Республика Башлығы Радий Хәбиров “Башҡорт сода компанияһы” акцияларын акционерҙар ҡулынан һатып алыу мәсьәләһе башҡаса ҡаралмаясағын белдерҙе. Сөнки 2007 һәм 2013 йылдарҙа төҙөлгән шикле килешеүҙәр һөҙөмтәһендә, республиканың предприятиелағы өлөшө 62 проценттан 38 процентҡа төшкән. Радий Фәрит улы шуға күрә был килешеүҙәрҙең законһыҙ булыуын белдерҙе. “Компания Ҡуштауҙан сырье алмайынса предприятиеның киләсәге өсөн яуаплылыҡ тотмаясағын белдерҙе. Бынан тыш улар ике мең кешене эштән ҡыҫҡартасағы һәм производствоны туҡтатасағы менән янай башланы. Беҙ уларға контроль пакеттарҙы һатып алырға һәм предприятие өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөбөҙгә аласаҡты белдергәс, улар бөтөнләй юғалды, беҙҙең менән бәйләнешкә инмәйҙәр. Был мәсьәләне тәрәнерәк өйрәнгән һайын, беҙҙең компанияға йүнәлткән тәүге тәҡдимдәребеҙ актуаль түгел икәнлеген аңланыҡ”,-тине Радий Хәбиров.
БСК менән булған хәлде анализлап Рәсәй Президенты Владимир Путин: “Компанияның акцияларының контроль пакеты шәхси кешеләрҙең ҡулында. БСК-нан килгән килем төбәктә бөтөнләй ҡалмай тиерлек. 2019 йылда компания 45 миллиард һум аҡса алған, шуларҙың 2,5 миллиард һумы ғына инвестицияланған. Ә ҡалған аҡса ҡайҙа? Билдәле – офшорҙарға (үҙ илеңдә һалым түләмәү өсөн ҙур аҡсаны сит илгә алып китеп, шундағы банктарҙа һаҡлау, ысынбарлыҡтағы килемде йәшереү һ.б. -авт.) китә”,-тип Рәсәй Федерацияһының генераль прокуратураһына 2007-2013 йылдарҙа булған килешеүҙәрҙе тулыһынса тикшерергә ҡушты.
БСК-ны приватизациялауҙан күрелгән зыян бер нисә тиҫтә миллиард һум менән иҫәпләнә.
Гүзәл Иҫәнгилдина.