Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
10 Июль 2023, 17:16

Редакция матбуғат кампанияһына йомғаҡ яһаны

Үткән аҙнала “Һаҡмар” гәзите редакцияһы Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә 2023 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһына йомғаҡ яһаны, подписка осоронда иң әүҙем эшләгәндәрҙе тәбрикләне. Әйтергә кәрәк, 2023 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу кампанияһы ойошҡанлы үтте, “Һаҡмар” гәзите үҙенең тиражын һаҡлап ҡына ҡалманы, хатта арттырыуға өлгәште. Бында, әлбиттә, редакция коллективының, ауыл биләмәһе башлыҡтарының, почта хеҙмәткәрҙәренең, йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт, мәғариф өлкәләре етәкселәренең, рухлы милләттәштәребеҙҙең хеҙмәте айырыуса ҙур булды.  

Редакция матбуғат кампанияһына йомғаҡ яһаны
Редакция матбуғат кампанияһына йомғаҡ яһаны

Һаҡмар” дуҫтары менән көслө

Редакция матбуғат кампанияһына йомғаҡ яһаны

Үткән аҙнала “Һаҡмар” гәзите редакцияһы Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә 2023 йылдың икенсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыу кампанияһына йомғаҡ яһаны, подписка осоронда иң әүҙем эшләгәндәрҙе тәбрикләне.

Әйтергә кәрәк, 2023 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу кампанияһы ойошҡанлы үтте, “Һаҡмар” гәзите үҙенең тиражын һаҡлап ҡына ҡалманы, хатта арттырыуға өлгәште. Бында, әлбиттә, редакция коллективының, ауыл биләмәһе башлыҡтарының, почта хеҙмәткәрҙәренең, йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт, мәғариф өлкәләре етәкселәренең, рухлы милләттәштәребеҙҙең хеҙмәте айырыуса ҙур булды.

Подписка йомғаҡтары буйынса Таулыҡай (башлығы Сәйетов Фуат Әхмәт улы), Ишбирҙе (Иҫәндәүләтова Гөлшат Рәмзә ҡыҙы), Темәс (Байрамғолова Айгөл Ғүмәр ҡыҙы), Беренсе Этҡол (Раев Юлдаш Юламан улы), Семеновск (Сәлимов Рәсүл Фәрит улы) ауыл биләмәләре иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште – улар тиражды арттырыуға өлгәште. Шул уҡ ваҡытта Мерәҫ (Нәҙербаев Сәйет Мөхтәр улы), Йылайыр (, Моҡас (Атанғолов Нияз Әхмәр улы) , Аҡморон (Әбүбәкиров Марс Әҡсән улы), Ярат (Байымова Альбина Булат ҡыҙы ауыл биләмәләре лә гәзиткә яҙылыуҙы тейешле кимәлдә ойошторҙо. Ә бына башҡа ауыл биләмәләрендә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тираждың кәмеүе күҙәтелде.

Һаҡмар” дуҫтарын йыя” тантанаһында сығыш яһап, Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Салихова баҫманың тоғро дуҫтарына рәхмәт белдерҙе, иң изге теләктәрен еткерҙе. Һуңынан ул ошо бәйгелә иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән почта бүлексәләре, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау өлкәләре етәкселәре һәм белгестәрен, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен Баймаҡ мәғлүмәт үҙәгенең Рәхмәт хаттары һәм приздары менән бүләкләне. Почта хеҙмәткәрҙәре араһында Ишбирҙе почта бүлексәһе начальнигы Сажиҙә кәримова, Әбделкәрим почта бүлексәһе начальнигы Гөлнара Булатова, Аҡморон почта бүлексәһе начальнигы Роза Биктина, Ишмырҙа почта бүлексәһе начальнигы Рәйсә Казбекова, Беренсе Этҡол почта бүлексәһе начальнигы гөлнара Йәндәүләтова, Түбә почта бүлексәһе начальнигы Нуриҙә Яҡупова, Мерәҫ почта бүлексәһе начальнигы Мәрйәм Нәҙербаева, Беренсе Төркмән почта бүлексәһе почтальоны Ишдәүләт Рәсүлев, Темәс почта бүлексәһе почтальоны Ғәлиә Әлибаева, Икенсе Этҡол почта бүлексәһе почтальоны Гөлгөнә Назарова, Урғаҙа почта бүлексәһе почтальоны вәзинә Хәлитова “Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!” конкурсы еңеүселәре булып танылды.

Китапханасылар һәм клубтарҙың мәҙәни ойоштороусылары ла, урындарҙа Гәзиткә яҙылыусы көнө үткәреп, тиражды йыйыуға тос өлөш индерҙе. Улар араһында Буранбай ауылы китапхансыһы Зәкиә ғәйетбаева, Билал ауылы китапханасыһы Райхана Булатова, Һаҡмар ауылы китапханасыһы ғәлиә Мәһәҙиева, Ишей ауыл клубының мәҙәни ойоштороусыһы Миңзифа Ишдәүләтова еңеүселәр тип табылды.

Мәғариф, социаль яҡлау һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләре етәкселәре лә подписка осоронда ҙур ярҙам күрһәтте. Был тәңгәлдә Беренсе Төркмән мәктәбе директоры Зәһүрә Ҡаһарманова, Темәс психоневрология интернаты директоры Жанна Ирмәкова, Әхмәр ауылының ФАП мөдире Таңсулпан Мәтинованы айырым билдәләп үтмәү мөмкин түгел. Уларға ла Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырылды.

Йәмәғәт ойошмалары араһынан “Ағинәйҙәр” ҡоро һынатманы, улар урындарҙа төрлө саралар ойоштороп, “һаҡмар”ҙы таратыуға тос өлөш индерҙе. Сосновка ауылынан “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Әлфиә Сөләймәнова, Мерәҫтән Мәфрүзә Зәйнәғәбдинова, Ишмөхәмәт ауылының ветерандар советы рәйесе Хазина Исҡужина, ошо уҡ ауылдың “ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Миңһылыу Сәлимова, Йомаш ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Хәҙисә Райманова иң әүҙем йәмәғәтселәр булып танылды. Бетерә ауылынан шәхси эшҡыуар Гүзәл Аслаева урында гәзиткә яҙылыуҙы әүҙем ойошторҙо һәм Баймаҡ мәғлүмәт үҙәгенең Рәхмәт хатына, бүләгенә лайыҡ булды.

Милли матбуғатты пропагандалауҙа, “Һаҡмар” гәзитенең тиражын һаҡлап ҡалыуҙа Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Ришат Ишембәтовтың хеҙмәте ҙур. Әлеге матбуғатҡа яҙылыу осоронда ла ул район баҫмаһын халыҡ араһында таратыу буйынса ҙур эш атҡарып сыҡты. Уға Баймаҡ мәғлүмәт үҙәгенең Рәхмәт хаты тапшырылды.

Тантанала сығыш яһап, Ришат Вәкил улы “Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!” район конкурсында иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкән ауыл биләмәһе башлыҡтарын Ҡоролтайҙың дипломдары менән бүләкләне. Шулай итеп, был бәйгелә Таулыҡай ауыл биләмәһе 1-се урынды яуланы. Ишбирҙе һәм Темәс ауыл биләмәләре 2-се урынды алды. Беренсе Этҡол һәм Семеновск ауыл биләмәләре 3-сө урынға лайыҡ булды.

Матбуғат кампанияһы осоронда ҙур ярҙам күрһәткәнләре өсөн район хакимәите, район Советы, ауыл хужалығы бүлеге, мәғариф, мәҙәниәт, үҙәк район китапханаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы, “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәкселәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта даими бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән өсөн Ленин исемендәге АХК рәйесе Ғәлим Сәлимов, фермерҙар Гөлнара Байрамғолова, Радик Рәсүлев, Фаил Ҡоланбаев, Илфат Сәфәрғәлин, Арслан Иҫәнов, “Фаберлик” компанияһы (етәксеһе Фәриҙә Йәноҙаҡова), “Левша” магазины (Илгиз Аҡназаров), “КиТ” магазины (Венер Кәйекбирҙин), “Ишектәр донъяһы” магазины (Марат Харисов), “Орифлейм” компанияһына (Фирүзә Тутаева), шәхси эшҡыуар Гөлкәй Ишембәтоваға тәбрик һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Һәм, әлбиттә, гәзитебеҙгә һәр саҡ тоғро ҡалған дуҫтарыбыҙға – ҡала һәм ауылдар халҡына рәхмәтлебеҙ.

Һаҡмар” гәзите үҙенең дуҫтары менән көслө. Ағымдағы матбуғат кампанияһы был фекрҙе тағы бер ҡат иҫбатланы. Дуҫлығыбыҙ артабан да оҙаҡ йылдар дауам итһен!

Азамат Мөхәмәтшин.

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: