Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Ғинуар 2022, 17:39

«Һаҡмар» дуҫтары менән көслө

«Һаҡмар» гәзитенә яҙылыуға йомғаҡ яһалды.

«Һаҡмар» дуҫтары менән көслө
«Һаҡмар» дуҫтары менән көслө

Үткән осорға йомғаҡ яһау, милли матбуғатты үҫтереүгә тос өлөш индергән дуҫтарҙы тәбрикләү, алдағы кампанияға уй-ниәттәр билдәләү кеүек матур йола бар “Һаҡмар” редакцияһында. Ғәҙәттә, бындай сара йылына ике тапҡыр ойошторола, унда иң-иңдәр билдәләнә. Бөгөн иһә 2022 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу кампанияһын ойоштороуға күп көс һалған ауыл биләмәһе башлыҡтары, почта бүлексәләре, китапхана, мәғариф учреждениелары етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында редакцияла “Һаҡмар” дуҫтарын йыя” исемле тантана ойошторолдо. Унда Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов, Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Салихова, редакция журналистары ҡатнашты.– Уҙған йылды “Һаҡмар” гәзите редакцияһы коллективы яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамланы, – тип билдәләне үҙенең сығышында Гүзәл Салауат ҡыҙы, – булған ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан беҙ баҫманың тиражын тотороҡло һаҡлап ҡалыуға өлгәштек. Был тәңгәлдә беҙ ошо тантанаға саҡырылған ҡунаҡтарға, район, ҡала хакимиәттәренә, ойошма, учреждение, предприятие, мәғариф, мәҙәниәт өлкәләре етәкселәренә, ауыл биләмәһе башлыҡтарына, ауыл хужалығы предприятиелары, фермер хужалығы етәкселәренә, китапхана, почта хеҙмәткәрҙәренә, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренә, гәзитебеҙгә тоғро ҡалған милләттәштәребеҙгә оло рәхмәтлебеҙ. Быйылдан “Һаҡмар”ҙы аҙнаһына бер тапҡыр һәм күп битле итеп сығарыу беҙгә яңы талаптар ҡуя. Шуның өсөн дә гәзиттә күберәк аналитик мәҡәләләр баҫтырыу, яңы махсус биттәр сығарыу, ҡала һәм район яңылыҡтарын ваҡытында социаль селтәрҙәр аша яҡтыртыуҙы маҡсат итеп алабыҙ. 

Әлбиттә, халыҡты борсоған һәм ҡыҙыҡһындырған темаларҙы даими күтәреп барасаҡбыҙ.Һуңынан Г.Салихова почта бүлексәләре, китапханасылар, йәмәғәт ойошмалары араһында иғлан ителгән конкурсҡа йомғаҡ яһаны, иң-иңдәргә Баймаҡ мәғлүмәт үҙәгенең Рәхмәт хаттарын һәм бүләктәрен тапшырҙы.Почта хеҙмәткәрҙәре араһындағы конкурста Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдары почтальоны Мәүлиҙә Мофаззалова иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште һәм 1-се урынды яуланы. 2-се урынды Беренсе Этҡол почта бүлексәһе начальнигы Гөлнара Йәндәүләтова алды. 3-сө урынды Ярат ауылы почтальоны Айгөл Заманова, Таулыҡай почта бүлексәһе начальнигы Гөлсинә Үҙәнбаева һәм Аҡморон ауылы почтальоны Миләүшә Хәлитова бүлеште. Ишмырҙа почта бүлексәһе начальнигы Рәйсә Казбекова, Һаҡмар ауылы почтальоны Нуриҙә Яҡупова, Таһир ауылы почтальоны Ғәлиә Әлибаева, Татлыбай почта бүлексәһе почтальоны Нәйлә Вәлишина “Һаҡмар” гәзитен пропагандалауға һәм уны яҙҙыртыуға тос өлөш индергәндәре өсөн бүләкләнде.Йәмәғәт ойошмалары, китапхана хеҙмәткәрҙәре араһында Ниғәмәт ауылы китапханасыһы Гөлбикә Кейекбаева, Йомаш ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Хәҙисә Райманова, Буранбай ауылы китапханасыһы Зәкиә Ғәйетбаева, Аҡтау ауылынан әүҙем йәмәғәтсе Миңзәлә Иҫәндәүләтова, Ишмөхәмәт ауылы китапханасыһы Асия Үлйәбаева, Әбделкәрим ауыл Советы депутаты Нуриман Урманов, Ҡолсора ауылы китапханасыһы Гүзәл Мөхәмәтҡужина тәбрикләнде.– Ҡала һәм райондың ижтимағи тормошонда “Һаҡмар” гәзите ҙур роль уйнай, – тине үҙенең тәбрикләү сығышында Ришат Вәкил улы, – тап район баҫмаһы халыҡҡа дөрөҫ һәм объектив мәғлүмәт еткереп бара, төбәк тормошонда ҡайнап йәшәй. Гәзит Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ысын мәғәнәһендә трибунаһы булып тора. Беҙҙең ойошманың эшмәкәрлеге “Һаҡмар”ҙа даими яҡтыртыла, төрлө проекттарҙы ла беҙ журналистар менән берлектә атҡарып сығабыҙ. Ауыл биләмәләре араһында ойошторолған “Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!” конкурсы ла – тап шуларҙың береһе.Үҙенең телмәрендә район башҡорттарының ҡор башы “Айыҡ ауыл”, “Сәләмәт ауыл” конкурстарына ҡыҫҡаса туҡталып үтте, унда әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Һуңынан ул иң-иңдәрҙе бүләкләне.

“Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!” конкурсында Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе (хакимиәт башлығы Юлдаш Раев) иң яҡшы һөҙөмтәгә иреште һәм 1-се урынға сыҡты. 2-се урынды Таулыҡай ауыл биләмәһе (хакимиәт башлығы Фуат Сәйетов) яуланы. 3-сө урынға Сибай ауыл биләмәһе (хакимиәт башлығы Сибай Утарбаев), Семеновск ауыл биләмәһе (хакимиәт башлығы Рәсүл Сәлимов) һәм Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе (хакимиәт башлығы Илнур Ишмөхәмәтов) лайыҡ булды. Еңеүселәргә Ҡоролтайҙың Дипломдары һәм “Һаҡмар” редакцияһының сертификаттары тапшырылды.Эшендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәндәре, ваҡытлы матбуғатты таратыуға, гәзиткә яҙылыу кампанияларын ойоштороуға күп көс һалғандары өсөн Төркмән мәктәбе директоры Зәһүрә Ҡаһарманова, Икенсе Этҡол почта бүлексәһе начальнигы Фәхирә Таңғатарова һәм Ҡолсора ауылы китапханасыһы Гүзәл Мөхәмәтҡужинаға Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы һәм бүләктәре тапшырылды.Әйтергә кәрәк, “Һаҡмар” дуҫтарын йыя” сараһы ысын мәғәнәһендә үҙ маҡсатына иреште, ул матбуғатты үҫтереүгә тос өлөш индергән милләттәштәребеҙҙе ололоҡланы. “PRIMAVERA” салоны (етәксеһе Дилбәр Биктимерова), “Йондоҙ” салоны (Гөлкәй Ишембәтова), “Хужа” магазины, “Лидер” такси хеҙмәте (Венер Исмәғилев), “Заман” магазины (Тимур Фәхрисламов), “Домашний очаг” магазины (Рашидат Багамаева), Баймаҡ телевидениеһы (Зөлфиә Сафина), Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ишмөхәмәтов, Билал ауыл биләмәһе башлығы Илдар Саптаров, Аҡморон ауыл биләмәһе башлығы Марс Әбүбәкиров, Ишмырҙа ауыл биләмәһе башлығы Заһит Ҡашҡаров бүләктәр менән ярҙам итте. Был тантана һәр кемгә күтәренке кәйеф бүләк итеп кенә ҡалманы, ә яңы маҡсаттар ҙа ҡуйҙы.

Азамат Мөхәмәтшин.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: