Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
5 Октябрь 2022, 17:07

Яңы рәйескә өмөт ҙур

Бөгөн Башҡортостан Журналистар союзының сираттан тыш XXIII съезында республиканың район-ара ижади ойошмаларының яңы рәйестәре һайланды. Сибай ҡалаһы, Белорет, Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондары журналистарын берләштергән көньяҡ-көнсығыш берекмәнең етәксеһе итеп бер тауыштан Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Салихова һайланды.

Әйтергә кәрәк, Гүзәл Салауат ҡыҙы, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы булараҡ, Баймаҡ беренсел журналистар ойошмаһының эшендә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша, уға тос өлөш индерә. Ошо йылдар эсендә райондың журналистар берлеге тарафынан байтаҡ саралар тормошҡа ашырылды. Һуңғы осорҙа “Һаҡмар”, “Баймакский вестник” гәзиттәре, Баймаҡ телевидениеһы һәм журналистика ветерандары араһында “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында бер нисә тапҡыр спорт ярыштары, башҡа саралар гөрләп үтте, күрше райондарҙағы коллегалар менән осрашыуҙар ойошторолдо. Баймаҡ журналистар ойошмаһы һәм “Һаҡмар” редакцияһы район гәзитенең 90 йыллығына арнап ауылдарҙа әүҙем йәмәғәт хәбәрселәренең хәтер кисәләрен үткәрҙе. Шул уҡ ваҡытта журналист һәм шағир Айрат Сирбаевтың юбилейына һәм яҡты иҫтәлегенә арнап шиғыр, ҡобайыр, хикәйә ижад итеүселәр араһында район конкурсы уҙҙы. Яҙыусы, журналист һәм педагог Азамат Тажетдиновтың яҡты иҫтәлеге хөрмәтенә ике тапҡыр республика ижади конкурсы юғары кимәлдә үтте – был сара ла Баймаҡ журналистар ойошмаһының тәҡдиме менән ойошторолдо.

Беҙҙең ойошма йылдан-йыл үҫә, ул яңы ағзалар менән тулылана. Һуңғы осорҙа Баймаҡ телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре лә РФ һәм БР Журналистар союзына ағза итеп алынды.

Г.С. Салихова Көньяҡ-көнсығыш ижади берекмәнең эшенә яңы һулыш өрөр, уны ижади үрҙәргә әйҙәр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Азамат Мөхәмәтшин,

Баймаҡ район журналистар ойошмаһы рәйесе.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: