2022 йылдың икенсе яртыһына матбуғат баҫмаларына ваҡытынан алда яҙылыу дауам итә. 31 мартҡа тиклем һеҙ “Һаҡмар” гәзитенә үткән йылғы хаҡ – 944 һум да 70 тингә яҙыла алаһығыҙ.
Редакция коллективы күптән килгән матур йолаға тоғро ҡалып, был юлы ла бер нисә этапта “Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акцияһы үткәрәсәк. Уның тәүгеһенә 1 апрелдә йомғаҡ яһала. Ошо ваҡытҡа тиклем яҙылып
өлгөргәндәр Баймаҡтан “Г.З. Байрамғолова” КФХ-һының ҡаҙ бәпкәләре, Кәрешкәнән “Л.Ф. Әхмәтов” һәм Сыңғыҙҙан “Н.Р. Уразбаев” КФХ-лары әҙерләгән иген культуралары отоп ҡыуанасаҡ. Шулай уҡ ҡалалағы “Саптар” магазины (етәксеһе Ә.Х. Байегетова) аҙыҡ-түлек йыйылмаһы бүләк итәсәк.
Уңайлы мәлде ҡулдан ысҡындырма, арзан булған ваҡытта “Һаҡмар”ға яҙыл һәм шәп бүләктәр от, милләттәш!
Редакция коллективы.