ үткәндәргә – Баймаҡ районының Муллаҡай ауылында ятып ҡалған бала сағына юлландым…
…Ғәзимә хажиәнең атаһы Мөхәмәтсадиҡ хәҙрәт Аллабирҙин даны йыраҡ ҡитғаларҙа билдәле булған дин әһеле Ғабдулла ишан Сәиди ҡулында белем ала. ХVIII быуаттың икенсе яртыһында Бөрйән ырыуы зыялылары, атап әйткәндә, Бөрйән-Таналыҡ олоҫо башлығы Хәбибулла Ҡансурин, 2-се Бөрйән олоҫо Иҙрис ауылынан ахун Мәхмүт Дәүләткирәев, Наҙар (Атанғол) ауылы старшинаһы, йөҙбашы Миҙәтғәле Мәтинов һәм башҡаларҙың башланғысы менән яҡын-тирәләге хәлле башҡорттарҙан йыйылған иғәнә аҡсаһына төҙөлгән Муллаҡай мәҙрәсәһендә (йәл, күптән түгел шул нигеҙҙәге мәсет янып, юҡҡа сыҡты) бик күп дини тәғлимәтле милләттәштәребеҙ белем эстәй. Мөхәмәтсадиҡ хәҙрәт даны бөтә донъяға билдәле бағымсы Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновтың беренсе ярҙамсыһы, йәғни өйрәтеүсеһе була. Тимәк, ошонан сығып ҡына ла Мөхәмәтсадиҡ хәҙрәттең дини белем кимәлен яҡынса күҙ алдына килтерергә мөмкин. Бөйөк юлбашсыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди яҙғанса, Муллаҡай мәҙрәсәһе үҙ шәкерттәренә ғәмәлдә заман талабына яраҡлы, алдынғы һәм төплө белем бирә. Унда дини тәғлимәт менән бер рәттән донъяуи фәндәрҙе өйрәнеүгә, ғәмәли күнекмәләргә ҙур урын бирелә. Дәрестәр шәкерттәргә яҡын, аңлайышлы төрки телендә, халыҡ педагогикаһы нигеҙҙәренә таянып, яңы ысул менән алып барыла. Бында ир балалар төрлө яҡлап физик күнекмәләр үтә, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыла, ағас эшкәртеү, йорт-ҡура күтәреү, балсыҡ менән эш итеү, унан төрлө буяуҙар яһау, тимерҙән әйберҙәр эшләү, умартасылыҡ, им-том һәм халыҡ медицинаһы нигеҙендә дауалау кеүек һәр кем өсөн зарури булған һөнәрҙәргә өйрәнә. Былар хаҡында Ғабдулла ишандың аҙаҡ Муллаҡай мәсетендә имам вазифаһын үтәгән улы Әнүәр хәҙрәт һөйләп ҡалдырған иҫтәлектәр аша ла беләбеҙ. Ирәндек
тауҙарының һәр төрлө төҫлө металдарға бай булыуынан сығып, Ғабдулла ишан Сәиди үҙ шәкерттәренә, урындағы тау тоҡомдарына, үҫемлектәргә ҡарап, алтын, көмөш, баҡыр мәғдәндәре ятҡылыҡтарын төҫмөрләү серҙәрен дә өйрәткән. Әйткәндәй, ваҡ-төйәк көнкүреш әйберҙәре менән һатыу иткән ситтән килгән сауҙагәр Мөхәмәтзакир Рәмиев һәм уның Муллаҡай мәҙрәсәһендә уҡыған улдары нәҡ Ғабдулла Сәидиҙең йоғонтоһонда һәм уның өйрәтеүе буйынса мәғдәнселек менән мауығып китә. Арҙаҡлы дин әһеленең ни ҡәҙәре белемле булыуын уның ҡулында уҡып сыҡҡан шәкерттәре йөҙөндә лә күрергә мөмкин. Атаҡлы ахун Шаһишәриф Мәтинов, ағалы-ҡустылы Мөхәмәтшакир һәм Мөхәмәтзакир Рәмиевтар, билдәле дин әһелдәре – Иҙрис ауылынан ахун Фазулла Дәүләткирәев, имам-хатип Сирғәле Ғәйетбаев, Муллаҡай ауылынан имам-хатиптар Сәйетәхмәт, Хәбибулла, Мөхәмәтсадиҡ хәҙрәттәр һәм башҡалар, һәм башҡалар остаздарының юлын уңышлы дауам итә…
Ун балаға ғүмер биргән Мөхәмәтсадиҡ хәҙрәт менән Фәтхиямал абыстай балаларын бәләкәйҙән шәриғәт ҡанундарына ярашлы тәрбиәләргә тырышалар. Кистәрен шәм яҡтыһында ул-ҡыҙҙарын янына йыйып, Мөхәмәтсадиҡ хәҙрәт уларға Ҡөрьән тәфсирен өйрәтә, пәйғәмбәребеҙ хәҙистәрен төшөндөрә. Уның дингә бирелеүе, Аллаһы Тәғәләгә инаныуы шул ҡәҙәрем көслө була ки: хаҡлы ялға сығып, пенсия тәғәйенләнгәс тә үҙенә тейешле пенсия аҡсаһын алыуҙан баш тарта, йәнәһе: “Аяҡ-ҡулым һау саҡта миңә буштан килгән хәрәм бол кәрәкмәй!”
Ата менән әсә балаларын шәхсән өлгөләре менән дә тәрбиәләй. Кинйә ҡыҙҙары булған Ғәзимә апай уларҙың буш ултырған саҡтарын, үҙҙәренә килгән кемгәлер йөҙ сирғанын хәтерләмәй. Юҡты бар итеп йәшәргә тырышыуҙарын, тик изгелеккә, хуш күңеллелеккә өндәүҙәрен ғорурланып телгә ала, киреһенсә. Дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, биш балаһын етем ҡалдырып, яу ҡорбаны булған Абдулла улының ғаиләһен итәк тулы балалары өҫтөнә үҙ ҡанаты аҫтына алыуы, артабан да ейән-ейәнсәрҙәренә хәл ҡәҙәрем ярҙам ҡулы һуҙып тороуы ғына ла Мөхәмәтсадиҡ хәҙрәттең оло йөрәкле ир-уҙаман булыуына дәлил. Бит ул ауыр йылдарҙа күп ғаиләләр хатта яңғыҙ балаһын да туйҙыра алмаған, сабыйҙарын яҙмыш ҡосағына ташлаған…
Ошо ауыр йылдарҙа Аллабирҙиндәр ғаиләһе лә оло юғалтыуҙар кисерә. Яуға киткән өс бер туғандың икәүһенән “хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡара ҡағыҙ ғына тороп ҡала. Абдулла һәм Ғилметдин Аллабирҙиндарҙың исем-шәрифтәре Муллаҡай ауылында яу ҡорбандары хөрмәтенә ҡуйылған обелиск таҡтаташына алтын хәрефтәр менән уйып яҙылған. Ә Нуретдин олатай Аллабирҙингә иһә һуғыш афәттәренән имен-аман әйләнеп ҡайтып, тылдағы тыныс хеҙмәт менән йәшәү бәхете тейә…
Мөхәмәтсадиҡ хәҙрәт һәм Фәтхиямал абыстай балаларының киләсәген көналдын ҡайғыртып йәшәй, уларҙың уҡымышлы булыуын теләй. Юҡҡамы ни Ғәзимә хажиәнең апай-ағайҙары заманына күрә аң-белемле кешеләр була, тормошта үҙ урындарын табып йәшәйҙәр.
Белемгә ынтылыш
Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған Ғәзимә Түбә руднигында урта мәктәпте тамамлауы тураһында ҡулына өлгөргәнлек аттестаты ала. Йәштәрҙе ауылда төпләндереү сәйәсәтенең көсәйгән ваҡыты… Мәктәпте тамамлаусылар тотош синыфтары менән ауыл ерендә эшкә ҡалған заман… Ғәзимә лә тота килеп кенә ауылын ташлап китә алмай һәм шунда һарыҡ фермаһына эшкә сыға. Әммә ата һабаҡтары мейеһенә һеңгән ағаһы Камил һеңлеһенең ҡара эшкә батып йәшәүен теләмәй. 1959 йылдың апрель урталарында Ғәзимә апайҙы, баллонға ултыртып, ажғырып ташып ятҡан Һаҡмар йылғаһы аша алып сыға һәм уны Түбәнән Сибайға оҙата. Тик йәш ҡыҙҙы бында ла әҙер бәхет ҡаршы алмай. Кәрәкле документтарын рәткә килтергәнсә, уға, йылдан ашыу төрлө эштәрҙә эшләп, үҙ көнөн үҙенә күрергә тура килә. Бөгөн кинйә ҡыҙының кейәүе эшләгән филармония (элекке Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт йорто) бинаһы
стеналары ла Ғәзимә апайҙың ҡул йылыһын һаҡлай – йәш ҡыҙ уның стеналарын йөҙләү-биҙәү эштәрендә ҡатнаша.
Ниһайәт, 1960 йылда Муллаҡай ҡыҙы Сибай медицина училищеһына уҡырға инә. Училище ул ваҡытта эшселәр өсөн төҙөлгән оҙон барактың урта өлөшөндә урынлашҡан була. Барактың ике яғында йәш ғаиләләр көн итә. Белемгә һыуһаған, махсус һөнәргә ынтылған ҡыҙ тырышып уҡый, училищеның йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Шулай итеп, ул бер нисә йылдан дипломлы белгес булып сыға.
Сабый ғына көйө һуғыш килтергән аслыҡ-яланғаслыҡты, әҙәм күтәргеһеҙ ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татыған быуын вәкиле булараҡ, Ғәзимә апай яҙмыш ҡуйған һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәй, яҡтыға, матур киләсәгенә табан атлай һәм, училищены уңышлы тамамлап, изге һөнәр эйәһе булған көн уның тәүге ҙур еңеүе булараҡ күңел түренән мәңгелеккә урын ала. Шулай ҙа уны алда бихисап тормош һынауҙары көтә әле…
Тәүге сирҡаныс
Ҡулына диплом алып, үҙ районына ҡайтҡан ҡыҙҙы Иҫке Сибай участка дауаханаһына ҡараған Басай фельдшер-акушерлыҡ пунктына тәғәйенләйҙәр. Халыҡтың һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарҙан арынып, яңы-яңы ғына мандып килгән сағы… Күп ауылдарҙа һаман булһа кисте шәм яҡтыһы менән ҡаршы алалар, һәр ерҙә юлһыҙлыҡтан яфа сигәләр. Барса халыҡтың күҙ терәп торған ылауы – егеүле ат та, трактор арбаһы… Ә телефон тигән нимәне күптәр ишетеп тә белмәй. Йәш фельдшер ҡарамағында тотош бер нисә ауыл. Медикаменттарҙы ат менән Ирәндек тауы аша 20 километр юл үтеп, Түбәләге дарыухананан барып алалар.
Ул йылдарҙа медицина өсөн төп проблемаларҙың береһе – ауырлы ҡатындарҙың сабыйынан имен-һау бушаныуын тәьмин итеү була. Балаларҙың күпләп донъяға килгән, бала-табыу йорттарының етешмәгән осоро. Күп сабыйҙарҙы фельдшерҙар өй шарттарында ҡабул итергә мәжбүр. Йәш фельдшер ҡыҙ ҙа хеҙмәт юлының башында һәм артабан да яңы донъяға килгән әллә күпме кескәй йән эйәләрен иң беренсе булып ҡулына ала, уларға кендек инәһе була. Бөгөн ҡасандыр үҙем ҡаршы алған сабыйҙарҙың балаларының балаларын күреп һөйөнәм, ти ул, уларҙың һаман булһа үҙен онотмауына, әлдән- әле сәләмдәр тапшырып, бүләк-күстәнәстәр ебәреп тороуына ҡыуанып.
Төпсөк ҡыҙының шундай яуаплы эштә эшләүен яҡшы аңлаған, уны һәр төрлө бәлә-ҡазаларҙан, тел-тештән ҡурсырға тырышҡан әсәһе Фәтхиямал инәй ҙә ҡыҙы янына Басайға күсеп бара. Алыҫ юлға мотлаҡ ҡыҙы менән бергә сыға ул, ни күрһәләр ҙә уның янында булырға, ауыр мәлдәрен еңеләйтергә тырыша. Шулай бер саҡ көҙ көнө ат санаһында Түбәгә дарыуҙар алырға баралар. Тын юлда арыған ат йылға аша сыҡҡанда сығынсылап, шып туҡтай ҙа ҡуҙғалмай ҙа ҡуя. Ни эшләргә? Ике ҡатын, боҙло һыуға төшөп, нисек булдыра алһалар – шулай аттарын туғарып, уны ярға алып сыға. Арба тулы дарыулы йәшниктәр! Боҙло һыуҙан һуң елеккә үтер һыуыҡҡа ҡалтыранып, аптырауҙа ҡалған әсәле-ҡыҙлы юлсылар янына ике һыбайлы килеп сыҡмаһа һәм уларға үҙ ярҙамдарын тәҡдим итмәһә, нимә эшләрҙәр ине икән?!
Ай һайын фельдшер, нимә етһә, шуға һағып, күпселеген йәйәүләп, Иҫке Сибай дауаханаһына отчет менән йөрөй. Өҙәрем юлда күргән ауырлыҡтарын айырым бер хикәйәт итеп һөйләрлек…
Өлөшөнә төшкән көмөшө…
Иҫке Сибайға үҙ йомошо менән килеп-китеп йөрөгән ҡыҙ киләсәк яҙмышының тап ошо ауыл менән бәйле булырын һиҙемләмәй ҙә хатта. Ул ғына ла түгел, дауахана янындағы икенсе бер ойошмала эшләп йөрөгән йәш егеттең үҙенә күҙ һалыуын да тойомламай башта. Ләкин, кем әйтмешләй, беҙ ҡапсыҡта ятмай – бер көн килеп егет ҡыҙға үҙенең хистәрен аса. Быға ҡәҙәр күрмәгән-белмәгән егет йөҙөндә ҡыҙ үҙе өсөн күптән таныш сырайҙы сырамыта: “Я, Хоҙайым, минең бит уны күргәнем бар! Эйе, эйе, Аллаһы Тәғәлә
күптән үк әшкәрткәйне бит миңә уның хаҡында! Тимәк, яҙмышыма Хаҡ яҙғаны ошо егет!” – албарғып ҡалған ҡыҙҙың күңел түрендә шундай фекерҙәр ҡайнаша…
Шулай итеп, 1965 йылдың башында Ғәзимә апай менән Хөснулла ағай яҙмыштарын бергә бәйләйҙәр. Йәштәрҙең ғаилә тормошо Басайҙа дауам итә – йәш кәләш элеккесә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә тир түгә, ә ғаилә башлығы урындағы хужалыҡта иретеп йәбештереүсе булып китә.
“Ҡайҙа ла ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы…”
Хөснулла Ғәйзулла улы Ерьесов Иҫке Сибай ауылында һуғыштан бер йыл алда донъяға килә. Ауылға нигеҙ һалыусыларҙың береһе булған һәм Ҡарағайлы йылғаһының арғы яғында үҙ исеме бирелгән айырым бер утар булып ултырған Ҡарағүбәк уҙаман нәҫеленән ул. Атаһы, итәк тулы балалары менән ҡатынын ҡалдырып, дәһшәтле һуғыштың башында уҡ ҡулына ҡорал ала һәм ил һағына баҫа. Сталинград өсөн барған тиңһеҙ алыштарҙа башына контузия алған яугир 1943 йылда тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Ләкин фронт михнәттәрендә миктәгән сәләмәтлеге уны 64 йәшендә генә гүргә алып китә. Атаһы артынан яу юлынан киткән Фәйзрахман ағаһы Берлинғаса барып етә. Тик уға тыуған йортона ҡайтыу бәхете теймәй – ҡаты сир арҡаһында госпиталгә эләгә һәм шунда яҡты донъя менән хушлаша. Өйҙә ир балалар араһынан иң олоһо булып ҡалған Мирас ағаһы, үҙ йәшен ике йәшкә ҙурыраҡ итеп яҙҙырып, бала ғына көйө торф сығарыу эшенә тотона. 12-13 йәшлек малайҙың ололар менән бер ҡатарҙан Таҙғаҡ һаҙлығында (Иҫке Сибай эргәһендә) ҡара тирен түгеп тапҡан 400 грамм ҡара икмәк ғаилә табынына ярайһы ғына тос өлөш була…
Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлаған үҫмер артабан белем алыуын Краснокама районының Николо-Берёзовка ауылында урынлашҡан урман хужалығы мастерҙары мәктәбендә дауам итә. Әйткәндәй, ул йылдарҙа махсус белем биреүсе был мәктәп тотош Башҡортостанда ғына түгел, күршеләш өлкә һәм республикаларҙа ла киң танылыу ала. Сөнки унда 1937 йылда репрессияға эләгеп, Ленинград академияһынан Николо-Берёзовкаға һөрөлгән квалификациялы профессорҙар белем бирә. 30 йыл эшләүе дәүерендә мәктәп меңдән ашыу урман хужалығы белгесен – урман хужалығы мастерҙарын һәм кесе урмансыларҙы әҙерләп сығара һәм Башҡортостан урмансылығын махсус әҙерлекле кадрҙар менән тәьмин итә.
Николо-Берёзовка мәктәбендә уҡыған йылдарын Хөснулла ағай айырым бер йылылыҡ менән иҫкә ала. Шаулы уҡыу йылдары, дәрт-дармандары ташып торған үҫмерҙәрҙең төрлө күнекмәләрҙә, ярыш-конкурстарҙа ҡатнашыуы оноторлоҡмо ни! Мул һыулы Кама йылғаһы, ҡуйы урманлы хозур тәбиғәт ҡосағында үткәргән көндәре әле лә үҙенә әйҙәп, йәшлегенә саҡырып торған кеүек…
Ҡайтыу
Басай ауылында бер аҙ йәшәгәс, Ерьесовтар ғаилә башлығының тыуған яғына ҡайтырға ҡарар ҡыла. Дөрөҫөрәге, хужабикә иренең “кеше илендә солтан булғансы, үҙ илендә олтан булыуын” теләй. Ата нигеҙенә ҡайтып төпләнә улар. Тик өйҙәре йылға буйында булыу сәбәпле, ихаталарын ҡышҡы айҙарҙа шәре баҫып маҙаһыҙлай. Участка дауаханаһында акушерка булып эшләп йөрөгән Ғәзимә апайға эшкә йөрөүе лә бер бәлә – алыҫ ҡына араны яҙғы-көҙгө бысраҡ осорҙа көнөнә бер-нисә мәртәбә урап сығыу еңелдән булмай. Етмәһә, күҙгә төртһәң күренгеһеҙ ҡараңғы төндәрҙә лә ауырыуҙар янына йыш саҡырталар. Шуға ла уҙған быуаттың 70-се йылдары башында Ерьесовтар, бөгөн йәшәп ятҡан өйҙәрен күтәреп, ауылдың үҙәгенә яҡынлай. Алдан килешеү буйынса, нигеҙ ҡорғанда буласаҡ йорттоң дүрт мөйөшөнә ташты Хөснулла ағай менән Ғәзимә апай икәүләшеп һала. Ҡатынының динле ғаиләнән сыҡҡанын иҫендә тотҡан ғаилә башлығының теләге менән атҡарыла был эш.
Хөснулла ағайҙың юрауы юш килгәндер, нигеҙҙәре ҡотло, фатихалы була уларҙың. Бит Ғәзимә апайҙың әсәһе Фәтхиямал инәй менән апайы Ғәйшә инәй өсөн дә бәхет-шатлыҡ
бүләк иткән йорт була ул. Быуаттан ашыу ғүмер йәшәп, гүр эйәһе булған Фәтхиямал инәй һуңғы көндәренә ҡәҙәр аят-доғаларын уҡып, кинйә ҡыҙы менән кейәүенә ризалығын биреп ултыра һәм ошо йорттан ҡәҙер-хөрмәт менән мәңгелек йортона оҙатыла...
Иң ҙур бәхет!
Ирле-ҡатынлы Ерьесовтар өсөн донъяла иң ҙур бәхет: ҙур теләк менән көтөп алынған мөхәббәт емештәре – һөйөп үҫтергән балалары. Өйләнешеп, бер йыл үтеүгә, ғаиләләренә ҡот-йәм өҫтәп, улдары Булат тыуа. Ата-олатайҙарҙың исемдәрен мәңгеләштереү ниәтенән яңы тыуған сабыйҙарға, йәғни ир балаларға уларҙың исемдәрен фамилия итеп биреү киң таралған осор булараҡ, Ерьесовтар ҙа баш балаларына ғаилә башлығының ҡартатаһының исемен фамилия итеп яҙҙыра. Шул сәбәпле бөгөн Булат Заһиҙуллин фамилияһы менән йөрөй.
Тағы ла дүрт йылдан – ғаилә яңы нигеҙгә күскән йылда өйҙәренә Рәмиләләрен алып ҡайталар. Кинйә ҡыҙҙары Рәзилә 1978 йылда донъяға ауаз һала. Атай менән әсәй балаларының тәүфиҡлы, иманлы булыуҙарына һөйөнөп, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп йәшәй әлеге көндә.
Балаларының барыһы ла үҙ бәхеттәрен тыуған ауылдарында тапҡандар һәм, ғаилә ҡороп, ошонда тамыр йәйгәндәр. Өсәүһе лә юғары белемле, һайлаған һөнәрҙәре менән бәйле күңелдәре ятҡан эш менән мәшғүлдәр. Рәмилә Хөснулла ҡыҙы Рәсәй дөйөм белем биреү системаһының почётлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Әлеге мәлдә Сибай ҡала мәғариф бүлегендә яуаплы вазифала эшләп йөрөй. Мәктәп йылдарынан уҡ музыка инструменттары менән мауығып, музыка мәктәбендә уҡытыусыһы Айрат Мәзитовтан махсус тәрбиә алған Булат Хөснулла улы, башта “Сибай” совхозында шофёр булып эшләһә лә, БДУ-ның Сибай институтында музыка факультетын тамамлап, егерме йыл инде ҡасандыр үҙе уҡыған музыка мәктәбендә балаларға баян класынан дәрестәр бирә. Рәзилә иһә Иҫке Сибай музыка мәктәбендә хореография уҡытыусыһы. Балаларының барыһының да сәнғәткә тартылыуында, әлбиттә, ата-әсәләренең йырлы-моңло булыуы йоғонто яһамай ҡалмағандыр. Бит Хөснулла ағай өҙҙөрөп гармунда уйнаһа, Ғәзимә апай үҙенә генә хас оҫталыҡ менән уға ҡушылып йырлай, уңайы сыҡҡанда бейеп тә китә. “Ағайыңдың гармунына күп бейелде инде”, – тип тыйнаҡ ҡына шаярта Ғәзимә Мөхәмәтсадиҡ ҡыҙы. Әммә уның тауышында ҡәнәғәтлек сатҡыларын һиҙмәү мөмкин түгел. Тап шул мәлдә ул Хөснуллаһы менән парлашып йырлаған мәлдәрен күҙ алдынан үткәргәндер, бәлки…
Хаж юлында
Оҙаҡ йылдар дауамында урындағы мәсеттәргә йөрөп, ундағы муллаларҙан дини белем үҙләштергән Ғәзимә Мөхәмәтсадиҡ ҡыҙы 2008 йылда ҡулына дини белем, йәғни абыстайлыҡ тураһында шәһаҙәтнамә ала. Ошо уҡ йылдың көҙөндә уға хаҡ динебеҙҙең бишенсе терәге булған хаж ғәмәлен атҡарыу бәхете насип була. Ошо изге юлда күргән-кисергәндәрен көндәлегенә теркәп, үҙ баһаһын биреп барған хажиә. Көндәлек менән танышыу гәзит уҡыусыларға ла ҡыҙыҡлы булыр, тигән уй менән, унан өҙөктәр килтереп китеүҙе хуп күрҙем.
2008 йыл.
…Бөйөк илаһи көс быйылғы йыл ниәтемә ирештерҙе. Әлхәмдүлилләһи-Раббил-Ғәләмин. Хаж ғәмәлдәрен үтәргә Ҡәғбәтуллаға юл асты.
20 ноябрь, йома көнө кис мине ғаиләм изге фатихаһы менән оло юлға – бөйөк Раббыбыҙҙың әмерен үтәргә рәхмәтле сәфәргә оҙатты. Кейәүем Ғаяз Ғәйетбаев (билдәле йырсы) машинаһында кәрәкле ергә илтеп тә ҡуйҙы һәм мин ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарым менән бергә иртәгәһенә Өфөлә инем инде. “Хәмзә” мәсетенә хушлашыу ашына йыйылдыҡ, өйлә намаҙын уҡыныҡ. Имам-хатип Йосоп хәҙрәт хаж ғәмәлдәрен үтәү тәртибе менән таныштырҙы. 23 ноябрҙә “Хәмзә” мәсетендә йыйылып, сәфәр намаҙын атҡарҙыҡ һәм Тулҡын хәҙрәт етәкселегендә ике автобус менән юлға сыҡтыҡ.
Автобустар ҙур һәм йылы булды. Юлда өйлә уҡыныҡ. Икенденән алда Татарстан сигенә индек. Ҡазан йылғаһын үтеп, икенде намаҙына туҡталдыҡ. Аҡтаныш районын үткәндә Тулҡын хәҙрәт һөйләгән хәҙистәрҙең бер-нисәүһен яҙып китәйем:
Иң юғары зекер – лә-иләһә-иллаллаһ! Аллаһы Тәғәләнең 99 исеменең береһен генә лә дөрөҫ әйтмәһәң, уның өсөн ғазап булыр, ти Аллаһ. Иң юғары зекер: фәзҡуруни лә тәҡфүрун. Аллаһ әйтә: мине онотмағыҙ, мин һеҙҙе онотмам. Мин һеҙҙе ҡыуаныстар, байлыҡ һәм юғалтыуҙар менән һынармын. Сабыр булығыҙ, әжере минән, ти.
Гонаһ тураһында: иң ҙур гонаһ – йөрәк гонаһы. Ул, ҡәлб, тип атала. Уға керә:
1. Тоғролоҡто ҡабул итмәү.
2. Тәккәбберлек.
3. Күрәлмаулыҡ.
Аллаһ юлына ғилем аша ғына бара алабыҙ. Ғилем – динебеҙ асҡысы. Был донъяла беҙ яратҡан бар нәмә ҡала: байлығыбыҙ, туғандарыбыҙ, балаларыбыҙ – барыһынан да айырылабыҙ. Аллаһы Тәғәләнең ғилем нуры беҙҙән бер ваҡытта ла айырылмай, ул беҙҙе һәр саҡ оҙатып йөрөй, йәннәткә юл аса… Хәҙис һуңында күмәкләп зекер әйттек.
24 ноябрь.
Сәғәт 5-тә Ярсаллы ҡалаһына барып еттек, Кама йылғаһын үттек. Ҡуйы урман башланды. Түбәнге Новгород ҡалаһы артта ҡалды. Көндөҙгө 12-ләргә Мәскәүгә барып еттек. Ике сәғәт тирәһе таможня үтеп, ниһайәт, Мәскәү – Ҡаһирә самолетена ултырҙыҡ. Самолет ҙур, ике заллы, рәттәрҙә дүртәр ултырғыс. Бик бейек оса – аҡ болоттар әллә ҡайҙа аҫта, аҡ диңгеҙ кеүек, ер күренмәй. Хоҙайҙан именлек һорап, доғалар ҡылабыҙ. Эҫе генә былау, ҡаптарҙа күп кенә ризыҡ бирҙеләр. Сәйҙәре бик тәмле ине. Төрлө һуттар тәҡдим итәләр – теләгәнеңде һайлап ал. 6 сәғәт остоҡ. Ҡаһирә әллә ҡайҙан балҡып ята… Бында тағы ла тикшереүҙәр үтеп, артабан Жиддаға остоҡ. Аэропортта ғосол ҡойоноп, ихрамға индек. Ғосол ҡойонған душтары таҙа, йылы һыуы өҙлөкһөҙ ағып тора. Анау тиклем халыҡҡа сират тигән нәмә юҡ.
25 ноябрь.
Аллаһы Тәғәләгә тапшырып, автобустарҙа Мәккә ҡалаһына юл алдыҡ. Ҡалаға етмәҫ элек хәйер тараттылар, зәм-зәм һыуы, ҡаптарҙа ризыҡтар өләшеп сыҡтылар. Сәғәт 12 тирәһендә “Әл-мин-шаи” ҡунаҡханаһына урынлаштыҡ. Өс сәғәт ял иткәндән һуң тәүәф (кесе хаж) ҡылырға тейешбеҙ. Арытҡан, аяҡтар шешкән. Ғәмәлемде үтәй алмам, тип ҡурҡҡайным, бына мөғжизә – ял иткән арала, арыу ҙа онотолған, аяҡтағы шеш тә ҡайтҡан…
Кесе хаж. Ҡәғбәтулланы ете тапҡыр әйләнеп, зәм-зәм эсеп, ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, сәғи ҡылырға барҙыҡ. Мәрүә менән Сафа араһын йүгерә-атлай ете тапҡыр әйләндек. Һәр әйләнгән һайын Зәм-зәмдә таш араһынан сығып ятҡан зәм-зәм һыуына баҫып доға ҡылдыҡ. Сәс толомдарыбыҙҙың осон ҡырҡтыҡ. Кесе хаж тамам.
28 ноябрь.
Иртәнге намаҙҙан һуң, “Ғәйшә” мәсетенә барып, ғосол ҡойоноп, ике рәҡәғәт мәсет, ике рәҡәғәт ниәт намаҙы уҡып, ихрамға кереп, Әл-Хәрәмгә әсәйем өсөн кесе хаж ҡылырға барҙым һәм ниәтемде үтәнем. Я Раббым, ҡабул ит, сауаптарын насип әйлә! Ҡунаҡханаға ҡайтҡас, Аллаһ ризалығы өсөн аят уҡытып, хәйер тараттым…
29 ноябрь.
Иртәнге намаҙҙан һуң Нур тауына юлландыҡ. Нур тауының оҙонлоғо 10-15 саҡырым булалыр. Башына менеүе ҡурҡыныс – текә ҡая. Әммә тау буйы тулы халыҡ: ҡайһыһы менә, ҡайһыһы төшә. Хоҙайға тапшырып, бер-беребеҙгә ярҙам итә-итә, урыны менән имгәкләп, ял итә-итә тауға үрләнек. Юлдың ике яғында ятҡан зәғифтәр йөрәкте әрнетте. Аллаһ, әсә исемдәре менән ҡулдарын һоноп, хәйер һорайҙар. Улар рәхимһеҙ, иманһыҙ ҡәбәхәт кешеләр тарафынан, ҡолдарының балаларын сабый саҡтарында уҡ зәғифләп, аҡса эшләр өсөн махсус алып килеп һалына икән… Юғарыраҡ, тигеҙерәк ерҙә
һатыу итәләр. Аллаһтың рәхмәте менән тау башына менеп еттек... Ике рәҡәғәт намаҙ уҡыныҡ, теләктәр теләнек… Тауҙан ярты көн төштөк…
6 декабрь.
Ғосолдан һуң ихрамға индек. (Я, Раббым, ғәмәлдәремде имен-аман үтәп, сауабына ирештер инде!). Тулҡын хәҙрәт аят уҡығандан һуң Минаға юлландыҡ. 2-3 сәғәт тирәһе автобуста барҙыҡ. Палаткалар ҡалаһы. Палаткалар бер иш, шул тиклем күп һәм матур. Ҡарап ҡына йөрөмәһәң, аҙашырға мөмкин. Беҙҙең палатканың ишегенә “Тулҡын” тип яҙылған. Ҡырҡлап кеше шул палаткаға урынлаштыҡ. Ниндәй генә милләт юҡ бында: беҙгә әйтеүҙәренсә, 138 милләт вәкиле йыйылған. Беҙ чечендар менән йәнәш йәшәнек, дуҫлашып киттек.
Буфеттар күп эшләй. Бер кешегә һалынған тәғәмгә өс кеше туйырлыҡ. Бер стакан сәй 1 реал, йәғни ете һум (Мәскәүҙә 40 һум ине). Минала йоҡланыҡ, намаҙҙар уҡыныҡ. Хәҙрәт вәғәз һөйләне:
– Минала күп пәйғәмбәрҙәр ерләнгән.Ошонда Ибраһим пәйғәмбәргә вәхи килә: “Донъя халҡын хажға саҡыр!” Был ауазда хатта әле донъяға килмәгән рухтар ишетер һәм хаж уларға ла насип булыр һәм буласаҡ. Әҙәм ғәләйһиссәләм ерҙең өҫкө өлөшөнән яратылған, шуның өсөн дә яңы тыуған сабый ислам динендә була… Хаж ғәмәлдәрен ҡылыу еңел түгел, әммә шөкөр итергә һәм ошондай бәрәкәтле изге ерҙә йөрөгән һәр аҙымыңдың ҡәҙерен белергә кәрәк. Кемдер тағы килер, кемдеңдер тәүге һәм һуңғы тапҡыр килеүелер. Был ғәмәл ислам диненең бишенсе терәге, гонаһтан таҙарыныу…
7 декабрь.
Арафатҡа киттек. Унда ла палаткалар күп. Бейек-бейек тауҙар ҙа таштар. Йылға, күл тигән нәмәне күрмәҫһең, әммә һыуға мохтажлыҡ юҡ… Рәхмәт тауына барҙыҡ. Тау итәген аҡ сәскә күмгәнме ни: шул тиклем кеше күп! Тау нурлы. Тирә-яғына ҡуйылған торба бағаналарҙан сыҡҡан һыу тамсылары һауаны дымландыра. Тын алыуы еңел. Халыҡ тау итәгендә ятҡан таштарға ултырып, илай-илай теләк теләйҙәр…
Ҡояш байығас, Мөздәлифә яланына киттек. Икенде һәм аҡшам намаҙҙарын шунда уҡыныҡ. Яланда йоҡланыҡ. Таш йыйҙыҡ. Ҡояш күренгәс, Минаға киттек, сәй эсеп, ял иттек тә өйлә намаҙынан һуң шайтан мәлғүнгә таш атырға барҙыҡ.
8 декабрь.
Ҡорбан салдылар. Сәстәрәбеҙҙең осон ҡырҡып, ихрамдан сыҡтыҡ. Өс көн байрам. Тейешле тәүәфтәрҙе үтәнек.
11 декабрь.
Мәҙинәгә килдек. Юл буйы тулы мәсеттәр. Улар шундай күркәм, уларҙа булдырылған шарттарҙы һанап бөтөрлөк түгел. Ҡоба мәсетендә булдыҡ. Мөхәммәт с.ғ.в-дең мәсетен күрергә, етмеш сәхәбәнең ҡәберен зыярат ҡылырға насип булды. Хәҙрәт аят уҡыны, күмәкләшеп доға ҡылдыҡ.
13 декабрь.
Ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Аэрапортта барыбыҙға ла королдең бүләген – “Ҡөрьән Кәрим”, хәҙистәр китабын һәм “Ҡөрьән-Кәрим” аяттары яҙылған диск бүләк иттеләр. Шулай итеп, Жидда-Ҡаһирә-Мәскәү-Өфө-Сибай аша 17 декабрҙә имен-һау ҡайтып еттек. Хәҙрәтебеҙ беҙҙе хажи һәм хажиәләр булыуыбыҙ менән ҡотланы…
Йәшәү бәхете – дуҫлыҡ, хаҡлыҡта!
Ирле-ҡатынлы Ерьесовтар бөгөн, донъянан йәм, йәшәүҙән ғәм табып, һәр яңы таңды һөйөнөп ҡаршы алалар. Балалары һәм кейәү-килендәре лә төп йортта йыш булып, өлкәндәрҙең хәл-әхүәлдәрен белешеп тора. Ана, бөгөн дә ата йорто бер туғандар менән тулған. Ғәзимә хажиә һәр береһенә йылы һүҙен табып, үҙенсә өтәләнеп йөрөй. Хөснулла ағай иһә ҡапҡа янына машина килеп туҡтау менән йүгереп ҡаршы сыға.
– Аллаға шөкөр, ғүмер юлын татыу-татлы бергәләшеп үттек, ауырлыҡтарҙы бергә күтәрҙек, шатлыҡтарыбыҙ ҙа уртаҡ булды, – тип һөйөнәләр улар. – Күрше-тирәбеҙ менән
һәр ваҡыт татыу булдыҡ, кәрәк мәлендә ярҙамдарынан ташламанылар – рәхмәт барыһына ла…
– Әсәйемдең ғүмере беҙ иҫ белә башлағандан алып эш менән үтте, – тип һүҙгә ҡушыла оло ҡыҙҙары Рәмилә. – Эштән кеше үлмәй, еренә еткереп эшләп өйрәнегеҙ, тип талап итер ине беҙҙән дә. Ата-әсәйебеҙ беҙгә, балаларына, матур өлгө булдылар һәм булып ҡалалар. Беҙ ошо ғаиләлә үҫеүебеҙ менән бәхетлебеҙ һәм икеһенә лә һаулыҡ һәм иҫәнлек кенә теләйбеҙ…
Ерьесовтарҙың етеш донъяһына, балаларының үҙҙәре өсөн өҙөлөп тороуына ҡарап, һоҡланмау мөмкин түгел. Ихата тултырып ҡош-ҡорт аҫырайҙар, кәртәләре тулы мал-тыуар. Ә йәйҙәрен баҡсаларында емеш-еләк күкрәп үҫә.
Хеҙмәт ветерандары үҙҙәре менән бергә эшләгән иптәштәре хаҡында ла йылы хәтирәләр һаҡлай йөрәктәрендә. Ғәзимә Мөхәмәтсадиҡ ҡыҙы Фируза Закирова, Нәзилә Ғабдрахманова, Фәниә Ғәбитова, Изольда Батыршиналар һәм башҡалар менән бергә эшләгән йылдарын ҙур ихтирам менән һағынып телгә алһа, Хөснулла Ғәйззулла улы Миҙәхәт Йәнйегетов, Ирәндек Фәйзуллин, Рәмил Атанов, Мөхтәр Йәнбәков, Замир Йәнйегетовтарҙы атап үтте.
Алда бергә-бергә ҡаршы алыр йылдарығыҙ күп булһын, ветерандар!
Мотал Рәмов.
РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.
Читайте нас: