Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
10 Ноябрь 2022, 23:55

Яңы маҡсаттар билдәләнде

Бөгөн Баймаҡ беренсел журналистар ойошмаһының сираттағы ултырышы үтте. Уның рәйесе Азамат Мөхәмәтшин башҡарылған эштәр тураһында тулы отчет биреп, алға аныҡ маҡсаттар билдәләне.Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Бөгөн Баймаҡ беренсел журналистар ойошмаһының сираттағы ултырышы үтте. Уның рәйесе Азамат Мөхәмәтшин башҡарылған эштәр тураһында тулы отчет биреп, алға аныҡ маҡсаттар билдәләне.

- Баймаҡ беренсел журналистар ойошмаһы ғәйәт ҙур эштәр башҡара, - тине ул. - Шуларҙың араһынан билдәле педагог, йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Азамат Тажетдиновтың һәм шағир, журналист Айрат Сирбаевтың яҡты иҫтәлектәренә арнап үткәрелгән ижади конкурстар иң мөһимдәре булып тора. Был бәйгеләрҙә  райондан ғына түгел, республиканың да башҡа төбәктәрҙән дә ҡатнашыусылар күп булды. Шулай уҡ матбуғат ветерандары иҫтәлегенә сираттағы спартакиада ойошторолдо. Рәсәй матбуғаты көнөнә лә ошо спорт сараһын ойошторуҙы маҡсат итеп ҡуябыҙ.

Быйыл Башҡортостанда мәҙәни мираҫ йылы, тип иғлан ителеү йәһәтенән, ошо темаға ҡарата матбуғатта һәм телевидениела бөтә донъя күргән мәҡәләләр һәм тапшырыуҙар буйынса журналистар араһында ижади конкурсҡа йомғаҡ яһаласаҡ.

Артабан журналистар араһында фекер алышыуҙар дауам итте, тәҡғдимдәр индерелде. Киләһе йылда бар ғүмерен матбуғатҡа арнаған, оҫта фотограф булып танылған Мөнир Маннаповтың иҫтәлегенә арнап, фотоконкурс ойоштороу һорауы күтәрелде. Шул уҡ ваҡытта баҡыйлыҡҡа күскән арҙаҡлы ветерандарыбыҙҙың исемдәрен мәңгеләштереү буйынса аныҡ тәҡдимдәр яңғыраны. Журналистарҙың һәм ветрандарҙың юбилейҙарын билдәләү, ижади тәжрибәне өйрәнеү маҡсатында төбәк журналистары менән осрашыуҙар ойоштороу күҙ уңында тотола.

Лилиә ТАКАЕВА,

Баймаҡ беренсел журналистар ойошмаһының яуаплы секретары.

Яңы маҡсаттар билдәләнде
Яңы маҡсаттар билдәләнде
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: