Һаҡмар
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Матбуғат
31 Декабря 2020, 21:00

Туҡмаҡтағы һөйөнөс!

“Һаҡмар”ға яҙыл һәм бүләк от!” акцияһында төп призды – Ленин исемендәге АХК әҙерләгән бензобысҡыны – Һәмән ауылынан Тәнзилә Мурзина отҡайны. Ошо уңай менән һәмәндәр Туҡмаҡ урамының байрамын ойоштороп, еңеүсене тәбрикләне. Был сараны үткәреүгә Билал ауылы китапханасыһы Райхана Булатова менән Һәмәндең ағинәйҙәре күп көс һалды.

Сарала сығыш яһап, абруйлы ветеран һәм йәмәғәт эшмәкәре Ишһылыу Әминева Һәмән ауылының Туҡмаҡ урамында эшһөйәр, заман менән бергә атлаған халыҡ йәшәүен билдәләне, уларҙың берҙәм, йәштәренең уңған булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ишһылыу Йомағужа ҡыҙы башҡаларға үрнәк булған ғаиләләрҙе атап үтте, уларҙан өлгө алырға саҡырҙы.
Урман байрамында ҡатнашҡан Билал ауыл биләмәһе башлығы Илдар Саптаров һәмәндәрҙе тәбрикләне, халҡының берҙәм, уңған, рухлы булыуын билдәләне. Ул киләсәктә “Һаҡмар” гәзите менән дуҫлыҡты тағы ла нығытырға саҡырҙы, баҫманың уҡымлы, халыҡ араһында абруйы ҙур булыуын айырым һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Салихова-Иҫәнгилдина тантаналы шарттарҙа Тәнзилә Мурзинаға акцияның төп призын – бензобысҡыны тапшырҙы һәм артабан да “Һаҡмар” менән бергә ҡалырға саҡырҙы. Гүзәл Салауат ҡыҙы быйылғы ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоронда Билал ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар халҡының “Һаҡмар”ға бик әүҙем яҙылыуын билдәләне, был тәңгәлдә ҙур эш атҡарып сыҡҡан китапханасы Райхана Эдуард ҡыҙына, ауыл биләмәһе башлығы Илдар Шәҙәрғәзе улына, йәмәғәт ойошмаларына ҙур рәхмәтен еткерҙе.
Төп призды яулаған Тәнзилә Мофаззал ҡыҙы барлыҡ ғүмерен ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүгә арнай, алдынғы һауынсы була. Биш бала тәрбиәләп үҫтерә, әле хаҡлы ялда. ҡәйнәһе тураһында килене – Билал урта мәктәбенең директор урынбаҫары Рима Мурзина бик матур фекерҙәрен еткерҙе: “Минең ҡәйнәм бик сабыр, аҡыллы, эшһөйәр кеше. Беҙ һәр саҡ уның күңел йылыһын тойоп йәшәйбеҙ һәм шуның менән бәхетлебеҙ. Ун ейән-ейәнсәргә хәстәрлекле өләсәй ҙә, изге әсә лә, һоҡланғыс ҡәйнә лә ул”.
Бына ошондай матур сараның шаһиты булып, һәмәндәрҙең ихласлығына, уңғанлығына, берҙәмлегенә һоҡланып ҡайттыҡ. Ысынлап та, бик рухлы һәм гәзитебеҙҙең ысын дуҫтары йәшәй икән бында!
Азамат Мөхәмәтшин.
Читайте нас