Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
18 Октябрь 2019, 14:15

Ҡолсоралар "Һаҡмар" менән!

"Һәр йортҡа - "Һаҡмар" девизы аҫтында Ҡолсора ауыл биләмәһендә "Һаҡмар" гәзитенә яҙылыу бара.

Почта бүлексәһе начальнигы Гөлдәр Миҙәтғәлина һәм гәзит таратыусы Фәйрүзә Йәнғолова был сараны бик тә йәнле итеп ойоштороп ебәрҙе. Әйтергә кәрәк, һәр ваҡыттағыса, акцияға беренселәрҙән булып мәктәп коллективы ҡушылды. Уларҙың барыһы ла гәзитебеҙгә яҙылып, беҙҙе һөйөндөрҙө. Афарин!
Ауыл халҡының бер-береһен сәмләндереп, зәмләндереп, үҙ теләктәре менән приздар тотоп килеүе беҙҙең өсөн ҙур ҡыуаныс ине. Сөнки тап уларҙың йөҙөндә беҙ тоғро дуҫтарыбыҙҙы табабыҙ.
Читайте нас: