-4 °С
Болотло
Кисә Ҡолсора ауыл биләмәһендә "Һаҡмар" гәзитенә яҙылыусы көнө ойоштролдо. Был көндө Муллаҡай, Ҡолсора мәктәптәрендә, Түбәнге Иҙрис ауыл клубында, Үрге Иҙрис мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында ауыл халҡы йыйылып, "Һаҡмар"ға яҙылды һәм иҫтәлекле бүләктәр отто.
Әйткәндәй, бүләктәрҙе ауыл биләмәһе башлығы Ришат Садыҡ улы Ишмырҙин әҙерләгән ине. Ә беҙгә "Гәзиткә яҙылыусы көнө"н ойоштороуҙа ауыл китапханасыһы Гүзәл Рамазан ҡыҙы Мөхәмәтҡужина ярҙам күрһәтте.
Һәр ваҡыт шулай "Һаҡмар"ҙың тоғро дуҫтары булып ҡалығыҙ!