Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
15 Апрель 2022, 15:34

Эх, балаҫы ла, балаҫы...

Тап ошо исем аҫтында Билал ауыл китапханаһында бик тә үҙенсәлекле сара үтте, уны Райхана Булатова ойошторҙо. Унда береһенән-береһе оҫта ҡатын-ҡыҙҙар йыйылды. Кемеһелер балаҫ һуға, бәғзеләре бәйләй, икенселәре яңы был шөғөлгә тотонған.

Эх, балаҫы ла, балаҫы...
Эх, балаҫы ла, балаҫы...

Ысынлап та, халыҡ кәсептәре менән шөғөлләнгән ағинәйҙәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың кисәгә үҙҙәренең ҡул эштәрен алып килеүе һәм тәжрибә уртаҡлашыуы хайран ҡалырлыҡ күренеш булды. Мәҫәлән, 81 йәшлек Сәрүәр Мөхәмәтйәнова ҡул эштәре менән бала саҡтан шөғөлләнә. Әлеге байрамға ул үҙе бәйләгән балаҫтарын алып килгән. Таңһылыу Ғәйзуллина иһә креслоларға балаҫ-япмалар бәйләй икән. “Пряжаларымды бөтөрәм дә, башҡаса бәйләмәйем, тип уйлайым да, түҙмәй кире башлайым”, – ти ул.

Зәһинә Ғайсина диванға, креслоға, эскәмйәгә япмалар бәйләү менән шөғөлләнә. ”Бер-беребеҙҙән өйрәнеп бәйләйбеҙ. Ошоға тиклем муйынсаҡтар, селтәрҙәр, гөл һауыттары, сәскәләр яһаныҡ, әле бына балаҫтар эшләй башланыҡ”, – ти ул. Фирҙәүес Ҡаһарманова ла сараға күҙҙең яуын алып торған балаҫын алып килгән.

Фатима Ғайсинаға – 65 йәш. Ул станокта һуҡҡан балаҫын күргәҙмәгә ҡуйҙы. Бәйләү, сигеү, бисерҙар менән төрлө биҙәүестәр эшләү – уның яратҡан шөғөлө.
Байрамға саҡырылған иң йәш ҡатнашыусы Әлфиә Һибәтуллина балаҫтарын станокта һуға икән. “Үҙемде өләсәйемдең юлын дауам итеүсе тип һанайым. Ул да ошо шөғөл менән ныҡлап булышҡан”, – тине ул.

Ауылдың “Ағинәйҙәр” ойошмаһы рәйесе Миңһылыу Әхмәҙина тиҙҙән “Башҡорт ҡыҙы” үткәргән янсыҡтар бәйгеһендә ҡатнашасаҡ.
Ошо бәйгегә әҙерләгән янсыҡтарын күргәҙмәгә ҡуйҙы. “Эх, балаҫы ла, балаҫы...” байрамында Билал ауыл биләмәһе башлығы Илдар Саптаров, мәғариф ветераны, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Илдүсә Әминева һ.б. сығыш яһаны.
“Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылында был байрам бик тә үҙенсәлекле һәм фәһем алырлыҡ сара, – тине Илдар Шәһәрғәзе улы. – Халыҡ кәсептәрен бөгөн дә уңышлы дауам итеүсе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға рәхмәт! Мин бына ошо ҡул эштәренә ҡарап хайран ҡалып ултырам. Ысын мәғәнәһендә күҙҙәр ҡамаша был балаҫтарҙан. Афарин!”
“Һеҙ башҡорт сәнғәтен, халыҡ кәсептәрен үҫтереүгә тос өлөш индерәһегеҙ, – тип билдәләне Илдүсә Азат ҡыҙы, – арабыҙҙа бына ошондай уңған, оҫта ҡуллы гүзәл заттарыбыҙҙың булыуы менән ғорурланам. Милләтебеҙҙең ҡул эштәрен маҡсатлы дауам итеүселәр арабыҙҙа күберәк булһын!”

Кисәлә ҡатнашыусылар һуңынан район баҫмаһына яҙылды, уны урындағы почта бүлексәһе начальнигы Гөлдәр Аблаева һәм почтальон Роза Биктимерова ойошторҙо.
Билал ауыл биләмәһе, редакция әҙерләгән приздар уйнатылды.

Ғөмүмән, Илдар Саптаров етәкләгән Билал ауыл биләмәһендә төрлө кимәлдәге саралар даими үтә, уларҙы ойоштороуға китапхана, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мәғариф учреждениелары, йәмәғәт ойошмалары күп көс һала. Быйыл ғына ла сәләмәт тормошто пропагандалау сиктәрендә Билалда өс тапҡыр саңғы ярыштары үтте, унда район ауылдарынан ғына түгел, күрше Әбйәлилдән дә спортсылар ҡатнашты.

Әле, Рамаҙан айы менән бәйле, мәсеттәрҙә ифтар мәжлестәре үткәрелә, уларҙа халыҡ әүҙем ҡатнаша. Хатта балалар ҙа күпләп мәсеткә йөрөй, ураҙа тота, ифтарға килә.
Билал ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡы республика буйынса иғлан ителгән экологик өмәләргә әүҙем ҡушылды. Ауыл китапханаһы Бөйөк Еңеүгә арнап “Хәтерләйбеҙ” исемле акция иғлан итте.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: