Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
23 Ғинуар 2020, 01:05

Тәүге башҡорт гәзите тергеҙелде

Беренсе башҡорт гәзите ҡасан һәм ниндәй исем аҫтында донъя күргән? Был һорауға яуапты беҙҙең сайтта табырһығыҙ.#нацпроектыБашкортостан

Башҡорт автономияһы булдырылыу менән донъя күргән беренсе баҫманың һандары тергеҙелде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында ошо уңайҙан түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
Беренсе башҡорт гәзите «Мөхбир» исеме аҫтында 1917 йылда донъя күрә. Артабан ул «Башҡорт», «Башҡорт тауышы» тип үҙгәртелә. Ә бер йыл үткәс, баҫма Силәбе ҡалаһында аҙнаһына бер тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. Гәзит биттәрендә билдәле шәхестәрҙең мәҡәләләре, шиғырҙары баҫыла. 1918 йылда Башҡорт хөкүмәте ҡарарына ярашлы «Башҡорт тауышы» менән «Башҡортостан хөкүмәтенең теле» гәзите берләштерелә.
Республиканың беренсе баҫмаһын тергеҙеү Башҡортостан башлығы гранты ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. Бер йыл эсендә гәзиттең 37 һаны электрон вариантҡа күсерелеп, Интернет селтәренә һалына. Улар менән «Башҡортостан» гәзите, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты сайтында танышырға мөмкин. Мәҡәләләр башҡорт, рус телдәренә тәржемә ителгән.
Әйткәндәй, гәзиттең беренсе һаны 14 июндә донъя күрә, был дата 1998 йылдан алып Башҡортостан матбуғаты көнө булараҡ билдәләнә.
https://vk.com/wall-85076499_26373
Читайте нас: