Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
5 Октябрь 2022, 16:47

Журналистар ойошмаһы бер быуатлыҡ тарихҡа эйә!

Был хаҡта бөгөн үткән съезда билдәле булды

Журналистар ойошмаһы бер быуатлыҡ тарихҡа эйә!
Журналистар ойошмаһы бер быуатлыҡ тарихҡа эйә!

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзалары сираттан тыш XXIII съезға йыйылды. Форумда ойошманың үткән осорҙағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, киләсәккә уй-ниәттәр билдәләнде, республиканың район-ара ижади ойошмаларының яңы рәйестәре һайланды. Мәскәү ҡалаһында 27-29 октябрҙә үтәсәк Рәсәй Журналистар союзының XIII съезында ҡатнашасаҡ делегаттар ҙа билдәләнде.

Тәүҙә БР Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов ойошма атҡарған эштәргә ҡыҫҡаса йомғаҡ яһаны. Әйтергә кәрәк, Вәдүт Ғәйфулла улы етәкләгән ойошма маҡсатҡа ярашлы эш алып бара, Рәсәй кимәлендә алдынғылыҡты бирмәй. Союзда бөгөн 1700 ағза иҫәпләнә, улар һаны йыл да йәш журналистар менән тулылана.БР Журналистар берлеге ил кимәлендә сараларҙа һәр саҡ әүҙем ҡатнаша.Күптән түгел Сочи ҡалаһында ойошторолған XXIV “Бөтә Рәсәй-2022” журналистика форумында ҡатнашыу быға асыҡ дәлил булып тора.

БР Журналистар союзы ҡарамағындағы республика төбәктәрендәге ижади ойошмаларҙың эшен әүҙемләштереү уның төп эш йүнәлештәренең береһе булып тора. Ошо маҡсатта сираттан тыш үткәрелгән съезда ҡайһы бер төбәктәрҙәге район-ара ижади ойошмаларҙың яңы рәйестәре һайланды. Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Белорет, Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары журналистарының Көньяҡ-көнсығыш район-ара берекмәһе рәйесе итеп бер тауыштан Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Салихова һайланды. Баймаҡ беренсел журналистар ойошмаһының эшендә әүҙем ҡатнашҡан етәксе булараҡ, Гүзәл Салауат ҡыҙы һүнеп ҡалған ойошмаға йән өрөр, яңы ижади үрҙәргә әйҙәр, тигән ныҡлы ышаныстабыҙ.

Ошоға ҡәҙәр “Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы 1957 йылда ойошторолған” тигән фекерҙә инек. Союз менән Башҡортостандың Милли архивы күп йыллыҡ эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһендә ойошманың 1921 йылдың 7 февралендә төҙөлөүе билдәле булды. Шулай итеп, БР Журналистар союзы бер быуаттан ашыу тарихҡа эйә!

Бай тарихҡа эйә булған БР Журналистар союзы артабан да республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда мөһим роль уйнар, тип ышанабыҙ.

Азамат Мөхәмәтшин.

 

 

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: