Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мин йәшәгән төбәк
23 Февраль 2019, 13:50

Гәлсәр Хәмитова

Баймаҡ районы Әхмәр мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы Гәлсәр Хәмитова кеүек һүрәт тә төшөрөп, пластилиндан матур һындар ҙа әүәләй алаһығыҙмы? Уның эштәрен сайттан инеп ҡарай алаһығыҙ.

Баймаҡ районы Әхмәр мәктәбенең 1-се класс уҡыусыһы Гәлсәр Хәмитова һүрәтте бик матур төшөрә. Шулай уҡ ул ауылдағы һүрәт төшөрөү түңәрәгенә лә йөрөй. Бынан тыш ул ҡул эштәре менән шөғөлләнергә ярата. Ҡурсаҡтарына күлдәкте үҙе тегә. пряжанан сәс яһап, матур итеп рәтләп тә ҡуя. Пластилиндан ул әүәләгән һындар магазиндан алынға ҡурсаҡ кеүек матур. Ҡағыҙҙан, кардондан һындар яһай. Мәктәптә тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Бына шулай, Гәлсәр бик уңған, өлгөр ҡыҙыҡай! Һоҡланабыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: