Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Декабрь 2023, 08:25

“Бүләккә - “Һаҡмар” эстафетаһы республика буйлап килә

Йомаш ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Артур Иҫәнов ауылының ҡатын-ҡыҙҙар рәйесе Хәҙисә Райманованан #изгеподписка#добраяподписка подпискаһын ҡабул итеп алып, сылбырҙы өҙмәй, 2024 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзиткә яҙҙырыуҙы дауам итә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Бүләккә - “Һаҡмар” эстафетаһы республика буйлап килә. Йомаш ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Артур Иҫәнов ауылының ҡатын-ҡыҙҙар рәйесе Хәҙисә Райманованан #изгеподписка#добраяподписка подпискаһын ҡабул итеп алып, сылбырҙы өҙмәй, 2024 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзиткә яҙҙырыуҙы дауам итә. Ул ауылдашы, хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераны Тәнзилә Әнүәр ҡыҙы Алсынбаеваға яҙҙырған ине. Артур Иҫәнов эстафетаны крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Арслан Иҫәновҡа тапшырған ине. Хәҙер ул Стәрлетамаҡ ҡалаһынан урап, Әлшәйгә сығып китте.

Йомаш ауылынан, әлеге мәлдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе Нәзилә Ирек ҡыҙы Шәхмөхәмәтова Йомаш ауыл биләмәһе депутаты Ғәзим Фазылйән улы Биктимеровтан #изгеподписка#добраяподписка ҡабул итеп алып, ауылдашы, хаҡлы ялдағы Тәнзилә Хәкимйән ҡыҙы Биктимероваға 2024 йылдың беренсе ярты йыллығына "Һаҡмар" гәзитенә подписка бүләк итте.

Хәҙер иһә ул эстафетаны Йомаш ауылынан, әлеге мәлдә Әлшәй районында йәшәүсе Миңлегөл Салауат ҡыҙы Тимербулатоваға тапшыра.

Артур Иҫәновтың арттан дауам итеүсе класташтары: А. Иҫәнов, Ғ. Биктимеров, Н. Шәхмөхәмәтова, М. Тимербулатова. Бөтәһен дә үҙе әйҙәп, һәр береһе исеменән подписканы почта бүлексәһенә барып эшләтте.

Афарин, милләттәштәр! Беҙ шундай дуҫтарыбыҙ булыуы менән көслөбөҙ!

“Бүләккә - “Һаҡмар” эстафетаһы республика буйлап килә
“Бүләккә - “Һаҡмар” эстафетаһы республика буйлап килә
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: