Икенсе Этҡол һәм Байым ауылдарында “Һаҡмар” гәзитенең иң тоғро һәм ышаныслы дуҫтары йәшәй – үткән йома үткәрелгән Матбуғат байрамы был фекерҙе тағы бер ҡат иҫбатланы. Уны ойоштороуға урындағы почта бүлексәһе начальнигы Фәхирә Таңғатарова, ауыл Советы депутаты Амур Әминев һәм почтальон Гөлгенә Назарова күп көс һалды.
Әйтергә кәрәк, был тарафтарҙа беҙҙең баҫманы күпләп алдыралар һәм уны халыҡ араһында пропагандалауға тос өлөш индерәләр. Урындағы почта хеҙмәткәрҙәре матбуғатҡа яҙылыу осоронда һәр саҡ билдәләнгән планды ваҡытында һәм арттырып үтәп бара, халыҡты йыйып, Матбуғат байрамы ойошторорға ла мөмкинлек таба.
Был юлы ике ауылдан бөтәһе 75 кеше “Һаҡмар” гәзитенә яҙылды, редакция һәм почта әҙерләгән приздар отоп һөйөндө. Ә бына ауыл Советы депутаты Амур Әминев барыһын да уҙҙырҙы – үҙенең округында йәшәүсе 5 кешегә үҙ иҫәбенән 2021 йылдың тәүге яртыһына район баҫмаһын яҙҙыртып, ысын егетлек күрһәтте. Шуларҙың икәүһе күп балалы ғаиләләргә – Тәнзилә менән Рәфәиз Сәфәрғәлиндарға һәм Нәсимә менән Рәсүл Мәхмүтовтарға тапшырылды. Әйткәндәй, улар даими хәстәрлеге өсөн депутатҡа ҙур рәхмәт белдерҙе.
Шуныһы үҙенсәлекле, А.Әминев баҫмаға яҙҙырып ҡына ҡалманы, ә депутаттар, башҡа йәмәғәт ойошмалары араһында “Һаҡмар”ға яҙыл һәм башҡаларға ла бүләк ит!” акцияһы иғлан итте. Шулай итеп, Амур Зиннәтулла улының матур башланғысын Икенсе Этҡол, Байым, Ниғәмәт, Үрге Яйыҡбай һәм Түбәнге Яйыҡбай ауылдарының йәмәғәтселәре генә түгел, райондың башҡа төбәктәре лә әүҙем күтәреп алыр, тигән ышаныстабыҙ. Шулай булһын да!
Азамат Мөхәмәтшин.
Һүрәттә: Амур Әминев (уңда) Рәфәиз Сәфәрғәлинға “Һаҡмар” квитанцияһын бүләк итә; үҙ эшенең ысын оҫталары Фәхирә Таңғатарова һәм Гөлгенә Назарова.