Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
26 Декабрь 2023, 16:52

Гүзәл Салауат ҡыҙына – юғары награда!

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Улар араһында Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Салихованың, Беренсе Төркмән мәктәбе директоры Зәһүрә Ҡаһарманованың һәм Бикеш мәктәбе уҡытыусыһы Мөбәрәк Зәйнуллиндың булыуы айырыуса ҡыуаныслы һәм был ғорурлыҡ тойғоһо уята.  

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән оҙаҡ йылдар матбуғат өлкәһендә намыҫлы эшләгәне, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкәне өсөн Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Салихова Гүзәл Салауат ҡыҙы “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Юғары награданы БР Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Гүзәл Салауат ҡыҙының намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһаланыуы менән коллектив һәм “Һаҡмар” гәзите уҡыусылары исеменән ҡотлайбыҙ, артабан да ижади бейеклектәр теләйбеҙ!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: