Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
15 Апрель 2022, 15:32

Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы

Өмөтбай ауылы китапханаһында “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы” тигән кисә үтте. Кисәнең төп геройы – хеҙмәт ветераны Рәйсә Рәхмәтуллина булды.  

Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы
Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы

Өмөтбай ауылы китапханаһында “Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы” тигән кисә үтте. Кисәнең төп геройы – хеҙмәт ветераны Рәйсә Рәхмәтуллина булды.

Сараны китапханасы Зилиә Ноғоманова ойошторҙо һәм алып барҙы. Матур кисәлә Билал ауыл биләмәһе башлығы Илдар Саптаров, ағинәйҙәр, ауыл халҡы ҡатнашты.

Рәйсә Ғәлимйән ҡыҙы барлыҡ ғүмерен намыҫлы хеҙмәткә арнай. Хеҙмәт юлын ашнаҡсы булып башлап, артабан совхозда эшләй. Һуңынан, хаҡлы ялға киткәнгә тиклем, хат ташыусы була. 20 йыл дауамында ул, көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, почтальон булып эшләй.

– Был һөнәр эйәләренең мәшәҡәттәре етерлек, – ти Р.Рәхмәтуллина. – Гәзит-журналдарҙы таратыр өсөн элек ҡыш көндәре ат егеп тә, билдән ҡар кисеп тә, йәй көндәре йәйәүләп бер нисә километр юл үтергә тура килде. Эйе, эш еңелдән булманы, ул түҙемлек, тәртип, тапшырылған бурысты ваҡытында үтәү, кешеләргә яҡшы мөнәсәбәттә булыуҙы талап итә ине. Эштән арып ҡайтһам да, кистәрен һәр ваҡыт ҡул эштәре менән булыштым.

Рәйсә Ғәлимйән ҡыҙы әле лә әүҙем тормош алып бара: урындағы ағинәйҙәр хәрәкәтендә ҡатнаша, ҡул эштәре менән булыша, ейәнсәрҙәренә уйынсыҡтар ҙа бәйләй. Бына шундай ағинәйҙәр ауылдарыбыҙ ҡото һәм терәге ул.

Сарала “Һаҡмар” гәзите иғлан иткән “Көйөп йәшәмәйек – көлөп йәшәйек” конкурсында 2-се урынды яулаған Зәкирә Рәхмәтуллинаға редакцияның бүләге – 1500 һумлыҡ бушлай ҡотлауға сертификат тапшырылды.

Билал ауыл биләмәһе хакимиәте, Өмөтбай китапханаһы һәм урындағы почта хеҙмәте тырышлығы менән “Һаҡмар” гәзитенә яҙылыу ойошторолдо, бүләктәр уйнатылды.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: