Билдәле булыуынса, кисә I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтеүенә 25 йыл тулды. Халҡыбыҙ тарихына алтын хәрефтәр менән уйып яҙылған был тарихи ваҡиға милләтебеҙҙе туплауға, үҙаңын күтәреүгә тос өлөш индерҙе, үҙбилдәләнешкә ысын мәғәнәһендә юл асты. Тап шул осорҙан Башҡортостандың Рәсәй һәм донъя аренаһында яңы этабы башланды.
Ришат Ишембәтов етәкләгән Баймаҡ районы башҡорттары ҡоро Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу буйынса ғәҙәт ҙур эштәр алып бара. Милләтебеҙ мәнфәғәтендә башҡарған изге эштәре бихисап Баймаҡ ҡоролтайсыларының. Тап кисә, халҡыбыҙҙың донъя кимәлендә тәүге форумы ойошторолғанына 25 йыл тулған көндө, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ауыл биләмәләре араһында иғлан ителгән “Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!” конкурсына йомғаҡ яһаны.
Уның һөҙөмтәләре буйынса, Илгиз Йәнбирҙин етәкләгән Ярат ауыл биләмәһе был бәйгелә 1-се урынды яуланы. Беренсе Этҡол ауыл биләмәһе (башлығы Юлдаш Раев) – 2-се, Таулыҡай ауыл биләмәһе (башлығы Фуат Сәйетов) 3-сө урынды алды. Уларға Р.В. Ишембәтов Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының Дипломдары һәм аҡсалата премиялар тапшырҙы, конкурста артабан да әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге директоры, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Г.С. Салихова ауыл биләмәләре башлыҡтарына, Ҡоролтайға рәхмәт белдерҙе.
2020 йылдың икенсе яртыһына ауыл биләмәләре араһында “Һаҡмар”ҙы – һәр йортҡа!” конкурсы дауам итә. Әйҙәгеҙ, унда әүҙем ҡатнашайыҡ, район баҫмаһын һәр йортҡа таратыу өсөн барыһын да эшләйек!
“Һаҡмар” гәзите редакцияһы.