Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
20 Май 2019, 00:46

100 йыллыҡҡа - 100 "Һаҡмар"

Азамат Ишйәров етәкләгән Икенсе Этҡол мәктәбендә һәр шәмбе үҙенсәлекле, маҡсатлы саралар гөрләп үтеп тора. 18 май ул " Спорт шәмбеһе" исеме аҫтында уҙҙы. Ул көндө мәктәп уҡыусылары араһында йүгереү буйынса ярыштар, "Мәргән уҡсы" бәйгеһе ойошторолдо, ағинәйҙәр, педагогтар, ауыл халҡы иһә " 100 йыллыҡҡа - 100 "Һаҡмар" акцияһына ҡушылды. Ул көн ысын байрам төҫөн алды.

Азамат Ишйәров етәкләгән Икенсе Этҡол мәктәбендә һәр шәмбе үҙенсәлекле, маҡсатлы саралар гөрләп үтеп тора. 18 май ул " Спорт шәмбеһе" исеме аҫтында уҙҙы. Ул көндө мәктәп уҡыусылары араһында йүгереү буйынса ярыштар, "Мәргән уҡсы" бәйгеһе ойошторолдо, ағинәйҙәр, педагогтар, ауыл халҡы иһә "100 йыллыҡҡа - 100 "Һаҡмар" акцияһына ҡушылды. Ул көн ысын байрам төҫөн алды.
"Спорт шәмбеһе" уҡыусыларҙың йүгереү буйынса ярыштарынан старт алды. Был сараны Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Амур Әминев ойошторҙо һәм бәйгенең спонсоры булып сығыш яһаны. Ул еңеүселәргә Ҡоролтайҙың Почет грамоталарын, миҙалдар, сертификаттар тапшырҙы. Әйткәндәй, был сара Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайының планына ярашлы ойошторолдо.
"Мәргән уҡсы" ярышын билдәле эшҡыуар, әүҙем йәмәғәтсе Айбулат Ғүмәров әҙерләп үткәрҙе һәм бәйгенең спонсоры булды. Был спорт төрө йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара - әлеге ярыш быны тағы бер ҡат иҫбатланы. Еңеүселәргә А. Ғүмәров сертификаттар тапшырҙы.
Почта бүлексәһе начальнигы Фәхирә Таңғатарова, Көнһылыу Сөләймәнова етәкләгән "Ағинәйҙәр" ҡоро ағзалары, мәктәп директоры Азамат Ишйәров, Ҡоролтай башҡарма комитеты ағзаһы Амур Әминевтың тырышлығы һәм ярҙамы менән "100 йыллыҡҡа - 100 "Һаҡмар" акцияһы юғары кимәлдә үтте. Ул көндө 60 кеше гәзиткә яҙылды. Афарин!
Читайте нас: