Һаҡмар
+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
10 Апрель 2023, 10:37

Арзан хаҡҡа “Һаҡмар”ға яҙылып өлгөр!

Ваҡытлы матбуғатҡа арзан хаҡҡа яҙылыу буйынса 10 апрелдән ун көнлөк иғлан ителде. 20 апрелгә тиклем һеҙ “Һаҡмар” гәзитенә 912 һум да 96 тингә яҙыла алаһығыҙ. Сибай почтамтының ҡарары менән тап декадник осоронда Баймаҡ ҡалаһында һәм ауылдарҙа Гәзиткә яҙылыусы көнө үткәрелә. 12 апрелдә – Ҡолсора почта бүлексәһенә ҡараған ауылдарҙа, 13 апрелдә – Билал, Мерәҫ, Бикеш, Яковлевка, 14 апрелдә – Баймаҡ ҡалаһы, Түбә, Таулыҡай, Икенсе Этҡол, Әбделкәрим, 15 апрелдә – Иҫке Сибай, Юлыҡ, Йомаш, Аҡморон, 17 апрелдә – Ишбирҙе, 18 апрелдә – Ярат, Ишмырҙа, 19 апрелдә – Татлыбай, Сосновка, Ишмөхәмәт, Баймаҡ ҡалаһы, 20 апрелдә Ҡуянтау, Ниғәмәт, Темәс, Төркмән, Баймаҡ ҡалаһы һәм Беренсе Этҡол почта бүлексәләренә ҡараған ауылдарҙа льготалы хаҡ менән “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыу ойошторола.  

Арзан хаҡҡа “Һаҡмар”ға яҙылып өлгөр!
Арзан хаҡҡа “Һаҡмар”ға яҙылып өлгөр!

Арзан хаҡҡа “Һаҡмар”ға яҙылып өлгөр!

Ҡәҙерле милләттәштәр!

Ваҡытлы матбуғатҡа арзан хаҡҡа яҙылыу буйынса 10 апрелдән ун көнлөк иғлан ителде. 20 апрелгә тиклем һеҙ “Һаҡмар” гәзитенә 912 һум да 96 тингә яҙыла алаһығыҙ.

Сибай почтамтының ҡарары менән тап декадник осоронда Баймаҡ ҡалаһында һәм ауылдарҙа Гәзиткә яҙылыусы көнө үткәрелә. 12 апрелдә – Ҡолсора почта бүлексәһенә ҡараған ауылдарҙа, 13 апрелдә – Билал, Мерәҫ, Бикеш, Яковлевка, 14 апрелдә – Баймаҡ ҡалаһы, Түбә, Таулыҡай, Икенсе Этҡол, Әбделкәрим, 15 апрелдә – Иҫке Сибай, Юлыҡ, Йомаш, Аҡморон, 17 апрелдә – Ишбирҙе, 18 апрелдә – Ярат, Ишмырҙа, 19 апрелдә – Татлыбай, Сосновка, Ишмөхәмәт, Баймаҡ ҡалаһы, 20 апрелдә Ҡуянтау, Ниғәмәт, Темәс, Төркмән, Баймаҡ ҡалаһы һәм Беренсе Этҡол почта бүлексәләренә ҡараған ауылдарҙа льготалы хаҡ менән “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыу ойошторола.

Гәзиткә яҙылыусы көнө уңайы менән ойошторолған сараларҙа “Һаҡмар” гәзите журналистары ла ҡатнаша, репортаж әҙерләй. “Һаҡмар”ға яҙылыусылар редакция, ауыл биләмәләре, фермерҙар, почта бүлексәләре әҙерләгән бүләктәрҙе отоп ҡыуанасаҡ.

Әйҙәгеҙ, хөрмәтле милләттәштәр, ошо сараларҙа әүҙем ҡатнашайыҡ, “Һаҡмар”ға дәррәү яҙылып ҡалайыҡ! Һәм, әлбиттә, квитанцияғыҙҙы редакцияға ебәрергә онотмағыҙ. Һәр ваҡыттағыса беҙ һеҙгә шәп бүләктәр әҙерләнек: “Гөлнара Байрамғолова” КФХ-һынан – ҡаҙ бәпкәләре, фермерҙарҙан – ҡош миҙгеленә иген культуралары, эшҡыуарҙарҙан – он, магазиндарға сертификаттар, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортонан ҡиммәтле приздар.

Подписканы ойоштороуға күп көс һалған почтальондар һәм почта бүлексәләре начальниктары, китапханасылар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары, ауыл биләмәһе башлыҡтары, мәғариф учреждениелары етәкселәре Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының һәм “Һаҡмар” гәзите редакцияһының дипломдары, аҡсалата сертификаттары һәм приздары менән бүләкләнәсәк.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, милләттәштәр!

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: