Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
20 Февраль 2020, 11:36

Еңеүсе кем?

Билдәле булыуынса, былтыр көҙ “Һаҡмар” гәзите редакцияһы райондың почта бүлексәләре араһында баҫмаға 2020 йылдың тәүге яртыһына яҙҙырыу буйынса конкурс иғлан иткәйне. Ошо көндәрҙә уға йомғаҡ яһалды. Тулыраҡ сайттан уҡығыҙ.

Билдәле булыуынса, былтыр көҙ “Һаҡмар” гәзите редакцияһы райондың почта бүлексәләре араһында баҫмаға 2020 йылдың тәүге яртыһына яҙҙырыу буйынса конкурс иғлан иткәйне. Ошо көндәрҙә уға йомғаҡ яһалды. Иң яҡшы һөҙөмтәгә Таулыҡай (начальнигы Үҙәнбаева Гөлсинә Рамазан ҡыҙы), Ишмөхәмәт (Йәрмөхәмәтова Миңниса Кәрим ҡыҙы), Ярат (Юлғотлина Әнисә Мөхөтдин ҡыҙы) һәм Беренсе Этҡол (Абулғазина Әнисә Ғәйнислам ҡыҙы) почта бүлексәләре өлгәште. Уларға Баймаҡ мәғлүмәт үҙәгенең Маҡтау грамоталары һәм сертификаттар тапшырылды. Баймаҡ почтамтының подписка бүлеге инструкторы Ирина Головко матбуғат кампанияһы осоронда эште әүҙем ойошторғаны өсөн тәбрикләнде.

А.Салауатов.

Э. Кейекҡужина фотоһы.

Читайте нас: