Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Ғинуар 2022, 12:17

"Һаҡмар" дуҫтарын йыя

Бөгөн "Һаҡмар" гәзите редакцияһында подписка барышында ярҙам иткән дуҫтарыбыҙҙы тәбрикләнек. Тәбрикләнеүселәр араһында почта хеҙмәткәрҙәре, китапханасылар, йәмәғәтселәр, ауыл биләмәләре башлыҡтары ла булды. Фотоларҙы сайттан инеп ҡарағыҙ.

"Һаҡмар" дуҫтарын йыя
"Һаҡмар" дуҫтарын йыя

1-се урын Ниғәмәт почтаһына бирелде. Улар быйыл уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 186 процентҡа үтәгән. Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдары почтальоны Мофаззалова Мәүлиҙә Сәғәҙәт ҡыҙын тәбрикләйбеҙ.

2-се урын Беренсе Этҡол ауылы почта бүлексәһенә бирелә. Улар был ярты йыллыҡта 129 процентҡа үтәгән. Беренсе Этҡол ауылы почтаһы мөдире Йәндәүләтова Гөлнара Динар ҡыҙын ҡотлайбыҙ.

3-сө урын бер юлы өс почта бүлексәһенә бирелә. Улар – Ярат, Таулыҡай, Аҡморон ауылы почта бүлексәләре.

Ярат 124 процентҡа үтәгән, Ярат ауылы почтальоны Заманова Айгөл Айрат ҡыҙы.

Таулыҡай 117 процентҡа үтәгән. Таулыҡай ауылы почтаһы мөдире Үҙәнбаева Гөлсинә Рамазан ҡыҙы.

Аҡморон 126 процентҡа үтәгән өсөн Аҡморон ауылы почтальоны Хәлитова Миләүшә Хәмитйән ҡыҙы.

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: