Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
19 Июль 2019, 17:00

“Һаҡмар”ҙың тиражы артты!

Был баймаҡтарҙың рухлы икәнлеген тағы ла бер тапҡыр дәлилләне Яратҡан гәзитебеҙгә 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына яҙылыуҙы тамамланыҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, “Һаҡмар” гәзите уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда тиражын тағы ла арттырҙы. Бының өсөн гәзитебеҙҙең тоғро дуҫтарына ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. (еңеүселәр тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте сайттан уҡығыҙ)

Мәғлүм булыуынса, беҙ ауыл биләмәләре араһында “Һаҡмар” гәзитенә иң күп яҙылыуға ярыш та иғлан иткәйнек. Шулай итеп, үҙенсәлекле конкурста беренсе – Беренсе Этҡол, икенсе – Ниғәмәт, өсөнсө – Ишбирҙе, дүртенсе – Икенсе Этҡол, бишенсе урынды Ярат һәм Түбә ауыл биләмәләре яуланы. Афарин! Беҙ еңеүселәрҙе саҡырып, уларға аҡсалата бүләктәр, Рәхмәт хаттары, приздар тапшырҙыҡ. Бынан тыш беҙҙең даими бағыусыларыбыҙ, бар районды бәпкәләр менән тәьмин иткән Гөлнара Байрамғолова һәм гәзит уҡыусыларға бензобысҡы призын әҙерләгән Ленин исемендәге АХК рәйесе Ғ.Б. Сәлимов билдәләнде.

Шулай уҡ “Һаҡмар” гәзитенә яҙыл һәм бүләк от!” акцияһының һуңғы уйынын үткәрҙек. Редакцияға ике меңдән ашыу квитанция килде. Шулай итеп, Сыңғыҙҙан Миңнур Ханафина – таба, Төйәләҫтән З.У. Байғотлина һәм Юлыҡтан Гөлгенә Солтанова – һауыт-һаба йыйылмаһы, Шүлкәнән Дилбәр Хәсәнова – кер киптергес, Ғүмәрҙән Яҙгөл Хәсәнова – кер үтекләү таҡтаһы, Һаҡмарҙан Сәбилә Тулыбаева – мантоварка, Әминдән Марат Әүәлбаев ит турағыс, Үрге Яйыҡбайҙан Фәррәх Ҡашҡаров һәм Таулыҡайҙан Зәһүрә Хөсәйенова – термопот, Өмөтбайҙан Альмира Юнысова түшәк кәрәк-ярағы отто. Төп приз – бензобысҡы Ҡолсора ауылынан Ф.Ф. Абдрахманов өлөшөнә яҙған булып сыҡты. Бәхетле еңеүселәрҙе бар күңелдән ҡотлайбыҙ һәм приздарын редакциянан килеп алыуҙарын һорайбыҙ. Үҙегеҙ менән паспорт, ИНН булырға тейеш.

Был юлы бүләк отмаусылар күңелдәрен төшөрмәһен. Уның ҡарауы һеҙгә “Һаҡмар” үҙе бүләк буласаҡ. “Һаҡмар” беҙҙең уртаҡ ижади емешебеҙ икәнлеген онотмағыҙ. Һеҙҙән хаттар, мәҡәләләр, һорауҙар, теләк-тәҡдимдәр көтәбеҙ. Һәр көнөгөҙ тик бәхет-шатлыҡҡа, игелек-изгелеккә сорналһын, хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ!

“Һаҡмар” гәзите редакцияһы.
Читайте нас: