Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
17 Март 2021, 15:23

Гәзит – тормошомдоң айырылғыһыҙ юлдашы

Район гәзитенең нәшер ителә башлауының 90 йыллыҡ юбилейы алдынан беҙ күп йылдар баҫма менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән авторҙарыбыҙға һүҙ бирергә булдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың бик күптәре хәҙер беҙҙең арабыҙҙа юҡ инде. Беренсе һүҙ – район гәзите менән алтмыш дүртенсе йыл инде әүҙем хеҙмәттәшлек иткән абруйлы журналист, район һәм республика матбуғатының тоғро дуҫы, 6 китап авторы Салауат Мөхәмәтшинға. Салауат Хәбибрахман улы – Сәғит Мифтахов исемендәге район журналистар премияһы, “Башҡортостан” гәзитенең күп һанлы конкурстары лауреаты, “Ал да нур сәс халҡыңа!”, “Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары кавалеры.

Район гәзитенең 90 йыллығына ҡарата

Гәзит – тормошомдоң айырылғыһыҙ юлдашы

Район гәзитенең нәшер ителә башлауының 90 йыллыҡ юбилейы алдынан беҙ күп йылдар баҫма менән әүҙем хеҙмәттәшлек иткән авторҙарыбыҙға һүҙ бирергә булдыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың бик күптәре хәҙер беҙҙең арабыҙҙа юҡ инде. Беренсе һүҙ – район гәзите менән алтмыш дүртенсе йыл инде әүҙем хеҙмәттәшлек иткән абруйлы журналист, район һәм республика матбуғатының тоғро дуҫы, 6 китап авторы Салауат Мөхәмәтшинға. Салауат Хәбибрахман улы – Сәғит Мифтахов исемендәге район журналистар премияһы, “Башҡортостан” гәзитенең күп һанлы конкурстары лауреаты, “Ал да нур сәс халҡыңа!”, “Баймаҡҡа фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалдары кавалеры.

Тәүге баҫма һәм уның беренсе мөхәррире

Совет дәүерендә матбуғат партияның иң үткер ҡоралдарының береһе булды. Юҡҡамы ғына партия баҫмаларының баш һүҙе “Печать – самое острое оружие нашей партии” тип башланмағандыр. Ваҡыт үтеү менән заманалар ҙа үҙгәрҙе, КПСС тарҡалды, уның урынына яңынан-яңы ижтимағи-сәйәси ойошмалар хасил булды.Шулай ҙа матбуғат үҙ ролен юғалтмай йәшәүен дауам итте. Шуныһы ҡыуаныслы, әгәр элекке дәүерҙә район гәзиттәре күбеһенсә дубляж рәүешендә нәшер ителһә, хәҙер инде күп кенә район һәм ҡалаларҙа матбуғат урыҫ һәм башҡорт телдәрендә үҙ аллы сыға башланы.

Бынан теүәл 90 йыл элек Баймаҡта саф башҡорт телендә “Ҡыҙыл Баймаҡ” гәзитенең тәүге һаны баҫыла. Тәүге мөхәррире күренекле драматург Сәғит Мифтаховтың ныҡышмалы хеҙмәте, эшкә ижади ҡарашы һөҙөмтәһендә баҫма район тормошонда ҙур роль уйнай. Унан һуң редакция коллективын етәкләгән мөхәррирҙәр ҙә гәзиттең халыҡ араһында күпләп таралыуына һәм уның абруйын арттырыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе. Уларға беҙ айырым туҡталып үтәсәкбеҙ.

Дәүерҙәр үтә килә баҫманың исеме лә алмашынып торҙо һәм төрлө йлыдарҙа урыҫ телендә “Баймакский рабочий”, “Коммунизм байрағы”, “Октябрьское знамя”, “Октябрь байрағы” гәзиттәре дубляж рәүешендә нәшер ителде. Һуңғы ике тиҫтә йылда урыҫ телендә “Баймакский вестник” һәм башҡортса “Һаҡмар” гәзиттәре донъя күрә. Күпселек халыҡ башҡорт милләтен тәшкил иткән районда саф башҡорт телендә гәзит сыға башлауы, әлбиттә, ҡыуаныслы хәл булды.

Үткән быуаттың 60-сы йылдарында Н.С. Хрущев етәкселек иткән дәүерҙә Урал аръяғы райондары өсөн Сибай ҡалаһында “Һаҡмар” гәзите нәшер ителә башлай. Уның мөхәррире Һ. Күсәбаев һәм һуңғараҡ Х.Ҡадиров булды. Район гәзитенең күп кенә журналистары Сибайға эшкә күсте.Әммә был тормош оҙаҡҡа барманы.Райондар кире айырылып, уларҙың һәр береһе үҙ гәзитен сығара башланы. 1965 йылда районда урыҫ һәм башҡорт телдәрендә “Октябрьское знамя” һәм “Октябрь байрағы” гәзиттәре сыға башланы. Уның мөхәррире булып ике тиҫтә йылдан ашыу Б.А. Сәмиғуллин эшләне.

Тәүге мәҡәлә һәм хәбәрселәр йыйылышында ҡатнашыу

Ауылымда башланғыс класта уҡыған йылдарҙа Муллаҡайҙан Садиҡ апа Аллабирҙин хат ташыусы булып эшләне. Ғәҙәттә, ул хаттарҙы һыбай йөрөгән килеш таратыр булды. Көндәрҙең береһендә, ул мәлдә беҙ төркөм малайҙар урам буйында уйнап йөрөй инек, минең ҡулыма “Ҡыҙыл Баймаҡ” тип яҙылған ҡағыҙ тоттороп китте. Малайҙарҙан айырылып өйгә йәһәт кенә йүгереп индем дә, бер битлек ҡағыҙҙа нимә яҙылғанын ҡысҡырып уҡып сыҡтым. Был гәзиткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу шул тиклем ныҡ артҡандыр инде, аҙнаһына бер тапҡыр хат ташыусыны түҙемһеҙлек менән көтөп алыр инем. Уйымды белгән кеүек, Садиҡ апа артып ҡалған гәзиттәрен миңә тоттороп китә торған булды.

1957 йылда Түбә 2-се урта мәктәбенең 8-се класында уҡып йөрөйөм. Беҙҙең ауылға терәлеп кенә ятҡан Өлкән туғай биләмәһе бар. Колхоз хужалыҡ малдары өсөн бесәндең күп өлөшөн ошт туғайҙан әҙерләп алыр ине. Бесән эҫкерттәргә һалынып, көҙ буйы ултырыр, ә инде тәүге ҡар күҙе төшөү меән ат саналарында ихаталарға ташылыр булды. Ни сәбәп менәндер, тап ошо йылда колхозсыларҙың әсе тир түгеп әҙерләнгән бесәне шәхси хужалыҡтарҙың малдары тарафынан тәләфләнә башлауын үҙ күҙҙәрем менән күреү минең өсөн бик ҡыҙғаныс ине. Колхоз етәкселәренең вайымһыҙ ҡарашы хаҡында мин тоттом да район гәзитенә мәҡәлә яҙып ебәрҙем. Һәм күп тә үтмәй ул баҫылып та сыҡты. Ишетәм, мәҡәлә донъя күргәс, колхоз етәкселеген саҡыртып, шелтә биргәндәр. Күп тә үтмәне, хужалыҡтағы барлыҡ техника, аттар ярҙамында туғайҙағы бесән ихатаға ташып алынды. Ошо мәҡәләнән һуң мин ҡанатланып мәктәп тормошо тураһында һүрәтләмәләр ебәрә башланым. Бының менән генә сикләнмәнем, һуңға табан ауыл, колхоз тормошо, уның эшсән халҡы тураһында күләмлерәк мәҡәләләр донъя күрҙе. 9-сы класта уҡығанда иһә тәүге тапҡыр райондың эшсе һәм һәм ауыл хәбәрселәре йыйылышында ҡамтнашыу бәхетенә ирештем.

Бер саҡ мәктәп директоры Б.М. Мәмбәтҡолов кабинетына саҡырып алды ла: “Ҡустым, һин район гәзитенә яҙышаһың бит әле. Беҙҙең мәктәптең ЗИС-5 машинаһы бар ине. Беҙ уны Түбә заводына ремонтлау өсөн биреп торғайныҡ. Йүнәтеп алғас, беҙгә бирмәйҙәр, бына ярты йылдан ашыу инде үҙ файҙаларына тотоналар. Һин бына шул турала бер нисә уҡыусы ҡултамғаһы менән район гәзитенә яҙып ебәрһәң, бик шәп итер инең”, -тине.

Мин, ризалығымды биреп, күтәренке кәйеф менән директор кабинетынан килеп сыҡтым.Шулай булмай ни?! Ябай ғына уҡыусыға директор һынлы директор шундай ышаныс күрһәтһен әле?!Күп тә үтмәне, мәҡәлә район гәзитендә тиҫтәгә яҡын уҡыусы ҡултамғаһы менән донъя күрҙе. Мәктәп линейкаларының береһендә директор уҡыусылар алдында уҡыу йортона машинаны ҡайтарыуҙа ярҙам күрһәткән өсөн миңә һәм ҡултамғалары сыҡҡан башҡа уҡыусыларға дирекция исеменән рәхмәтен белдерҙе. Бына нисек булған ул матбуғаттың тәьҫир көсө!

Эшсе һәм ауыл хәбәрселәре – гәзиттең төп терәге. Хәбәрсе булыуы еңелме?

Бигерәк тә үткән быуаттың 50-90-сы йылдарында район гәзите үҙ уҡыусылары араһында хаҡлы рәүештә оло абруй менән файҙаланды.Айырыуса ауыл ерендә йәшәгән һәр колхоз һәм совхоз ағзаларының барыһы ла тиерлек район баҫмаһын алдырып уҡыны, үҙен борсоған етешһеҙлектәр тураһында гәзиткә тәнҡит мәҡәләләре ебәреп торҙо. Һәм, әйтергә кәрәк, проблемалар һәр саҡ тигәндәй ыңғай хәл ителде. Партияның йоғонтоһо арҡаһында гәзиттең абруйы ла артты. Шуның менән бер рәттән райондың һәр ауылынан, ҡасабаһынан, Бавймаҡтан гәзиткә мәҡәләләр ебәреп тороусы эшсе һәм ауыл хәбәрселәре сафы барлыҡҡа килде. Уларҙың күбеһе үҙ коллективының уңыштары менән бер рәттән етешһеҙлектәр тураһында ла сығыш яһаны. Тос һәм үткер мәҡәләләр гәзитте уҡымлы итте. Бигерәк тә “Баймаҡ Боросбайы” битен ауыл халҡы яратып ҡабул итте. Был махсус бит күп йылдар баҫманың иң уҡымлы материалдарының береһе булды.

Эшсе һәм ауыл хәбәрселәренең әүҙемлеген һәм шул уҡ ваҡычтта абруйын арттырыу маҡсатында йылына бер тапҡыр КПСС район комитетының ултырыштар залында урындарҙа иң әүҙем яҙышҡан хәбәрселәрҙе саҡырып, тантаналы шарттарҙа йыйылыштар үткәрелде. Улар трибунаға сығып, сығыш яһаны, гәзитте уҡымлы итеп сығарыу өсөн фекерҙәрен белдерҙе. Иң әүҙем хәбәрселәр КПСС район комитетының һәм район Советы башҡарма комитетының Почет грамоталары менән наградланды. Шул уҡ йыйылыштарҙа Өфөлә үтәсәк эшсе һәм ауыл хәбәрселәренең съезына делегаттар һайланды. 1968 йылда республиканың эшсе һәм ауыл хәбәрселәренең VII съезында миңә лә ҡатнашырға һәм унда сығыш яһарға насип булды. Унда КПСС Өлкә комитетының беренсе секретары З.Н. Нуриев ҡатнашты. Съезда беҙҙең райондан мөхәрриребеҙ Б.А. Сәмиғуллин, тәржемәсе Т.Ушанов, эшсе һәм ауыл хәбәрселәре Р.Айсыуаҡов, С.Ҡотлоғужин, М.Рәхмәтуллиндар ҙа делегат булып барҙы. Тантаналы шарттарҙа миңә “Совет Башҡортостаны” гәзитенең Почет грамотаһы һәм “Рабоче-крестьянский коореспондент” журналына бер йыллыҡ подписка тапшырылды. 1991 йылда инде ошондай абруйлы форумда миңә икенсе тапҡыр делегат булып һайланырға насип булды.

Шуныһы мәғлүм булһын, яҙылған мәҡәләләрем, бигерәк тә тәнҡиткә ҡоролғандары, урындағы күп кенә түрәләргә оҡшаманы. Минең турала күп кенә уйҙырмалар менән КПСС район комитетына ялыуҙар яуып торҙо. Минең яҡтан дөрөҫлөк һәр саҡ тантана итһә лә, ҡаһы бер етәкселәрҙең ҡарашы ла үҙгәрҙе. Эш бирмәүҙәр йәиһә эшләгән урындан ситләтеү кеүек сараларҙан да тартынманылар. Бындай мәлдәр тормош юлымда осрап ҡына торҙо. Нисек кенә ауыр булмаһын, мин үҙемдең һайлаған юлымдан бер ваҡытта ла артҡа сигенмәнем. Хәҙер ана шуларҙың барыһын да күҙ алдымдан үткәрәм дә, үҙемә аптырап ҡуям. Ныҡышмалылыҡмы, әллә ихтыяр көсө юғары булғанмы? Барыһынан да бигерәк матбуғатҡа ҡарата ысын һөйөү, уға бирелгәнлек һәм ихтирам тойҫоһо булыуындалыр. Ошондай юғары әлаҡи сифаттар минең күңелемдә йәшәй һәм йәшәйәсәк әле.

Совет матбуғаты осоронда гәзит менән даими хеҙмәттәшлек иткән өлкән һәм йәш быуын ҡәләмдәштәребеҙҙең исемдәрен телгә алып үтмәү мөмкин түгел. Мин уларҙың һәр береһен тиерлек белгәнгә күрә, бөгөн уларҙы һағыныу һәм юҡһыныу тойғоһо менән иҫкә алам. Бына улар: Ишейҙән Йосоп Мөхәмәтҡолов, Бетерәнән Йыһанур Әхмәтов, Темәстән Барый буранбаев, Зәйнитдин Арыҫланбәков, Әминдән Рамил Баймөхәмәтов, Үрге Иҙристән Хәким Моратов, Түбәнән Иван Марков, С.Бикҡолов, Сафый Ҡунаҡкилдин, Күсейҙәр Зәки Ишморатов, Әхмәрҙән Урал Ғазин, Төркмәндән Миҙхәт Байрамғолов, Мотаһар Рәхмәтуллин, Икенсе Этҡолдан Азамат Тажетдинов, Петр Нефедов, Зәкиә Ҡотлоғужина, Байымдан Рәсүл Мөхәмәтйәнов, Йомаштан Азат Йәғәфәров, Беренсе Этҡолдан Солтан Фәйзуллин, Ә. Абҙаҡов, Ниғәмәттән Әхтәм Мәғәфүров, Кәрим Дияров, “Йылайыр” совхозынан Софъя Рафиҡова, Сабирйән Шәйәхмәтов, Мәхмүт Ғәлин, “Баймаҡ” совхозынан Исмәғил Иҫәнов, Иҫке Сибайҙан Мирас Вәлитов, Флүрә Алсынбаева, Баймаҡтан Ирек Хөсәйенов, Камил Монасипов, А. Бурлаев, Гөлкәй Яҡупова, Рәшит Айсыуаҡов, Салауат Ҡотлоғужин, Яхъя Сәғитов, Ришат Уйылданов, Семеновскиҙан Ғәлимйән Иҙелбаев, Күгиҙелдән Салихйән Бикйәнов иң әүҙем авторҙар булды һәм гәзитте сығарыуға үҙҙәренең тос өлөшөн индерҙе. Әйткәндәй, уларҙың һәр береһе үҙ эшенең ысын оҫталары ла ине. Мәҫәлән, Хәким Ғаззали улы Моратов күп яҡлы талант эйәһе булды. Уҡытыусы, завуч булып эшләне, рәссам, ҡурайсы, шағир, үҙешмәкәр композитор, йырсы, кинооператор ине. Балаларҙы ҡурай серҙәренә өйрәтте, һабантуйҙарҙан 20-нән ашыу документаль фильм әҙерләне. Гәзиттә фәһемле мәҡәләләре менән сығыш яһаны, район хәбәрселәренең йыйылыштарында ҡатнашты. Барый Буранбев иһә Темәс, Ҡолсора мәктәптәрендә уҡытты, оҫта фотоһәүәҫкәр ине. Ҡыҙыҡлы фотоһүрәттәре, пейзаждары, хәбәрҙәре гәзиттә даими баҫылды.

Азамат Әғзәм улы Тажетдинов 70-се йылдарҙан район баҫмаһы менән әүҙем хеҙмәттәшлек итте. Миңә уның менән бергә күп йылдар хеҙмәттәшлек итергә насип булды. Минең тәүге китабымдың исем туйында ул да ҡатнашып, бик йылы фекерҙәрен еткерҙе. Азамат Әғзәм улы тыуған төйәге тураһында төрлө архив материалдарына таянып, фәһемле ете китап баҫтырып сығарҙы. Уның автографы менән миңә бүләк ителгән китаптары ла бар. Бөйөк мәғрифәтсе Ғабдулла Сәидиҙең 170 йыллығын үткәргән сарала ла ул төп докладсы булып сығыш яһаны. Тасуири һүҙ оҫтаһы, киң эрудициялы белгес, билдәле педагог, йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы һәм журналист булараҡ уның хөрмәтенә Икенсе Этҡол урта мәктәбенә бинаһына таҡтаташ ҡуйылған.

Күсейҙән уҡытыусы Зәки Ишморатов шағир булараҡ танылыу алды, тәнҡит мәҡәләләре өсөн уны эшенән дә бушаттылар. “Һаҡмар” колхозында тракторсы булып эшләгән Азат Йәғәфәров та ҡурҡыуҙы һис белмәгән, тәнҡит ҡарашлы ир-уҙаман булараҡ хәтерҙә ҡалған. Ғөмүмән, ул осорҙа хәбәрселәр тарафынан яҙылған тәнҡит мәҡәләләренә һәр саҡ урын бирелде, етешһеҙлектәр тикшерелде һәм тейешле сараһы ла күрелде. Ул замандағы матбуғат менән хәҙерге осорҙағы баҫмаларҙы сағыштырыу һис мөмкин түгел.

Салауат Мөхәмәтшин.

Читайте нас: